Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һин — дәүләттең именлеге, Телем!
Һин — дәүләттең именлеге, Телем!“Башҡорт телен өйрәнеүҙең әһәмиәте, уны һаҡлау һәм үҫтереүҙең проблемалары, хәл итеү юлдары” тигән темаға ойошторолған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышын күптәр көтөп алды. Башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләренә ҡағылышлы борсоған һорауҙар милли ойошма ағзаларын ғына түгел, киң йәмәғәтселекте, бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, ата-әсәләрҙе уйға һалды. Сараны асып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов һәр кемде фекер алышыуға, эшлекле тәҡдимдәр әйтергә саҡырҙы. Уның урынбаҫары Велмир Аҙнаев “тура бәйләнеш” аша сарала Ҡырымдан Даларис Имелбаев, Ҡытайҙан Рөстәм Ғабзалилов, Польшанан Вячеслав Чернев, Германиянан Ирек Байышев, Дондағы Ростовтан Мәхмүт Сәлимов ҡатнашыуын белдерҙе.


Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың, яҙыусы Мәрйәм Бура­ҡаеваның сығыштарында телдең рухи ҡиммәте, быуындарҙы быуындарға бәйләп торған байлыҡ булыуы хаҡында әйтелде. Ғалимә Лена Сөләймәнова үҙ телмәрендә, фәнни яҡтан нигеҙләп, тел – кешенең әхлаҡи үҫеш сығанағы, тип белдерҙе. Ул шулай уҡ башҡорттарҙа дөйөм белем биреү мәктәбе барлыҡҡа килеүгә 150 йыл тулыуҙы билдәләргә кәрәклеге, Ырымбурҙа Иманғоловтың 1867 йылда белем усағы асыуы хаҡында хәбәр итте. Закон буйынса туған телдә уҡыу, имтихандар тапшырыу тыйылмай, киреһенсә, хуплана. Был хаҡта ла әйтеп үтте телмәр тотоусы. Ә инде уның сығышында шулай уҡ иғтибарҙы иң ныҡ йәлеп иткәне – ата-әсәләрҙең белем процесында әүҙем ҡатнашыусы булыуы хаҡында һөйләме булғандыр. Һәр хәлдә, беҙҙекеләргә был хаҡта көн һайын әйтеп торғанда ла һис артыҡ булмаҫ ине. Тел – ул иң нескә, һаҡлауға һәм ҡурсауға мохтаж донъя! Шуға ла ниндәй ҙә булһа мәсьәләләр килеп тыуа башлаһа, ана шул иң нескә урынға бәрә лә инде.
Ата-әсәләр темаһына яңынан әйләнеп ҡайтам. Бөгөн тупһала – XXI быуат! Был хаҡта аҡылыбыҙ менән аңлаһаҡ та, заман беҙҙең алда, балаларыбыҙ алдында бөтөнләй яңы талаптар ҡуйыуы хаҡында онотоп ебәрәбеҙме? Әллә бөтөнләй ул хаҡта уйламайбыҙмы? Баланы туған телдә уҡыуҙан, аралашыуҙан мәхрүм итеү тамырҙарҙы ҡырҡып таш­лауға тиң. Ә ата-әсәләр башҡа телдәргә өҫтөнлөк бирә йә булмаһа минең өсөн барыбер тигән позиция ала. Был дөрөҫ түгел. Телде балаларыбыҙға үҙебеҙ генә өйрәтә алабыҙ. Эйе, мәктәптә белем бирелә, әммә аралашыу һаман да башҡа телдә бара икән, тимәк, уй, фекер ҙә шул телдә тигән һүҙ. Был хаҡта уҙған быуаттың 90-сы йылдарында күп һөйләй торғас, балалар баҡсалары, мәктәптәр асылды, туған телде өйрәнеү өсөн Баш­ҡортостанда ғына түгел, сит өлкәләрҙә мөмкинлектәр, шарттар тыуҙырылды. Ата-әсәләр үҙ заманында юллап астыр­ған мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты ғына ла иҫкә төшөрөү етә. Әҙип бит ул ваҡытта халыҡ шағиры булмаған, ә бары тик ябай атай кеше булараҡ, балаларына мөмкинлек тыу­ҙырырға тырышҡан. Бөгөн дә ата-әсәләр мәктәп етәкселеге менән бергә эшләргә тейеш. Туған тел, уның аша фәндәрҙе өйрәтеү — баланың килә­сәгенә, аң-белем донъяһына нигеҙ һалыу тигән һүҙ, ата-әсәләр. Үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы белеп, балала­рыбыҙ­ҙың яҙмышына битараф ҡалмайыҡ. Булмай ул, килеп сыҡмай, тип әйтер алдынан һеҙ талап итеп, хоҡуҡтарығыҙҙың Законға ярашлы булыуы хаҡында һөйләп ҡарағыҙ.
Башҡарма комитеттың баш белгесе Рәйсә Күзбәкова сығышын шундай юлдар менән башланы: “1990 йылдарҙан Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа төбәктә­ренән туған телдәргә һаҡсыл ҡарашы менән айырылып торҙо. Республикала 14 тел өйрәнелә, шуларҙың алтыһында уҡытыу алып барыла. Ләкин һуңғы бер нисә йыл эсендә милли мәғариф үҫеүгә түгел, ә, киреһенсә, яуланған позиция­ларҙы берәм-берәм юғалтыуға йүнәлеш алды. Бындай беҙҙең файҙаға булмаған үҙгәрештәрҙең төп сәбәпсеһе – Федераль үҙәктең мәғариф өлкәһендә алып барған сәйәсәте. Берҙәм дәүләт имтихан­дарының индерелеүе, милли төбәк компонентын юҡҡа сығарып, уны этномәҙәни үҙенсәлек тип алыу, элек милли төбәк компонентына бүленгән сәғәттәрҙең йөкмәткеһен билдәләүҙе мәктәп директоры һәм ата-әсәләр хөкөмөнә тапшырыу – былар бөтәһе лә милли мәға­рифтың файҙаһына түгел. Шул уҡ ва­ҡытта илдең кеше хоҡуҡтарын билдә­ләгән төп документтары – Рәсәй Конс­титуцияһы, “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закон, Башҡор­тостан Конституцияһы, “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһын­да”ғы Закон — баланың туған телендә белем алыу, уны өйрәнеүгә бәйле хоҡуҡтарын аныҡ билдәләй”.
Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Мәғариф министрлығы менән берлектә респуб­ликаның бер нисә районында май айында булған тикшереү һөҙөмтәләре менән дә таныштырҙы. Баҡтиһәң, күп урын­дарҙа “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закондың 14-се, “Баш­ҡортостанда мәғариф тураһында”ғы Закондың 6-сы статьялары тупаҫ рәүештә боҙола, йәғни башҡорт балаларына туған телендә белем алыуға шарттар тыуҙырыу урынына мәктәп директорҙары, уҡытыусылар ата-әсәләр­ҙе “балаларығыҙ БДИ бирә алмай” тип ҡурҡытып, уҡытыуҙы урыҫ теленә күсерә икән. Федераль закон буйынса балалар­ҙың IХ класҡа тиклем туған телендә белем алырға хоҡуғы булыуға ҡарамаҫтан, тикшерелгән бер урында ла V кластан уҡ башҡорт телендә уҡытыу юҡ тип әйтергә мөмкин. Ҡалғандарында баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән башҡа бөтә предметтар ҙа, хатта йыр, рәсем дәрес­тәре лә урыҫ телендә алып барыла.
Уҡытыусылар коллективы, мәктәп етәкселеге тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп китмәй булмай, минеңсә. Йыйы­лыштарҙа, хатта урындағы ҡоролтай ултырыштарында башҡорт телен уҡы­тырға кәрәк тип лаф ороуҙан арына алмайбыҙ түгелме? Ғәмәлдә, һүҙебеҙ ҡағыҙҙа ғына ҡала килә бит. Башҡорт теле балаларға, ата-әсәләргә генә түгел, беҙҙең бөтәбеҙгә лә кәрәк! Мәғариф өлкәһендә үҙгәрештәр башланыу менән үк милли мәктәптәр туған телдә уҡытыуҙы дауам итеү юлдарын бергәләп эҙләргә тейеш түгелме икән?
Рәйсә Абдрахман ҡыҙы сығышында Рәсәйҙең башҡа хоҡуҡи-норматив документтарына яңынан ҡайтып, Федераль дәүләт белем биреү стандарттары тураһында ла мәғлүмәт бирҙе. Уҡыу предметтарының йөкмәткеһенә мәктәп һәм этномәҙәниәт компоненты инде­релергә тейеш. Башланғыс кластарҙа ул – 80-гә — 20, урта кластарҙа 70-кә — 30 нисбәтендә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, комиссия ҡараған мәктәптәрҙә стандарт­тың был талабы бөгөн үтәлмәй икән.
Ауырғазы районының Төрөмбәт, Күгәрсендең Ҡалдар, Тәүәкән, Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ, Дәүләкән районының Мәкәш мәктәптәрендә “Тирә-яҡ мөхит”, йыр, рәсем, тарих, география дәрестәренә этномәҙәни йөкмәтке күпмелер дәрәжәлә индерелгән. Башҡа мәктәптәрҙә эшләгән уҡытыусыларҙың эш пландарын өйрәнеү барышында стандарттың был төп талабы үтәлмәүе асыҡланған. Комиссия ағзаларын ныҡ аптыратҡан тағы бер нәмә – ошо тикшерелгән мәктәптәрҙең байтағында яңыраҡ ҡына Мәғариф өлкәһендә күҙәтеү һәм контроль идаралығы тикшереү үткәргән, ләкин уларҙың кәңәштәрендә был турала бер һүҙ ҙә әйтелмәгән.
“Федераль дәүләт белем биреү стандарттары туған телдәргә, уларҙы уҡытыуға ҡаршы килмәй, киреһенсә, был өлкәлә асыҡ бурыстар ҡуйыла, — тине Рәйсә Күзбәкова. — “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закондың төп принциптарының береһе – этномәҙәни үҙенсәлектәрҙе һәм халыҡ йолаларын һаҡлау, үҫтереү. Уның үтәлешен урындағы мәғарифҡа идара итеү органдары тәьмин итмәһә, кем ул эште атҡарыр?! Был органдар иң тәүҙә милли республикаларҙағы милли мәғариф сәйәсәте өсөн яуаплы икәнен онотмаһын ине.
Прокуратураның дәреслектәргә бәйле дәғүәләрен дә урынһыҙ тип һанарға мөмкин. Был проблема Татарстандан башҡа бөтә милли республикаларға ла хас. Шуның өсөн Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығынан 2014 йылдың 29 апрелендә хат төшөрөлдө. Уға ярашлы федераль исемлеккә инмәгән дәреслектәрҙе 2018 йылға тиклем ҡулланырға мөмкин”.
Мәғариф министрлығына, район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына Рәсәй Конституцияһының, Рәсәй һәм Башҡор­тостандың мәғариф тураһындағы закондары үтәлешен тәьмин итеп, бала­ларға туған телендә сифатлы белем биреү сараһын күреү хаҡында аныҡ эштәр атҡарырға кәрәк. Ә Мәғариф өлкәһендә күҙәтеү һәм контроль идаралығы уҡыу йорттарында ҡануни­әттең үтәлешен тикшергәндә “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закондың 14-се статьяһы барлығын һис оноторға тейеш түгел. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы урындағы ҡоролтайҙар, Мәғариф министрлығы, муниципаль берекмәләрҙең белем биреүгә етәкселек итеү органдары менән бергәләп был проблемаларҙы хәл итергә әҙер. Әммә йәмәғәт ойошмаларына ла халыҡтың, уҡыу йорттарының, ата-әсәләрҙең ярҙамы, ҡулға-ҡул тотоноп эшләүе мөһим. Башҡортостан Хөкүмәтенә үҙенең Президиумының бер ултырышын милли мәғариф проблемаларына арнауын һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк тигән тәҡдим индерелде ҡоролтай ултырышында. Иң тәүҙә аҙ комплектлы мәктәптәрҙе финанслау системаһы үҙгәрергә тейеш, тинеләр. Әйткәндәй, Прокуратура тикшереүҙәре күрһәте­үенсә, Мәғариф тураһындағы закондың “мәктәптәрҙә уҡыу пландарының вариатив өлөшө ата-әсәләр, йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында ҡабул ителергә тейеш” тигән талабы үтәлмәй булып сыҡты. Туған телде, милли мәҙәниәтте һаҡлау бурысын власть менән йәмәғәт ойошмалары бергәләп эшләгәндә генә уңышлы атҡарырға, был ҡатмарлы мәсьәләне йырып сығырға була. Ошо фекерҙе шағирә Гүзәл Ситдиҡова әйтеп китте. Заман башҡа – заң башҡа. Әммә дәүләтселеге булған башҡорт халҡы ошо быуатта теленең яҙмышын үҙе өсөн генә түгел, ошо төбәктә йәшәгән башҡа халыҡтар именлеге хаҡына ла бергәләп хәл итергә бурыслы.
Интернет селтәрендә Чечен респуб­ликаһындағы хәлдәр тураһындағы яҙма ла халыҡ иғтибарына сығарылды: “Рәсәйҙең Конституция суды шундай һығымтаға килгән: республикаларҙың мәғариф учреждениеларында туған телде өйрәнеү ил Конституцияһына ҡаршы килмәй. Тимәк, уҡыу планының федераль компоненты, Федераль дәүләт белем биреү стандарттары һәм Рәсәй Федерацияһының Чечен Республи­каһындағы дөйөм белем биреү учрежде­ниеларының яҡынса уҡыу пландары файҙаланыла, мәктәптәрҙә чечен телен өйрәнеү законлы, һәм һеҙ уны уҡыуҙан баш тарта алмаясаҡһығыҙ, тиелә унда. Ошо уҡ закон принциптары Рәсәйҙең башҡа субъекттарына ла ҡағыла.



Рауил БИКБАЕВ

Иң беренсе мөғжизә


Мөғжизәләр күрҙем был донъяла,
Уларҙың кем белгән һандарын?
Хайран итә мине, таң ҡалдыра
Күпме кисем, күпме таңдарым.

Ете генә мөғжизә бар, имеш,
Бар тарихта! –
Аҡыл еткеһеҙ…
Башҡортостан! Тик үҙендә генә
Мөғжизәләр һанап бөткөһөҙ.

Бихисаптыр ерҙең хикмәттәре –
Беренсеһе миңә шул булыр:
Туған телем мөғжизәһе генә
Тормошомдо йәмгә тултырыр.

Туған телем тәүге мөғжизә бит
Миңә генә түгел, ил өсөн,
Беренсеһеҙ булмай икенсеһе,
Беренсеһеҙ булмай меңенсе.

Телем бөтһә, ерем йәме бөтөр,
Мәғәнәһе ҡалмаҫ ғүмерҙең.
Берҙән-берем, йәнем –
Туған телем –
Иң ҙур мөғжизәһе был ерҙең.

Һинһеҙ йәшәү булырмы ни йәшәү?
Оҡшармы ни яҙым яҙыма?
Һәр бер өнөң, һүҙең, бөтә моңоң —
Минең өсөн иң ҙур хазина.

Туған телһеҙ ниндәй бәхет ҡалыр?
Һүнер төҫтәр, тыныр бар көйҙәр.
Туған телем,
Минең өсөн тик һин —
Ерҙә иң беренсе мөғжизә!.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 618

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 614

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 266

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 425

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 248

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 514

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 309

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 318

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 139

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 247

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 152

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 375