Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тел, милләт, милли мәҙәниәт...
Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының гөрләтеп “Етегән” ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә әҙерләнеп йөрөгән мәле. Ойоштороу эштәре, сара мәшәҡәттәре, шулай уҡ март аҙағында үтәсәк башҡорт өләсәйҙәре һәм ейән-ейәнсәрҙәре конкурстары буйынса һорауҙар – ҡоролтайҙың сираттағы киңәйтелгән ултырышында һүҙ ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында барҙы.

Әйтергә кәрәк, был юлы ултырыш, ниһайәт, ҡала хакимиәте тырышлығы менән булдырылған Дуҫлыҡ йортондағы үҙ бүлмәбеҙҙә үтте. Ул ҡоролтай ағзалары, башҡа әүҙем милләттәштәр тырышлығында ремонт кисерҙе, йыһазлан­дырылды.
— Быйыл “Етегән” байрамы республика кимә­лендә уҙғарыласаҡ, сара ике көн – 27 февралдә һәм 1 мартта үтәсәк, — тип һүҙ башланы – ҡоролтай рәйесе Ләйсән Йосопова. – Әлеге мәлдә байрам сиктәрендәге конкурстың ҡыҙған мәле. 400-ҙән ашыу кеше үҙенең ижади эшен ебәрҙе. Абруйлы ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә.
Тәүге көндә “Етегән-2018” конкурсы финалы була. Ҡала мәҙәниәт һарайында флэшмоб, ҡунаҡтарҙан ҡотлауҙар, концерт һәм ритайым көтөлә. Ә 1 мартта иһә байрам сиктәрендәге Әҙәби кафе ойошторола.
Әлбиттә, байрамдың республика кимәленә сығыуы — ҡыуаныслы күренеш. Шул уҡ ваҡытта коллегалар уның һаман да төбәктә ныҡлап таралмауына, ошо ерлектә генә ҡолас ташлап үткәрелеүенә борсолдо. Ә бит тәүмаҡсат башҡортса Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамын бөтә Башҡортостанға таратырға ине.
Эйе, Стәрлетамаҡ ерендә милли йолала­рыбыҙҙы тергеҙгән байрамдар яралып тора: “Ашҡаҙар таңдары”, “Аҡ тирмә”, республиканың бер быуатлыҡ тарихына арналған саралар, йәштәр йыйыны һ.б. Ошоларға өҫтәп, ҡоролтай ағзаһы Айнур Үтәевтең йәш быуынды уҡтан атырға өйрәтеүен билдәләп үтке килә. Быйылдан башлап йәнә матур кисәгә старт бирелә – өләсәйҙәр һәм ейән-ейәнсәрҙәр 22 мартта Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмә­һендә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтәсәк.
— Был байрамда ҡаланың бер төркөм мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре биш өләсәйҙең сығышын, бейеүен һәм йолаларыбыҙҙы белеү кимәлен баһалаясаҡ, — тип асыҡлыҡ индерҙе “Аҡ инәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Вәсилә Халиҡова.
Стәрлетамаҡта милли мөхитебеҙҙең ныҡ­лығына инандырған ошондай күркәм саралар үтеүе ҙур мәғәнәгә эйә. Шул уҡ ваҡытта күңелде ҡырған күренештәр ҙә юҡ түгел. Уларҙың береһе – башҡорттар күпләп йәшәгән ҡалала урындағы телеэфирҙа бер генә лә милли тапшырыу булмауы.
— Ошо ерҙә йәшәгән башҡорттарҙың тормошон күрһәткән бер саф башҡортса тапшырыу булһасы, исмаһам, — тигән дәғүәһен белдерҙе, мәҫәлән, ҡоролтай ағзаһы Сафура Шафиҡова. Хәйер, урындағы UTV каналы башҡорт телендә тапшырыуҙар эшләү өсөн проекттар көтә икән. Улай ғына ла түгел, бер нисә кеше эшен тапшырып та өлгөргән. Ошо проекттарҙы еренә еткереп, эфирҙа милли тапшырыуҙар сығарыу буйынса ярҙам итеүҙе ҡоролтай ағзаһы Ғәзиз Ғәлин үҙ өҫтөнә алды һәм йәштәргә әүҙемерәк булырға кәрәк тигән фекерен дә еткерҙе.
Ысынлап та, әүҙемлек ҡамасауламаҫ ине беҙгә. Ошо һүҙгә ҡаланың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Зөлфиә Йәғәфәрова ла ҡушылды. Ул гүзәл заттарыбыҙҙы бигерәк тә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән республика кимәлендәге конкурста әүҙемлек күрһәтеүен үтенде.
Ҡоролтай байрам саралары ғына түгел, телебеҙҙе башҡа ысулдар менән һаҡлауҙа һәм пропагандалауҙа ла етди эш алып бара. Мәҫәлән, “башҡорт телен уҡытыуҙы ҡыҫалар” тигән фекер һуңғы ваҡытта йыш ишетелә. Шул уҡ ваҡытта, әйтәйек, ата-әсәләр бер баҡсаға тейешле күләмдә ғариза яҙып, балаларын башҡорт төркөмөнә йөрөтә ала. Был мәғлүмәтте күберәк милләттәштәр белһен ине, тигән һығымтаға килде ҡоролтай ағзалары һәм был йәһәттән йәш ата-әсәләр менән йышыраҡ аралашыу маҡсатын ҡуйҙы.
...Тел, милләт, милли мәҙәниәт – Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайының иңенә һалынған көндәлек бурыс. Кәңәшмәлә мәсьәләләрҙең күлдәге бер тамсылайы ғына күтәрелде. Уның ҡарауы, аҙымлап, тамсылап башҡарыла эштәр, шулай маҡсатҡа өлгәшелә.

Рәмил МАНСУРОВ,
Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 631

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 630

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 270

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 428

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 251

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 520

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 313

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 324

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 141

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 251

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 155

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 379