Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Беҙҙең Арғаяш яғында “ул” урынына “ал” тип һөйләшәләр. Был үҙенсәлек ҡайҙан килеп сыҡты икән?

Ғәлимә АХУНОВА,
уҡытыусы-пенсионер.


Күренекле ғалим-диалектолог, филология фәндәре докторы Н.X. Мәҡсүтова “Восточный диалект башкирского языка” исемле китабында “ал” алмашының Арғаяш һәм Мейәс һөйләштәрендә ҡулланылғанын билдәләгән. Ул шулай уҡ ҡырғыҙҙарҙың бәләкәй генә диалектында ла теркәлгән.
“Ал”дың этимологияһын асыҡлау өсөн Урал-Алтай телдәренең тарихи үҫешенә күҙ һалырға кәрәк. Борон уларҙа III зат алмашы “о” рәүешендә генә булған. Ул бөгөнгө азербайжан, ғағауыз, ҡумыҡ телдәрендә һаҡланған. Н.Х. Мәҡсүтова әйтеүенсә, ошо ҡыҫҡа алмаш бөгөнгө ҡыҙыл һөйләшендә лә бар: “У мәлдә уҡыу балаһы булып йөрөй ине” (үрҙә әйтелгән хеҙмәттең 272-се битенән). Әйткәндәй, боронғо алтай телендә I һәм II зат алмаштары ла ҡыҫҡа, йәғни би (мин), си (һин) рәүешендә булған. Улар бөгөнгө монголдарҙа, тунгус-маньчжурҙарҙа һаҡланған.
Төрки ҡәбиләләре боронғо алтай теленән айырылып сығып, үҙаллы йәшәй башлағас, бик тиҙ һәм йылдам үҫеш ала. Иң мөһиме — үҙ яҙмаһын булдырып, бай тарихын ҡая таштарға уйып ҡалдыралар. Уларҙы ғалимдар “Орхон-Йәнәсәй яҙмалары” тип йөрөтә, сөнки тәүге мәғлүмәттәр ошо йылғаларҙың ҡая таштарында табыла.
Йылдам үҫә башлаған төрки ҡәбиләләренең теле үҙгәрешһеҙ ҡала алмаған, сөнки боронғо алтай һүҙҙәренең мәғәнәһе аныҡ булмаған, айырыуса алмаштар дөйөм мәғәнә белдергән. Мәҫәлән, боронғо алтай теленән килеп ингән зат алмаштары үҙенең киң мәғәнәһен аныҡларға тейеш булған. Һөҙөмтәлә I һәм II заттыҡылар (би, си) – “н” билдәлелек, ә III зат алмашы (о) боронғо “л” билдәһеҙлек күрһәткестәрен ҡабул иткән: бин, син, ол. Улар боронғо төрки телдә шул көйө нығынған.
Аҙаҡ башҡорт, татар, ҡараим, ҡырғыҙ, ҡарасәй-балҡар телдәрендә “ол” алмашы “ал”ға әйләнеп, уның күплек формаһы яһалған: ол (он) — ал (они). Ни өсөн тигәндә, билдәлелек-билдәһеҙлек теорияһы буйынса киң һуҙынҡылар борон-борондан күплек мәғәнәһен белдереүгә ҡулайлашҡан булған.
Ләкин күпмелер ваҡыт үткәс, “ал” алмашы үҙенең күплек мәғәнәһен юғалта башлаған, сөнки урта быуаттар тирәһендә төрки телдәрҙә плеоназм тигән күренеш хәрәкәт итә башлаған. Уның асылын профессор Г.Ф. Благова шулай тип күрһәткән: “Плеоназм иҫкергән аффикстың тәүге мәғәнәһенең юғалыуы, һөҙөмтәлә һүҙҙең нигеҙе үҙгәреү арҡаһында барлыҡҡа килә”.
Был күренеш төрлө телдәргә, диалекттарға төрлөсә үтеп ингән. Һөҙөмтәлә “ал” формаһы барлыҡ төрки телдәрҙә лә үҙенең күплек мәғәнәһен юғалтҡас, бөтөнләй төшөп ҡалған. Ә Арғаяш һөйләшендә, киреһенсә, боронғо ул (ол) алмашы юҡҡа сыҡҡан, сөнки яңы барлыҡҡа килгән берлектәге “ал” формаһы өҫтөнлөк алған. Уның һаҡланыуына күплек алмашы “алар” ҙа ныҡлы йоғонто яһаған.
Ғөмүмән, көнсығыш диалект һөйләштәрендә һаҡланып ҡалған “ал” алмашының барлыҡҡа килеүендә һәм бөгөнгә тиклем һаҡланыуында билдәле тел закондарының (билдәлелек-билдәһеҙлек категорияһы, плеоназм, өндәрҙең тарихи үҫеш ҡанундары) тос өлөшө бар. Шуныһы ҡыуандыра: ул ҡағиҙәләрҙе атаҡлы ғалим Жәлил Кейекбаев асҡан.

Әхмәр АҘНАБАЕВ,
БДПУ профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 571

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 571

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 252

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 411

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 232

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 496

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 295

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 302

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 124

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 233

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 138

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 363