Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телле итһәк тә, телһеҙ ҡалдырһаҡ та – үҙебеҙҙән
Телле итһәк тә,  телһеҙ ҡалдырһаҡ та – үҙебеҙҙән 2016/17 уҡыу йылына төрлө борсолоу, тулҡынланыу аша килеп индек. Мәктәп… Төрлө телдә төрлөсә әйтелһә лә, белем усағы булараҡ, ул һәр кемдең күңелендә мәңгегә ҡала. Киләсәк быуындар ҙа шулай ҡабул итерме уны?
“Сыуаҡ көндәр булып балҡый һаман
Күңелдәрҙә мәктәп йылдары.
Белем усағынан төшкән нурҙар
Яҡтырттылар ғүмер юлдарын.
Аҡ нурҙарын һирпеп беҙҙең зиһендәргә,
Өмөт шәмен яғып йөрәккә
Уҡытыусы алып китте беҙҙе
Белем тауҙарына йыраҡҡа…”,

– тип яҙа “Һабаҡташтарыма тигән шиғырында Раян Вахитов.
1917 йылғы Октябрь революцияһының төп маҡсаты халыҡты наҙанлыҡ һөрөмөнән ҡотҡарыу, шул юл менән илде аяҡҡа баҫтырыу була. Ил етәкселеге иң беренсе шул эшкә тотона. Ашығыс рәүештә әҙ генә белеме булғандарҙан ҡыҫҡа ваҡытлы курстарҙа уҡытыусылар әҙерләйҙәр һәм, ауыр шарттарҙа мәктәптәр асып, уҡытыусыларҙы халыҡ араһына тараталар, барлыҡ ерҙә ағартыу эштәре башлана. Уҡытыусы ул ваҡытта ауыл өсөн белемле, бөтә нәмәгә һәләтле зат була. Халыҡ уҡытыусыға ышана. Һуҡыр шәм яҡтыһында иҙәндә ултырып булһа ла йәше, ҡарты, бала-саға белем алырға килә, ас-яланғас булһа ла уҡырға йөрөй. Илдә революция һәм граждандар һуғышы эҙҙәре әле бөтмәгән, ләкин уҡыу һәм уҡытыу әсбаптары бушлай таратыла. Һәр кем туған телендә белем ала. Шул шарттарҙа уҡығандар араһынан күпме күренекле кеше сыҡҡан. Тарих биттәрендә урын алған милли кадрҙар менән бөгөн дә ғорурлана алабыҙ.
Донъя бер урында тормай. Ошо бер быуатлыҡ арауыҡта илдә һәм ер йөҙөндә барлыҡҡа килгән үҙгәрештәр һәр өлкәгә ҡағылмай ҡалманы. Тәү сиратта кешелектең тотҡаһы булған мәғариф ҙур үҙгәрештәр, боролоштар кисерә. Шулай ҙа яңыртып ҡороуҙар милли мәсьәләгә, милли мәғарифҡа ҡарата үтә лә ҙур һаҡсыллыҡ талап итә.
Фән бөгөн йәшен тиҙлегендә үҫә, хатта уның яңылыҡтарын аңлап өлгөрөп тә булмай. Тимәк, заманға яраҡлаштырылған программалар, яңы кадрҙар әҙерләп өлгөрөргә кәрәк. Әлбиттә, иң элек мәғариф системаһын тамырынан үҙгәртеү мотлаҡ. 90-сы йылдарҙа барлыҡ илдә бығаса күрелмәгән тетрәнеүҙәр булды, халыҡ күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы, шатлыҡ­лы ваҡиғалар килтерҙе. Дәүләт теле була­раҡ, башҡорт теле бөтә мәғариф учреждениеларында: мәктәптәрҙә, урта махсус белем биреү һәм юғары уҡыу йорттарында уҡытылыу хоҡуғына эйә булды. Һәр милләт балаһына юғары уҡыу йортона ингәндә туған телендә имтихан биреү ҡаралды. Был эш йәмәғәтселектең тырышлығы менән ярайһы уҡ юлға һалынды.
Тик бөгөн БДИ исемлегенән башҡорт телен төшөрөп ҡалдырыу икенсе дәүләт теленә баһа өҫтәмәй, уға уҡыусыларҙа ихтирам тойғоһон кәметә. Ошо сетерекле мәсьәләне ата-әсә үҙенсә аңлап, йәғни баланы туған телдә уҡытыу уның киләсәгенә йоғонто яһар, тейешле белгес булып сыға алмаҫ, тигән икеләнеү тыуҙы. Шул сәбәпле ата-әсә балаһын башҡорт класына, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмөнә биреүҙән баш тарта. Улар мәғариф реформаларына һылтана. Ә бит реформалар, киреһенсә, илебеҙҙә һәр милләткә үҙ телендә уҡыу, үҙ тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү хоҡуғы бирә.
Юғары уҡыу йорттарына инеү имтихандарын һәр милләт балаһының туған телендә бирә алыу мөмкинлеген яңынан тергеҙергә кәрәк. Юғиһә, телле бала­ларыбыҙҙы үҙебеҙҙең ғәмһеҙлек арҡа­һында телһеҙ ҡалдырыуыбыҙ бар.
1926 йылда БАССР-ҙа башҡорт теле дәүләт статусын ала, ул законлаштырыла һәм шул законда рәсми ҡағыҙҙар, сығыш яһауҙар ижтимағи сараларҙың урыҫ теле менән бер рәттән башҡорт телендә лә алып барылырға тейешлеге ҡарала һәм шулай эшләнә лә, ләкин ул 30-сы йылдарҙа юҡҡа сығарыла.
Бөтә сығыштарҙы, төрлө сараларҙы башҡорт дәүләт телендә алып барыуға Рәсәй ҡаршы булмаясаҡ, быны үҙебеҙгә тергеҙеү шарт.
Бөгөн һәр милләт кешеһенең киләсәге үҙ ҡулында. Рәсәй реформаларын, был осраҡта уҡыу-уҡытыуҙа, ентекләп өйрәнеп, һәр кеше үҙ мәнфәғәтендә ҡуллана ала. Был мөһим, тик һәр кешенең әүҙемлеге зарур. Киләсәккә асыҡ күҙ менән ҡарарға тырышыусылар, ныҡлы рухлылар ғына кәрәк. Бөгөн донъяуи мәсьәләләрҙе берҙәмлек менән генә төҙәтергә мөмкин. Килеп тыуған мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү тик үҙебеҙҙән тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 610

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 606

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 263

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 421

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 243

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 512

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 308

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 315

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 136

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 243

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 151

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 373