Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эй тылсымлы ла, яғымлы ла туған тел...
Эй тылсымлы ла, яғымлы ла туған тел...Мин – ябай уҡытыусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирәм. Ни өсөн тап ошо йүнәлеште һайланым тиһегеҙме? Тәү ҡарамаҡҡа был – бик ябай һорау, ә икенсе яҡтан... Күңелемдәге ынтылыш-тойғоларҙың формалашыуын, һөнәремдең асылын аңлауҙы мин үҙемдең бала саҡтағы ваҡиғалар менән бәйләйем.


Минең бала сағым ауылда, атайым һәм яратҡан өләсәйем янында үтте. Өлә­сәйем ғаиләбеҙҙә иң аҡыллы һәм хөрмәтле кеше булды, уның һүҙе бер ваҡытта ла кире ҡағылманы, бәхәскә тотолманы, әйт­кәндәре ваҡытында үтәлде. Уның бәләкәй генә бүлмәһендә стенаны биҙәп төрлө һү­рәттәр төшөрөлгән сағыу япма эленеп торор ине. Һәр кис өләсәйем мине ҡосағы­на алып, башҡорт халыҡ әкиәт­тәрен – халҡымдың рухи хазинаһын берәм-берәм бөртөкләп, тын ғына һөйләр ине. Мин иһә, уның әкиәттәрен тыңлаған саҡта шул ҡор­шауҙан күҙемде алмай торғайным. Ғәжәп хәл: һәр әкиәт һайын япмалағы һү­рәттәр үҙгәрә, сағыуыраҡ балҡый, сәскә­ләре лә, әйтерһең, бүлмә буйлап үрмәләй торғай­ны... Ҡамыр батырҙың еңеүҙәре булһын­мы, Заятүләк менән Маянһылыу мөхәббәте ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡһынмы, Айһылыу­ҙың Ай ҡыҙына әйләнеүе – бөтәһе лә ошо тылсымлы япма эсендә сағылыш табыр ине. Оҫта ҡулдар менән оҙаҡ ваҡыт дауа­мында сикһеҙ һөйөү, бөткөһөҙ наҙ менән си­гелгән был туҡыма киҫәге, әйтерһең дә, ошо әкиәттәрҙең шаңын, данын күргән һәм белгән сихри белгес ине. Бер аҙ үҫеп, өләсәйемә ошо хәлде һөйләп биргәс, ул миңә йылмайып:
– Булыр, балам, был япма – быуаттар буйы беҙҙең ғаиләлә һаҡланып, ҡулдан-ҡулға күскән тарихи ҡомартҡы бит ул. Миңә лә әсәйем ошо япма аҫтында әкиәт­тәр һөйләр ине, кем белә, уға ла өләсәһе ошолай мөғжизәләр илен асҡандыр. Тик матур күңелле кеше генә ошо япмаға ҡарап, серле ептәр табыр, күңел наҙын таныр, ә ҡарсыға күңелле кешегә япма иҙән сепрәге кеүек күренер... – тине.
Ысынлап та, йылдар үтә торҙо, ә япма үҙенең мәғәнәһен юғалтманы. Йылдар үтеү менән унда башҡа батырҙарҙың-һылыуҙарҙың тормошо сағылыш тапты. Зәйнәб Биишеваның Емеше булһынмы, Мостай Кәримдең Айгөл илеме, Рәми Ғариповтың һөйгәненә булған хистәреме – һәммәһе лә ошо япмала күренгәндәй булды…
...Бала сағым тиҙ генә үтеп киткән хә­тирә булып ҡалды. Өләсәйемдең япмаһы урынына заманса туҡылған зауыҡлы келәмдәр эленде, ә теге тылсымлы туҡыма онотолдо ла кеүек... Әммә һис улай түгел: ул күңелемдә мәңгелек уйылмаҫ мөхәббәт булып ҡалды. Халҡыма, туған телемә, матур Башҡортостаныма булған оло һөйөү, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт булып…
Бөгөн мин ошо япманың тылсымлы нурҙарын үҙемдең уҡыусыларыма таратам, күңелемдә булған һөйөүемде уларға бүләк итәм. Бар теләгем – улар ҙа хал­ҡы­быҙҙың рухи хазинаһын – башҡорт халыҡ ижадын, танылған яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен ысын күңелдән аңлап, ҡабул итеп, мәңгегә ғашиҡ булып, киләһе быуын­дарға ла еткерһен ине...
Йыл һайын мәктәптә Шәжәрә байрамын үткәрәбеҙ. Уҡыусылар ғаилә гербын төшөрә, шәжәрә төҙөй, һүрәттәр конкурсы ла ойошторола. Бөйөк Еңеүгә арналған “Билдәһеҙ һалдатҡа хат”, “Олатайыма хат” ҡала бәйгеләрендә, Экология йылына арналған “Башҡортостан ынйылары”, Республика көнөнә арналған “Данлайым һине, Республикам!” иншалар ярышында ла әүҙем ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ ғилми-тик­шеренеү эштәре лә даими алып барыла.
Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ҡала-район кимәлендәге ғәмәли-теоретик семинар­ҙары үтеп тора. “Түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ кластары, асыҡ дәрестәр ойош­торабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Баш­ланғыс класс уҡыусыларым шиғыр яҙырға маһир: “Аҡ­буҙат” журналына яҙышып торалар. Яҙыу­сылар менән осрашыуҙарға ла йөрөйбөҙ: күптән түгел Ноғман Мусин, Әнисә Таһированың ижад кисәләренә барҙыҡ. “Башҡортостан”, “Торатау” гәзиттә­рен йыл һайын яҙҙырып, баҫманы уҡып, дә­рестәр­ҙә, класс сәғәттәрендә ҡулланабыҙ.
Иң мөһиме – балаларҙың күҙҙәрендә осҡондар күрәм. Туған телен ҡыҙыҡһынып, теләп өйрәнгән балалар, тыуған еренең тарихы, мәҙәниәте менән мауыҡҡан рухлы балалар үҫеп килеүе уғата ҡыуаныслы, уҡытыусы булараҡ, миңә лә оло йыуаныс бирә. Эйе, заман зауығына ярашлы әйбер­ҙәр бер ҡасан да өләсәйем япмаһын алмаштыра алмаған кеүек, сит-ят телдәр ҙә кешенең туған телен, тамырҙарын, асы­лын, булмышын алмаштыра алмаҫ. Тик матур күңелле кеше генә туған телен күҙ ҡараһылай һаҡлар, ә ҡарсыға күңелле кешегә бөтөн телдәр ҙә ят булыр…

Алһыу КӘРИМОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Ишембай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 630

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 627

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 269

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 428

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 251

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 520

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 313

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 323

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 141

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 249

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 154

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 379