Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уҡытыусы тигән даны бар
“Мәктәп һуҡмағы буйлап әкрен генә киләсәк кешеһе атлай. Үҙе кес кенә булһа ла, уйҙары ололарса – үҙен кем уҡытасағын, ҙур тормошҡа кем алып сығасағын белә. Ә был юлдар шаҡтай оҙон буласаҡ. Уҡыусым, һинең йәнәшәңдә белем серҙәрен асыусың, кәңәшсең, ярҙамсың, әсәйеңдәй хәстәрлекле уҡытыусың буласаҡмын. Әйҙә, ныҡлы аҙымдар менән белем иленә рәхим ит!” Шундай уйҙар менән уҡытыусы эшкә ашыға.


Эйе, күпме бала уҙған уның күңеле, йөрәге аша. Күпме шатлыҡ, борсолоуҙар кисергән! “Үҙемдең һайлаған яҙмышым – уҡытыусы яҙмышы”, – тип ғорурланып, ғүме­рен изге һөнәр – уҡытыусылыҡҡа бағышлаған Яңғыҙҡайын урта мәктәбенең юғары категориялы математика уҡытыусыһы, Баш­ҡортос­тандың мәғариф алдынғыһы Рәйлә Насирова.
Күгәрсен районының Өмөтбай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, бәлки, күҙ алдына ла килтермәгәндер алыҫ Ғафури яҡтарына яҙмышым илтер ҙә бөтә ғүмерем, булмышым ауыл мәктәбе менән бәйләнер тип. Ғаиләлә дүрт малай араһында берҙән-бер ҡыҙ булып үҫкәнгәме, яуаплылыҡ, талапсанлыҡ, ғәҙеллек кеүек сифаттар Рәйлә Сәлихйән ҡыҙына бала саҡтан уҡ бирел­гән.Ҡайҙа ла һынатмаған тырыш ҡыҙ, Күгәрсен районы Мораҡ мәктәбенән һуң, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә һәм, уны уңышлы тамамлап, Ғафури районында хеҙмәт юлын башлай. Бөгөн – 30 йылға яҡын эш стажы булған, балаларҙың күңе­лен яулаған, ҙур ихтирамға лайыҡ уҡытыусыларҙың береһе ул. Заман талаптарына яуап биргән яңы педагогик алымдарҙы өйрәнеп, улар­ҙы ғәмәлдә һынап ҡарай. Шуға күрә лә мәктәп һәм район кимәлендәге дәрестәре һәр ваҡыт юғары баһа ала. Аҡыллы, тәртипле, тыңлаусан балалар тәрбиәләүсе, уларға һәр яҡлап ярҙам итеүсе, ҡыйынлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа өйрә­теүсе, дөрөҫ юл күрһәтеүсе мөғәл­лимә хеҙмәт емештәренә, уҡыусы­ларының уңыштарына, матур тормоштарына һөйөнөп, ғорурланып йәшәй, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп шатлана. Ошо шатлыҡ-һөйөнөс­тәрҙе уртаҡ­лашҡан, хеҙмәтеңде аңлаусы һәм яҡлаусы кешең яныңда булыуы үҙе бәхет түгелме ни?!
Студент йылдарында уҡ яратышып ҡауышҡан Рәйлә Сәлихйән ҡыҙы менән Ринат Зөфәр улы. Матур ғаилә ҡороп ике ҡыҙҙарына – Лилиә менән Рузиләгә ғүмер бүләк иткәндәр. Ата-әсәһенең һөнәрен дауам итеп, юғары белем алған педагогтар улар ҙа. Икеһе лә үҙ ғаиләләрен ҡороп, Өфө ҡалаһында йәшәй. Ғаиләлә матур тәрбиә алған итәғәтле, яғымлы, изге күңелле, ярҙамсыл балалар – ата-әсәнең шатлығы, таянысы, ғорурлығы.
Айырым бер йылылыҡ бөркөп торған күркәм йорттоң хужабикәһе Рәйлә Сәлихйән ҡыҙы матурлыҡ һәм гүзәллек тыуҙырыусы әсә, тормош иптәшенә яратҡан, иғтибарлы, мөләйем ҡатын, ә инде туған­дарына хәстәрлекле, ҡайғыртыусан апай. Тәҙрә төбөндә үҫкән гөлдәре тиһеңме, бешергән аш-ризыҡ­тарымы, йорт-ҡураларымы – һәр ҡайҙа уңған, булдыҡлы, татыу, берҙәм ғаилә һулышы.

Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 571

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 571

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 252

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 409

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 231

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 493

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 294

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 300

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 123

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 232

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 135

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 362