Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт бөтмәһен тиһәң, башҡорт ит һин балаңды
Башҡорт бөтмәһен тиһәң, башҡорт ит һин балаңды
Матур тормошта йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр. Көрсөк, һынылыш осоронда ла республикабыҙҙа тормош ҡайнап тора, эшләйем тигән көслө рухлы кеше эшен дә, донъя көтөргә яйын да таба. Рухты үҫтереү, илһөйәрлекте нығытыу өсөн ойошторолған сараларҙың да иҫәбе-һаны юҡ. Әле яңы ғына районда билдәле сәсән Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапановтың тыуыуына 235 йыл тулыуға арналған сәсәндәр бәйгеһе үтте.
Жюри ағзалары — үҙ эштәренең оҫталары Р. Мусина, В. Камалов менән һәр ауылдан иң яҡшы һүҙ оҫталарын эҙләнек. Һөҙөмтәлә асылмаған таланттар, яңы исемдәр район сәхнәһенә сыҡты. Республика халыҡ ижады үҙәге, «Киске Өфө» гәзите иғлан иткән «Селтәр» конкурсында ла ҡатнашырға теләгәндәр бихисап булды. Оҫтабикәләр селтәр-ҡашмау кеүек милли биҙәүестәр эшләү менән мауығып китте. Боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү маҡсатында Әбйәлил тәүгеләрҙән булып «Һандыҡ-шоу» байрамын уҙғарҙы.
Унан башҡа ла райондаштарыбыҙ йыл һайын «Байыҡ» телевизион бейеү бәйгеһендә, «Юлдаш йыры», «Башҡорт йыры» конкурстарында, «Алтын тирмә» телевикторинаһында мәртәбәле еңеүҙәр яулап тора. Былар барыһы ла – мәҙәниәт бүлегенең нәтижәле эше күрһәткесе. Һанай башлаһаң, уңыштарыбыҙ күп. Әммә ҡатнашҡандарҙың урта, хатта оло йәштәге кешеләр икәнлеген күрәбеҙ. Сәсәндәр араһында ла үҙе шиғыр яҙып, үҙе һөйләп торған балалар һанаулы ғына. Йәш быуын йылдан-йыл рухиәттән ситләшкән кеүек. Шуға ла һөйләр һүҙем башҡорт теле, уның хәҙерге хәле, киләсәге тураһында булыр.
Былтыр оҙаҡ ҡына баш ҡалала йәшәргә тура килде. Өфө урамдарында ла башҡортса һөйләшкән кешене табыуы еңел түгел икән. Транспортта, магазинда, балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә олоһо ла, кесеһе лә русса аралаша. Хатта башҡорт гимназияһында – уҡытыусылар тырышып-тырмашып башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән белем усағында – туған телебеҙҙә һөйләшкән ата-әсә һирәк. Улар, үҙҙәре әйтеүенсә, «башҡорт телен белмәгән башҡорттар». «Исмаһам, балаларыбыҙ туған телен белеп үҫһен тип ошо гимназияны һайланыҡ», – тиҙәр. Ярай, ҡаланың үҙ тормошо, үҙ мөхите, ти. Ләкин бит ҡала кешеһенең дә тамырҙары ауылда. Ауыл – ул тарихты һаҡлаусы, рух сығанағы, тәбиғилек, ябайлыҡ, илһам шишмәһе. Тамырҙарын онотҡан, тарихын белмәгән, үҙ телен һанға һуҡмаған, йолаларын тотмаған башҡорт үҙ милләте тураһында уйлап та бирмәйәсәк. Кеше тәү сиратта үҙенең телен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын белергә тейеш, сөнки милли үҙаң, рух тик тел, йыр-бейеүҙәр, ауыҙ-тел ижады аша тәрбиәләнә.
Оҙаҡ йылдар мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләнем. Балаларҙа рус теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләһәм дә, күңелем түрендә һәр саҡ үҙемдең телемә һөйөү һүрелмәне.
Әбйәлил – күпселек халҡы башҡорт милләтле төбәк. Шуға туған тел мәсьәләһе киҫкен тормаған кеүек. Әммә башҡорт теленең бәҫе китеүе, ҡулланыу даирәһенең тар булыуы мине генә түгел, халҡы, иле өсөн борсолған башҡаларҙы ла уйға һала. Мәғариф системаһында эшләгән бер танышым балаһының тик русса ғына һөйләшеп, башҡортса бер һүҙ ҙә белмәүе менән ғорурлана. Уның үҙенең дә телмәре үҙенсәлекле «Асҡар диалекты» өлгөһө – бер һөйләмдең эсендә бер нисә русса, бер нисә башҡортса һүҙ әйтеү.
Бындай миҫалдар байтаҡ. Йәйгеһен йылға буйында уйнап йөрөгән 4-5 йәшлек балаларҙы күҙәтәм. Улар тик русса аралаша. Ата-әсәләре — үҙебеҙҙең ауыл башҡорттары, ә балалары туған телен белмәй. Был хәлде нисек аңларға? Заман башҡа – заң башҡа, тиергә лә булыр ине, сөнки юғары технологиялар заманына тура килдек. Һәр йортта бер нисә компьютер, телевизор, планшет йә смартфон. Шуға ла хәҙерге балаларҙың аң кимәле ныҡ үҫешкән, ололар белмәгәнде беләләр. Шул уҡ ваҡытта көноҙоно телевизорҙан тик рус телендә йәнһүрәт ҡарап, компьютер уйыны уйнап үҫкән бала үҙ телен генә түгел, бөтә донъяһын, ата-әсәһен дә онотоуы ихтимал.
Башҡорт балаһының телен белмәүендә кем ғәйепле һуң: балаһы менән ихлас аралашыу өсөн ваҡыт тапмаған атай-әсәйме, әллә туған мөхиткә һөйөү тәрбиәләй алмаған мәктәпме?
Теле яңы асылып тәтелдәгән сабыйҙың ниндәй телдә, нисек һөйләшеп китеүе атай менән әсәйҙән, ғаиләнән тора. «Пап», «мам» тип өндәшкән баланың рухлы башҡорт булыуы икеле. Аң, рух, ғәм кеүек сифаттарҙы тик ғаилә генә бирә. Балалар баҡсаһы, мәктәп иһә был юҫыҡта ғаиләнең фекерҙәше, ярҙамсыһы була ала.
Телебеҙҙең киләсәге һәр башҡортто борсорға тейеш, сөнки ул — аралашыу сараһы. Башҡортса һөйләшкән кеше ҡалмаһа, нимәгә ул тел?! Халыҡты халыҡ иткән – тел, артабан ғына уның йолалары һәм мәҙәниәте тора.
Балаларыбыҙ бәләкәстән өләсәһенең бишек йырын, әкиәттәрен тыңлап, олатаһының кәңәштәрен тотоп, башҡортса тапшырыуҙар ҡарап, башҡортса китап, гәзит уҡып үҫһә икән!
90-сы йылдарҙа ҙур ыҙалыҡ менән яуланған суверенитет емеше — дәүләт статусы алған телебеҙ бөгөн яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Таяҡтың йыуан башы мәғариф системаһына – башҡорт телен уҡытыуҙы яңы кимәлгә күтәрергә тейешле уҡытыусылар иңенә төшә. Ҡулайлаштырыу шарттарында башҡорт теле дәрестәрен улай-былай тартҡылап, «тишектәрҙе ямауға», дәрестәре етмәгәндәрҙең сәғәтен тултырыуға ҡайтып ҡалыуына сик ҡуйылмаһа, ЮНЕСКО-ның фаразы раҫ булып, башҡорт теленең киләсәктә бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал.
Башҡортса һөйләшкән оло быуын вәкилдәре менән бергә телебеҙ ҙә бөтөү өҫтөндә түгелме? Бөгөн балалар баҡсаларында байрамдар, иртәлектәр тик рус телендә яңғыраған шиғырҙар һәм йырҙарҙан ғына торһа, мәктәптәрҙәге тәрбиәүи саралар, линейкалар русса ғына алып барылһа, етәкселәр йыйылған кәңәшмәләрҙә башҡортса бер сығыш та яһалмаһа, телебеҙ кемгә һәм нимәгә кәрәк?
Сағыштырыу өсөн миҫал: ауылыбыҙҙа күршелә генә татар еңгәй йәшәне. Йәш кенә көйө килен булып төштө ул башҡорт еренә. Тырышып донъя көттө, ауылдаштары менән ихлас аралашты, күрше-тирәһен хөрмәт итте. Тик ғүмере буйына үҙ теленә хыянат итмәне, татарса һөйләште. Ә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары сит милләт кешеһенә кейәүгә сыҡтымы, үҙ телен йәһәт онота, балаһы тыуһа, ире ниндәй милләттән – шул исемде ҡуша. Уйлап ҡараһаң, ҡатын-ҡыҙ бит милләт әсәһе.
Башҡортса һөйләшмәү ул беҙҙең халыҡтың менталитетынан да киләлер, сөнки башҡорт үҙенең булмышы менән баҫалҡы, оялсан, тыйнаҡ. Әйтер һүҙен әйтә алмай, оялып, баҙап ҡалғанлыҡтан күп милләттәштәребеҙ маҡсатына ла өлгәшә алмай. «Балам кеше араһында кәм-хур булмаһын, шартлатып русса һөйләп торһон», – тип тә уйлай күптәр. Хатта үҙемдең балаларымдың: «Әсәй, ҡалала ҡысҡырып башҡортса һөйләшмәсе, бөтә кеше беҙгә ҡарай», – тип тыйыуын ишеткәнем булды. «Ҡараһын, мин үҙ илемдә, үҙемдең телемдә һөйләшәм», – тип яуаплай инем уларға.
«Башҡорт бөтмәһен тиһәң, башҡорт ит һин балаңды», – тип шиғырҙа яҙылғанса, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән башҡортса һөйләшәйек!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 571

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 571

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 252

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 409

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 232

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 494

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 294

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 301

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 123

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 232

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 135

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 362