Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙгәртеү түгел, үҫтереү мөһим
Һуңғы йылдарҙа профессор Зиннур Нурғәлиндең башҡорт теле буйынса байтаҡ хеҙмәте донъя күрҙе, уларҙың ҡайһы берҙәре айырым китап булып та баҫылды. Ғалим быуат дауамында уңышлы ҡулланылған әҙәби телгә яңылыҡтар индереү, йәғни үҙгәртеп ҡороу тураһында һүҙ йөрөтә. Ошоға ҡарата үҙ һүҙемде әйтмәксемен.

Әҙәби телебеҙ халыҡ тарафынан күптән ҡабул ителгән. Уның үҙ ҡанундарына нигеҙләнеп эшләнгән аңлайышлы орфографияһы бар, яҙылышы ифрат еңел (бер төрлө әйтеп, икенсе төрлө яҙыу юҡ). Ошо әҙәби телебеҙҙә бихисап китап, дәреслек, методик ҡулланма, һүҙлек донъя күргән һәм әле лә сығарыла.
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 15 сентябрь һанында яҙыусы, журналист Әхмәр Үтәбаевтың “Алтын урталыҡ” зарурлығы” тип аталған мәҡәләһе баҫылды. Автор, Зиннур Нурғәлиндең фекерен хуплап, урыҫ теленә нигеҙ һалған А. Пушкинды, В. Далде, М. Ломоносовты иҫкә ала. Эйе, ХIХ быуатҡа тиклем урыҫ теле бик буталсыҡ, орфографияһы төҙөк түгел, ҡанундарға нигеҙләнмәгән булған. Дәүерҙең алдынғы ҡарашлы кешеләре мәсьәләне ваҡытында хәл иткән. Һөҙөмтәлә барлыҡҡа килгән урыҫ әҙәби теле әлегә ҡәҙәр халыҡҡа уңышлы хеҙмәт итә. Берәү ҙә уны яңынан эшләү тураһында һүҙ алып бармай. Әҙәби тел заман талаптарына, төрлө халыҡтың аралашыуына бәйле тыуған яңы һүҙҙәр менән тулыландырыла ғына. Ғалимдар үҙгәртеп ҡороуҙың ағын һыуға ҡаршы барыуға тиң икәненә төшөнә, күрәһең.
Һәр башҡорт әҙәби телде аңлай, үҙ итеп ҡабул итә, аралаша, яҙа. Шул уҡ ваҡытта үҙ һөйләшен дә ташламай. Был бик дөрөҫ. Өҫтәүенә әҙәби телебеҙ дәүләт статусы алды. Тимәк, уны үҙгәртергә тырышыу һис тә урынлы түгел. Булғанды һаҡлау, байытыу мөһим.
Әхмәр Үтәбаев әлеге мәҡәләһендә халыҡтың гәзит-журналға ихлас яҙылмауы сәбәбен дә әҙәби телгә килтереп терәй. Йәнәһе, уны үҙгәртеү зарур. Милли матбуғат баҫмалары бит быға тиклем дә әҙәби телдә донъя күрҙе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы һәр тарафта ла күпләп алдырҙылар, уҡынылар, аңланылар. Әлеге хәлдең төп сәбәбе иһә – замандың үҙгәреүендә. Әҙәби телде яңыртыу ғына бөтөн мәсьәләне хәл итһә ине лә һуң...







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 631

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 630

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 271

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 429

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 252

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 522

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 314

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 325

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 142

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 252

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 156

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 379