Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Хәтерегеҙҙәлер, БЮТ каналында “Йөрәк һүҙе” тип аталған шиғриәт байрамының телеверсияһын күрһәттеләр. Шиғри әҫәрҙәргә битараф булмағандар, моғайын, был тапшырыуҙы ҡарағандыр, сөнки, беренсенән, бындай ғәҙәти булмаған проект зәңгәр экрандарға тәүге тапҡыр сыға, икенсенән, ул күп рекламаланды һәм Башҡортостан дәүләт опера һәм балет театрында шиғриәт кисәһе форматында тамамланды.

Мин оҙаҡ йылдар мәктәптә туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен уҡытһам да, шиғриәткә мөкиббән кеше түгелмен. Әммә телевизорҙан ике сәғәттән ашыу барған был бәйгене ғаиләбеҙ менән тын да алмай ҡараныҡ, сөнки ҡатнашыусы парҙарҙың һәр һүҙе милләтебеҙгә, бигерәк тә телебеҙгә дан йырлау булып яңғыраны. Тәрән йөкмәткеле, күңелгә үтеп инерлек мәғәнәле шиғырҙар уҡылды! Тапшырыуҙы ҡарағандан һуң, туған телебеҙҙең ниндәй бөйөк, мөһабәт, тәрән рухлы икәнлегенә тағы бер тапҡыр инандым.
Әммә бөгөн ҡулыма ҡәләм алыуымдың сәбәбе “Йөрәк һүҙе” тапшырыуын (исеме бик тә уңышлы һәм урынлы) маҡтарға теләү генә түгел, әлбиттә. Башҡорт теленең яҙмышы, бигерәк тә һуңғы осорҙа уның бәҫен, баһаһын, әһәмиәтен төшөрөүгә йүнәлтелгән аңлайышһыҙ хәл тураһында әрнеүле уйланыуҙар борсой.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында, яңы быуат баштарында туған телебеҙгә бөтөү ҡурҡынысы ла, кәмеү ҙә янамаған кеүек ине, ул республикабыҙҙың дәүләт теле булараҡ юридик яҡтан законлаштырылды, мәктәптәрҙә лә уҡытыу планға ярашлы, дәрестәр етерлек дәрәжәлә һәм кимәлдә алып барылды. Әммә һуңғы йылдарҙа телебеҙгә ҡағылышлы сикләүҙәр, кәртәләр хафаға һала. Туған тел дәрестәрен ҡыҫҡартырға ынтылыуҙарын, уҡытыу пландарын кәметеп, уларҙы икенсе дәрестәр менән алыштырырға тырышыуҙарын нисек аңларға? Хатта хәҙер башҡорт та балаһына үҙ телен уҡытыр өсөн ғариза яҙырға мәжбүр. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит!
Шуныһы бигерәк тә ғәжәп: ошо хәлгә ҡарата ҡайһы бер туған тел уҡытыусылары, ата-әсәләр, бигерәк тә зыялылар битараф, күрмәмеш тә белмәмеш. Иң беренсе улар үҙ фекерҙәрен белдереп яу һалырға тейеш түгелме? Ошо урында Лариса Абдуллинаның шиғыр юлдарын миҫалға килтереү урынлы булыр:
Әйтсе, телем!
Һин бит тере ауаз!
Бармы һине һаҡлау заттарың?
Хыянатҡа, беләм, язаң ҡаты...
Тоғроларҙың ҙурла анттарын!
Дөрөҫ, туған телде һаҡлау йәһәтенән бер ни ҙә эшләнмәй тип әйтеү урынһыҙ. Былтыр сентябрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Респуб­ликаһының дәүләт һәм БР республика халыҡтары телдәрен үҫтереү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйғайны. Документҡа ярашлы, Башҡортостан Башлығы грантын булдырыу, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондын ойоштороу, ошо өлкәлә эшләү өсөн дәүләт про­граммаһын төҙөү һәм раҫлау тәҡдим ителде. Бәлки, ошо Указ һәм уға ярашлы эшләнәсәк дәүләт программалары башҡорт телен яҡлау һәм һаҡлау йәһәтенән, ысынлап та, етди аҙым булыр. Ышанырға һәм өмөт итергә генә ҡала.
Үрҙә телгә алынған “Йөрәк һүҙе” тапшырыуына ҡарата иһә тағы ла шуны әйтергә кәрәк: залда күренекле шағир-яҙыусыларҙан Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкүр, Зәки Әлибаев, Йомабикә Ильясова һәм башҡаларҙың ултырыуы, баһалама төркөмө составында билдәле сәнғәт әһелдәре Әхтәм Абушахма­нов, Олег Ханов, Флүрә Мурзина, Әхәт Мортазиндарҙың урын алыуы был сараға мәртәбә өҫтәне. Залда юғары урын биләгән етәкселәрҙең күренмәүе генә күңелде ҡырҙы. Бәлки, уларҙы саҡырмағандарҙыр, тип күңелемде йыуатҡан булам...
Татарстандың халыҡ шағиры Туфан Миңнуллиндың сәхнәнән әйткән һүҙҙәре онотолмай. Күрше республикала ла татар теле ошондай яҙмышҡа дусар икән. “Туған телдәребеҙҙең ошондай түбәнгә төшөүенең насар эҙемтәләрен беҙ ун, бәлки, ун биш йылдан һуң татыясаҡбыҙ. Телдең бөтөүенә хәҙерҙән ҡаршы тормаһаҡ, ул ваҡыттарҙа инде һуң буласаҡ”, – тине ул.
Һуңлап ҡуймайыҡ! Был – туған телен, туған милләтен хөрмәт иткән, яратҡан һәр кешенең изге бурысы.

Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 616

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 612

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 265

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 423

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 245

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 514

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 308

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 318

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 138

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 246

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 152

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 374