Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телде тойоу – һирәктәргә бирелгән һәләт
Телде тойоу – һирәктәргә бирелгән һәләтҠыҙыҡ прибор ул: “дошман” нөктәләрен таба, ваҡытында үҙәккә еткерә. Өңөндә боҫоп ятҡан, үҙенең йәшерен эшен ҡылған унан һис ҡотола алмай. Башҡорт әҙәбиәтенең дә шундай локаторы бар. Беҙгә, уҡыусыларға, рәхәт: ҡайҙа яңы әҫәр барлыҡҡа килгән, кемдәр яңы тасуири алымдар ҡуллана, кем шаҡ ҡатыра – барыһын да белеп торабыҙ. Ә локаторы ниндәй бит әле – әҙерлекле кадр, үҙ эшенең юғары оҫталығына өлгәшкән белгес, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Гөлфирә ГӘРӘЕВА.


Шул юғары дәрәжәгә ирешкәнсе Гөлфирә Ниғмәт ҡыҙы күпме тырышҡан! Учалы районының Илтабан ауылында тыуған, шул яҡтың йәме, иҫ-һушты китергес гүзәллектәре уны туған халҡының тел байлығын аңларға, уның үлемһеҙ ауыҙ-тел ижадын, бөгөнгө көндәге ижадсыларының бөтөн рухи байлыҡтарын тойорға ярҙам иткән.
Тойоу, тинек. Тойоу хисе күп кешеләргә бирелмәй икән. Мәҫәлән, тел тойомо, әҙәби әҫәр тойомо… Шиғриәтте тойоу, прозаны һиҙемләү… Һинең алдыңда әҙәби ҡулъяҙма ята. Уны әле бер кем дә уҡымаған, берәү уны “яҡшы” йәки “хөрт” тип әйтмәгән; ә әҙәбиәтсе-тәнҡитсе тәүләп, был әҫәр матур, уны уҡыусыларға тәҡдим итергә була, ти. Гөлфирә Гәрәева шундай һәләткә эйә, һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөш: әҙәби әҫәрҙе тәүләп баһалау, уға нарыҡ әйтеү. Был бит табиптың ауырыуға диагноз ҡуйыуы менән бер. Сирленең ҡайһы ере ауырта, нисек ауырта?
Биш йыл мәктәптә эшләү дәүеремдә мин телде һиҙемләгән бары бер баланы осраттым. Ул тел профессоры булыр, тинем. Учалы районының Өргөн ауылынан ине ул, бишенсе класс уҡыусыһы.
Һирәк һәләт: телде һиҙемләү... Ул меңдәрҙең береһенә бирелә, тәбиғәт үҙе уны бүләк итә.
Гөлфирә Гәрәева башҡорт прозаһы белгесе булараҡ формалашты. Ул әҫәрҙең шәпме-насармы икәнен әйтә ала. Дөрөҫ, беҙҙең күбебеҙ быны әйтә ала, әммә ул ни өсөн шәп, әҫәрҙә ниндәй һүрәтләү саралары бар, улар нисек ҡулланыла? Былар – бик тә ваҡ, бик тә нескә әйберҙәр. Ошо нескәлектәрҙе уҡыусыға асып һалыу, студенттарға әҙәби әҫәрҙе анализларға өйрәтеү зарур... Теге йәки был әҫәрҙең иң элек ҡайһы еренә иғтибар итергә йәки ҡайҙан башлап әҫәрҙе – йомғаҡты – һүтә башларға? Уның идеяһы нисек, төп образдары, иң төп геройы – арҡа һөйәге... Ә, бәлки, башта әҫәрҙең сюжетын табырғалыр? Әҫәр сюжеты? Сюжет нимә ул? Сюжет теорияһы!
Үҙ эшеңдең оҫтаһы булып китеү өсөн дә төрлө шартлы баҫҡыстарҙы үтергә кәрәк шул. Улар, яһалма булһа ла, кәрәк. Мәҫәлән, ысын ғилем өлкәһендә кандидатлыҡ минимумын тултырырға, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға... Уға тиклем Башҡорт дәүләт университетында уҡырға, кандидатлыҡҡа тейешле имтихандарҙы, дәүләт имтихандарын тапшырырға...
Гөлфирә Гәрәева бөтә ошо баҫҡыстарҙы үтте. Әйткәндәй, минән саҡ ҡына һуңыраҡ уҡыны ул университетта. Кешенең тәбиғәте шундай: үҙенән һуң килеүселәрҙе бик белмәй, һанламай. Әммә мин Учалының сибәр ҡыҙыҡайын белә инем, был яҡ халҡын, ғөмүмән, яратам. Ә ул йөрәгендә бөткөһөҙ ут – әҙәбиәткә һөйөү йөрөткән, йәнендә бөткөһөҙ тормош ҡаршылыҡтарын еңеп сығырға ут-ялҡын һаҡлаған. Афарин, шундай ныҡыштарҙан ғына кеше сыға! Ә прозаны нисек нескә тоя, ниндәй нарыҡтар әйтә! Башҡорт прозаһының Төхвәт Йәнәбиен, Ғәйнан Хәйриен, Дауыт Юлтыйын, Афзал Таһировын, Булат Ишемғолон, Батыр Вәлиден, Ғөбәй Дәүләтшинын, Хәбибулла Ибраһимовын, Али Карнайын тикшерҙе.
Ғөмүмән, совет осоро әҙәбиәтенән башлап бөгөнгө әҙәбиәткә тиклем прозаны байҡаны: алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (1996), “ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте” (2003), “Хәҙерге башҡорт прозаһының төҙөлөшө” (2009), “Башҡорт прозаиктары” (2012) – 29 табаҡ, күптәр хаҡында айырым китаптар, хатта монография-китаптар яҙҙы.
Бына күрегеҙ, һоҡланығыҙ: беҙҙең бына тигән тәнҡитсебеҙ Гөлфирә Гәрәева бар. Ул – Әнүр Вахитов, Әхнәф Харисов, Ғайса Хөсәйенов ише ғалимдарыбыҙҙың лайыҡлы алмашсыһы. Бар улар тәнҡитселәр: мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Әнисә Муллағолова, Гөлнур Нәбиуллина... Уларҙы күрергә, китаптарын баҫтырырға ғына кәрәк.
Беҙ күп йылдар прозабыҙҙың тәнҡитселәре-баһалаусылары юҡ, тип зарландыҡ. Ә Гөлфирә Гәрәева Ноғман Мусин, Әхиәр Хәким, Рәшит Солтангәрәев, Булат Рафиҡов, Динис Бүләков, Шакир Янбаев тураһында, Талха Ғиниәтуллин, Таңсулпан Ғарипова, Сабир Шәрипов, Әмир Әминев, Нажиә Игеҙйәнова, Гөлнур Яҡупова, Гөлфирә Ғайсарова, Фәрзәнә Аҡбулатова, Ринат Камал тураһында монография-китаптар яҙҙы. Гөлфирә Гәрәева бирешмәй, һаман тикшеренеүен, локатор ише күҙгә эленер, емгә ҡабыр байлыҡтарҙы юллауын белә, афарин!
Бик нескә, бик ваҡ уның эше, тимер рудаһынан аҫыл таштарҙы юллап табыу шөғөлө. Рәхмәт әйтәйек уға, ундай локаторыбыҙҙы күрәйек, беләйек!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 571

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 571

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 252

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 409

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 232

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 496

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 295

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 301

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 123

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 233

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 137

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 363