Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асҡындарҙы “асып” ҡайттыҡ
Асҡындарҙы “асып” ҡайттыҡ“Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закондың нисек тормошҡа ашырылыуы республика Хөкүмәтенең, Мәғариф министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының даими иғтибар үҙәгендә. Республика мәктәптәрендә дәүләт телдәре һәм туған телдәр нисек уҡытыла? Педагогтар етешәме? Дәреслек, методик әсбаптар яңыртыламы? Кабинеттар ни хәлдә? Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты күптән түгел ойошторған бер рейдта беҙгә лә ҡатнашырға тура килде.

“Ҙ”, “ҫ” өндәре милләтте тарҡатһынмы?

“Рейд” тигәс тә, маҡсат мәғарифтан “сүп” эҙләү түгел, ә уға баһа биреү, уҡытыусыларға методик һәм рухи ярҙам күрһәтеү, милли рухты тойомлау ине. Беҙ юл тотҡан Асҡын районы — башҡорттар борондан төйәк иткән төбәк. Милли еребеҙҙә бөгөн кемдәр үҫә икән, тип ҡыҙыҡһыныу ҡатыш тулҡынланыу менән сыҡтыҡ сәфәргә.
Ҡариҙел районын үткәндә, юл буйындағы байтаҡ алтаҡталағы яҙмаларҙың тик урыҫ телендә булыуы күҙгә салынды. Мишкәлә лә хәл шулайыраҡ икән. Юл — йәшәү кимәленең көҙгөһө. Уға ҡарап, һәр үткән-һүткән кеше шул ерҙәге тормошҡа баһа бирә, халыҡтың күңел торошон сырамыта. Үҙ телебеҙҙә ижад ителгән, яҡшы кәйеф, рух тыуҙырған шиғырҙарҙан өҙөктәр, ҡанатлы һүҙҙәр оҙата барһа, “тимер ат”тағыларҙың юлы ла һәр саҡ уң булмаҫ инеме?
Асҡында беҙҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Фаат Фәтхуллин, мәғариф идаралығы етәксеһе Рим Таһиров, дәүләт телдәре буйынса методист Мөнзилә Әхмәтова ҡаршы алды. Күберәк майҙанға күҙ һалыр өсөн, ике төркөмгә бүленеп, төрлө тарафҡа юлландыҡ.
Иң тәүҙә Асҡындың 1-се мәктәбенә туҡталдыҡ. Белем усағы төҙөк, коридор иркен, кабинеттар яҡты. Төрлө класта үткәрелгән башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙың үҙ теленә битараф түгеллеген күреп, йөрәккә йылы йүгерҙе. Шундай ихлас, күҙҙәрендә нур балҡыған бәләкәй асҡындарҙың “ҙ”, “ҫ” өндәре урынына “з”, “с” тип һөйләүе лә килешле. Диалект шундай, уға тамырҙар ата-бабанан һалынған. Әҙәби телгә эйәрәм тип, уны боҙһаҡ, төрлө сәскәнән хасил гөлләмәне хәтерләткән башҡорт теленең йәме китер, яһалмаға әйләнер бит.
— Ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең, һөйләшебеҙҙе яратмайынса, “һеҙ башҡорт түгел!” тигән һүҙҙәрен элек-электән эсебеҙгә йотоп йәшәйбеҙ, — ти мәғариф идаралығы етәксеһе Рим Таһиров. — Үҙебеҙҙекеләр ҡырын ҡарағанда, бүтәндәр беҙҙе үҙ “ҡосағына” алырға әҙер тора. Ниңә бәләкәй генә үҙенсәлек өсөн милләтте тарҡатырға, кәметергә? Төрлө уҡыу йортонда белем алған студенттарыбыҙҙың һөйләшенән көлөп, уларҙы кәмһеткән осраҡтар ҙа булды һәм әле лә бар. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белергә өйрәнһәк ине.
Аҫаба башҡорт ере Асҡында бер нисә быуын башҡортса белем алыу мөмкинлегенән мәхрүм үҫкән. 1-се мәктәптең директоры Фәрит Шәймәрҙәнов та — шундайҙар иҫәбендә.
— Хәҙер балалар әсә телен өйрәнеү бәхетенә эйә, — тип һөйөнә ул. — Йыл да бер нисә сығарылыш уҡыусыһының башҡорт теленән Берҙәм дәүләт имтиханын һайлауы — беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс.
Һәр класта тығыҙ аралашыу барҙы. Уҡысылар уҡытыусының ғына түгел, БДУ доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғариф һәм фән буйынса комиссияһы рәйесе Фәнзил Санъяровтың тарихҡа, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә ҡағылышлы төрлө һорауына ихлас яуап бирҙе, теләк-хыялдары менән уртаҡлашты.

Белем бирәм тиһәң, иҫкелек кәртә түгел

“Беҙҙә, ниңәлер, белем усаҡтарын — ағастан, ә фермаларҙы таштан һалғандар. Хәҙер күп ерҙә ферманың кәрәге бөттө, һөҙөмтәлә ныҡлы биналары буш тора. Ә бына мәктәптәр иҫкерҙе”, — тип борсолоп барҙы Рим Әмир улы ауылдар аша үткәндә. Ҡарткиҫәккә килеп төшкәс, уның әйткәндәренә ныҡлы инандыҡ. Боронғо башҡорт ауылының ҙур булмаған ағас мәктәбенә инәбеҙ. Был бинаға 1973 йылда күскәндәр икән.
Әммә күңел матур булһа, етешһеҙлек бөтөнләй күҙҙән юғала шул. Директорҙың, уҡытыусыларҙың, балаларҙың ихласлығы мәктәптең иҫкерәк булыуын шунда уҡ онотторҙо. Иң һөйөндөргәне шул — Ҡарткиҫәктә балаларҙың ижадына ҙур иғтибар бүленә. Шиғыр, хикәйә яҙыу менән мауыҡҡан уҡыусыларҙың эштәре айырым папкаларҙа һаҡлана, уларҙың бер нисәһе стендтарға ла ҡуйылған. Башҡорт теле кабинетында башҡорт яҙыусыларының, шағирҙарының, ғалимдарының тормош юлы, эшмәкәрлеге хаҡында күп мәғлүмәт алырға мөмкин. Рим Әмир улының һүҙҙәренсә, Ҡарткиҫәк мәктәбе — Асҡын районының ғорурлығы.
— Бәләкәй генә белем усағында балаларҙың күңеленә шундай ҙур маҡсат, тырышлыҡ һалына, — ти ул. — Мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың береһе лә урта белем менән генә туҡтап ҡалмай, артабан үҫешергә, үҙ юлын табырға ынтыла. Тәрбиә менән бер рәттән, уҡытыуҙың да сифаты юғары — Маҡтау грамоталарыбыҙҙың яртыһын ҡарткиҫәктәр алып бөтә!
Ысынлап та шулайҙыр — уҡыусылар беҙ биргән һорауҙарҙың һәр береһенә шартлатып яуап бирҙе, райондың тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен яҡшы белеүе, илһөйәрлеге менән һоҡландырҙы. Китапханалағы картотекаларҙан күренеүенсә, балалар башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен күпләп уҡый. Гәзит-журналды ла ҡарап бара. Әйткәндәй, Асҡын мәктәптәренең китапханаларында милли матбуғат баҫмаларының барыһы ла бар. “Башҡортостан” гәзитен көн дә уҡып барыуҙары, уның дәрес үткәргәндә генә түгел, кластан тыш сараларҙа, ата-әсә менән эш алып барғанда ҙур ярҙамсы булыуы хаҡында һөйләүҙәрен ишетеү күңелде ҡанатландырып ебәрҙе.
Ҡарткиҫәк мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары белем алыуын Бөрө, Өфө ҡалаларында дауам итергә теләй. Араларында башҡорт филологияһы факультетын һайлағандар ҙа байтаҡ. “Ҡайҙа ғына уҡымаһын, ниндәй генә белемгә эйә булмаһын, уҡыусыларыбыҙ туған мәктәбен онотмай, — тип һөйөнә директор Лидиә Ғәлишан ҡыҙы. — Матди яҡтан да ярҙамдан өҙмәйҙәр. Мәҫәлән, ошо уҡыу йылында балаларҙы көн дә бал менән һыйланыҡ. Уны умартасылыҡ менән шөғөлләнгән элекке уҡыусыбыҙ бүләк иткәйне”.
Мәктәптең ифрат бай музейы бар. Уҡыу йортоноң, тотош төбәктең тарихы сағылыш тапҡан мөйөштә аҫаба башҡорт ауылы Ҡарткиҫәктең тамырҙарының ныҡлығына ышаныс тағы ла артты.

Рим Таһиров кеүектәр күберәк булһын ине!

Юлдашыбыҙҙан уңдыҡ. Оҙаҡ йылдар райондың мәғариф өлкәһенә етәкселек иткән Рим Таһиров, ҙур тәжрибәгә эйә булыу ғына түгел, ифрат алсаҡ кеше булып сыҡты. Асҡындың ысын патриоты ул. Заманында урындағы ҡоролтайға нигеҙ һалған, уның рәйесе булған. Әйткәндәй, был эште әле хакимиәт башлығы урынбаҫары Фаат Нурулла улы алып бара.
Рим Әмир улының һәр башҡорт теле уҡытыусыһының эшмәкәрлеге менән яҡындан таныш булыуы, уңыштарын, етешһеҙ урындарын күҙ уңынан ысҡындырмауы, уларға терәк, кәңәшсе булыуына һоҡландыҡ. Әлеге замандағы ҡайһы бер өлкәндәрҙән айырмалы, йәш быуын тураһында бер насар һүҙ әйтмәне. Киреһенсә, уларҙы маҡтап туя алманы.
— Беҙҙең Асҡын йәштәре белемле генә түгел, тәрбиәле лә, — ти Рим Әмир улы. — Уларҙы, уҡыу йортон тамамлағас, үҙебеҙгә эшкә ҡайтарырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, быйыл бер нисә ҡыҙыбыҙ Бөрө дәүләт социаль-педагогика академияһындағы филология факультетының башҡорт бүлеген тамамлай. Үҙебеҙҙекеләр бит — белемлеләр, тырыштар, матурҙар! Шул ҡыҙҙарыбыҙҙың барыһына ла районда эш табыу ниәте менән янабыҙ. Ни тиһәң дә, башҡорт телен уҡытыуға заманса һулыш бирәсәк, тамырҙарыбыҙҙы нығытасаҡ бит улар.
Асҡын халҡының шулай бер-береһенә туғандарса мөнәсәбәте барлыҡ милләттәштәребеҙгә өлгө булырлыҡ. Улар төрлө ерҙә ғүмер иткән, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән яҡташтары хаҡында шундай ҙур ғорурлыҡ менән телгә ала, “беҙҙеке бит ул!” тип күкрәк һуға. Юғиһә бит бәғзе милләттәштәребеҙ бер-береһенең бәләкәй генә уңышын күреү, ишетеү менән уны яманларға, ниндәйҙер “ҡыйыш ере”н табып, тапарға әҙер тора. Берҙәм түгелбеҙ. Уртаҡ хазинабыҙ — телебеҙ ҙә ошо тарҡаулығыбыҙҙан яфа сигә. Уны бергәләп күтәргәндә, ҡәҙерләп кенә һаҡлағанда, үҙ еребеҙҙә үҙебеҙ ҙә күпкә ҡәҙерле булыр инек.
— Милли мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ, матбуғатыбыҙҙың да яҙмышы беҙҙең ҡулда икәнен оноторға ярамай, — ти Рим Әмир улы. — Ваҡыт юҡ тип тормайынса, тамашаға, концертҡа йөрөү зарур. Әлеге заманда милли матбуғат баҫмаларының яҙмышында ла ифрат ҙур роль уйнай алабыҙ. Берәү ҙә бит беҙҙе: “Ул гәзиткә яҙылма, был журналды алдырма!” — тип тыймай. Барыһы ла үҙебеҙҙең теләккә, рухыбыҙға бәйле.

Ҡаҙаныштар бар, маҡсаттар ҙур

“Уңыштың сере — етәкселә” тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә тағы ла бер инандыҡ. Белем усағы ҙур, өҫтәүенә өс филиалы бар. Уға күптән түгел яңы директор — Мансур Нуриәхмәтов тәғәйенләнгән. Йәш, өмөтлө етәксенең пландары ҙур. Тәү сиратта ул мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейын төҙөкләндерергә ниәтләй. Киләһе уҡыу йылында башҡорт теле уҡытыусыларының сафы арта — юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Башҡорт теле кабинетында ҡурай бар, әммә әлегә унда уйнай белгән уҡыусы юҡ икән. Мансур Әлфрис улының балаларҙы милли музыка ҡоралдарына яҡынайтырға теләге ҙур. “Киләһе уҡыу йылында ҡурай түңәрәге мотлаҡ буласаҡ”, — ти ул.
Иҫке Ҡаҙансы — ҙур тарихҡа эйә, республикаға бихисап шәхес үҫтереп биргән хөрмәтле ауыл. Беҙ барып ҡайтыу менән “Башҡортостан” гәзитенә балаларҙың бер ҡосаҡ ижад емеше килеп төшөүе лә ундағы халыҡтың, йәш быуындың әүҙем, рухлы булыуы хаҡында һөйләй. Яҙмаларҙың күбеһендә ауылдың тарихы, ер-һыу атамалары сағылыш таба — Иҫке Ҡаҙансының йәш быуынында рух сатҡылары дөрләй!
Асҡын районының урыҫ ауылдарында ла башҡорт теле теүәл өйрәнелә. Мәҫәлән, Петропавловка мәктәбендә уны туған тел булараҡ — өс, дәүләт теле рәүешендә ике сәғәт үҙләштерәләр. Төрлө спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәгән белем усағында “Башҡорт фольклоры” тигән түңәрәк тә уңышлы эшләй. Милли көрәш менән туғыҙ йәштән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Йәшәгән ереңде яратһаң, бергә ҡатнашып ғүмер иткән милләт вәкилдәрен ихтирам итһәң, сит халыҡтың телен, йолаларын өйрәнеү һис тә ҙур проблема түгел, тигән фекер нығынды урыҫ мәктәбендә.

Тәфтиләү һындыра алмаған рух

Милләтебеҙ өсөн аяуһыҙ һәм ҡотолғоһоҙ һымаҡ тойолған ассимиляция ваҡытында ла асҡындар үҙҙәренең асылына тоғро ҡалған, милли рухын юғалтмаған. Һәр урман яғы башҡорттары һымаҡ көслө һәм ихтыярлы, ҡунаҡсыл һәм йомарт, мәҙәниәтле һәм ихлас кешеләр йәшәй бында. Заманында Тәфтиләүгә бирешмәйенсә, яндырылған Һөйәнтүҙ ауылы урынында киренән тамырланып киткән башҡорттар бит улар! Әле шул ҡәһәрле янғын урынында, Солтанбәк ауылында, өс ҡатлы заманса мәктәп балҡып ултыра. 1996 йылда был ерҙә бейек стела ҡуйылған, унда “Тәфтиләү” йырынан өҙөк яҙылған:
“...Ташҡайҙарға соҡоп, яҙҙым ҡарғыш —
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта”.
Ошонда уҡ Ер шарын ҡулдар күтәреп торған һәйкәл ҡуйылған.
— Асҡындың был иҫтәлекле урынын барлыҡ милләттәшебеҙ килеп күреп, тарихыбыҙҙың ҡанлы үткәненә күҙ һалып, киләсәктә берҙәм, дуҫ, татыу йәшәргә кәрәклегенә тағы бер инанһын ине, — ти Рим Таһиров.
Ғөмүмән, асҡындарҙан өйрәнәһе һабаҡ байтаҡ әле беҙҙең. Күп урындағы кеүек, уларҙың тормош-көнкүреше әле лә бик үк еңелдән түгел: колхоз-совхоз тарҡатылған, эшһеҙлек тә йонсота. Шуға ҡарамаҫтан, тырышып донъя көтәләр: балалар тәрбиәләйбеҙ, илебеҙгә лайыҡлы улдар-ҡыҙҙар үҫтерәбеҙ, тип ғүмер итә асҡындар. “Төньяҡ-көнбайыштан иң шәп милли кадрҙар тап шунда әҙерләнә”, — тигән һүҙҙәрҙе лә ишеткән бар. Ысынлап та, Асҡында үҫкән бик күп милләттәшебеҙ республикалағы район-ҡаланың, Өфөнөң белем усаҡтарында, милли ойошмаларҙа милләтенә намыҫлы хеҙмәт итә. Уларҙың араһында уҡыу йорттары етәкселәре лә бихисап. Был йәһәттән асҡындарҙың республика сиген үтеп китеүен дә билдәләргә кәрәк: мәҫәлән, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһындағы башҡорт мәктәбенең етәксеһе — Асҡын ҡыҙы Айгөл Балағотдинова. Үҙ телен, һөйләшен мөкиббән яратҡан, тамырҙарына тоғро, рухлы милләттәштәребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, уларҙан өлгө алһаҡ ине.
Дилбәр ИШМОРАТОВА
Асҡын районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Амиля
    Амиля от 19.05.2012, 15:06
    Аскын турахында языуыгыз осон рэхмэт.афарин сез "Башкортостан" гэзите!

  2. Батырхан
    Батырхан от 19.05.2012, 16:38
    Ошондай мэкэлэлэрзе укыу ниндэй рэх-х-хэт! Шатлыктан исерергэ момкин !

  3. Батыр
    Батыр от 21.05.2012, 13:38
    Дилбарга артабанда ижади уныштар телайбез,шунжай хайбат язылган макала. Рахталнеп,оло горурлык кисереп укыным якташтарым хакында!!! Миллатташтаребезза ошо макала куз халып укып Аскындар хакында татар миллате тугел,а узенен миллатташтаре йащауе хакында белхен ине. Зур рахмат,макала осон!!!






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 631

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 630

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 271

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 429

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 252

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 522

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 314

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 325

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 142

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 252

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 156

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 379