Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гөлдө тәрбиәләгәндәй...
Бөгөн ер йөҙөндә меңләгән телгә бөтөнләй юғалыу хәүефе янай тип иҫәпләнә. ЮНЕСКО-ның генераль директоры Комитеро Мацуро: “Мәҙәниәттәрҙең аралашыуы, төрлө халыҡ вәкилдәренең туған телгә һаҡсыл мөнәсәбәте, телдең бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡтары менән танышыу икенсе телдәрҙең айырымлығын һәм үҙенсәлеген күреүгә ярҙам итер”, — тигән. Хаҡ һүҙҙәр.


Тел — ул кеше аңының туҡтауһыҙ үҫеш сы­ғанағы, әҙәм балаһының рухи тормошон, аҡы­лын үҫтереүсе ҙур көс. Әсә һөтө менән ингән онотолмай ул. Илдә төрлө ҡоролоштар булыр, батшалар алмашыныр, ләкин туған тел, дин, халыҡтар тарихы йәшәүен дауам итер.
Тел — ул мәңгелек ҡорал. Телһеҙ, динһеҙ, тарихһыҙ халыҡ булмай. Шулар булмаһа, ул йәшәмәй ҙә, үҫмәй ҙә. Быны мин үҙем йәшәгән Чехия Республикаһы миҫалында һөйләй алам. Рәсәйгә немецтарҙы XVII быуатта Екатерина II саҡырып килтерә, ә Чехияға улар күпкә алдараҡ, XII быуатта уҡ, күсеп килә, сөнки немец кенәздәре борон-борондан чехтарға идара иткән. Кемдең ҡулында — шуның ауыҙында, урындағылар тора-бара күпселекте тәшкил иткән күсмәнделәргә бар яҡтан да, шул иҫәптән тел йәһәтенән дә буйһонорға мәжбүр булған. Немец теле барлыҡ дәүләт учреждениеларында, мәктәптәрҙә, вуздарҙа уҡытыл­ған, юғары уҡыу йорто студенттары Венаға барып белем алырға тейеш булған, ә чехса һөйләшергә рөхсәт ителмәгән. Шуға ҡара­маҫтан, халыҡтың алдынғы ҡарашлы кеше­ләре, иң беренсе сиратта шағирҙары, уҡы­тыусылары туған тел һағына баҫҡан. Улар араһында яҙыусылар Божена Немцова, Карел Маха, Франтишек Палацки һәм башҡалар бар.
Был эш илле йылдан һуң социализм ҡоролошо емерелеп капитализмға күскәс тә дауам итә. Бөгөн Чехияның иң билдәле кешеһе кем тип уйлайһығыҙ? Министр ҙа, академик та, артист та түгел, ә халыҡ араһында аңлатыу эше алып барған, туған телдең матурлығы хаҡында матбуғатта, телевидениела, радиола, театрҙа, йыр, кино сәнғәтендә даими сығыш яһаған чех теле уҡытыусыһы Зденек Свирак. Тимәк, телде тәҙрә төбөндәге гөлдө тәрбиәләгән төҫлө даими ҡарап, һыу һибеп, яратып торорға кәрәк. Ә һөҙөмтәһе шул: Икенсе донъя һуғышынан һуң ғына дәүләт статусы алған чех теле бөгөн йәшәй һәм сәскә ата. Уны биләмәһе буйынса Башҡортостандан саҡ ҡына ҙурыраҡ булған Чехияла меңдәрсә сит ил студенты өйрәнә.
Күп дәүләт теллелеге тураһында ла юл ыңғайы әйтеп үтәйем. 1918 йылда чехтар менән словактарҙы берләштергән Чехословакия дәүләте төҙөлөп, ике тел дә — чех һәм словак телдәре — дәүләт статусын үтәй. Илдә ошо юҫыҡта махсуслашҡан театрҙар, мәктәптәр барлыҡҡа килә, кинофильмдар төшөрөлә. Һәм, әлбиттә, чех теленә өҫтөнлөк бирелә, сөнки улар — ун миллион, ә словактар – ике миллион ярым тирәһе генә. Был тәжрибә лә үҙен аҡламай. Һөҙөмтәлә социализм тарҡалыу менән словактар, беренсе булып Чехословакиянан айырылып сығып, үҙаллылыҡ яулай. Словак теле дәүләт теле булып китә.
Башҡорт теле — туған телебеҙ, рус теле — милләт-ара аралашыу, ә сит ил теле — донъя мәҙәниәте ҡаҙаныштары менән танышыу, бүтән дәүләт вәкилдәре менән аралашыу теле. Заман башҡа — заң башҡа тигәндәй, тормош алға бара. Шуға күрә туған телде белеү менән генә сикләнергә ярамай, сит телдәрҙе лә өйрәнергә, уҡыусыларҙы заман үҙгәрештә­ренән артта ҡалмаҫҡа өндәргә кәрәк.
Сит ил тормошонан тағы ла бер миҫал килтерәйем. Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә тигән кеүек, халыҡтар араһындағы айырымлыҡты, алға китеште йәки, киреһенсә, торғонлоҡто республиканан ситтә нығыраҡ тояһың икән. Сағыштырыу, бәлки урынһыҙҙыр, ләкин сит ил уҡытыусылары менән беҙҙекеләр араһында айырма – ер менән күк араһы. Чехия мәктәптәрендә уҡытыусыларҙы конкурс нигеҙендә ҡабул итәләр, шуға улар эш урынын һаҡларға тырыша. Бында уҡытыусылар туған теленән тыш бер нисә сит телдә иркен һөйләшә — эшкә ҡабул иткәндә уның мотлаҡ ошоно һәм компьютерҙы белеү кимәле менән ҡыҙыҡһыналар. Унан һуң уҡытыусы мәктәптә бер нисә предметты уҡыта ала, тимәк, эш хаҡы ла мул. Юғары уҡыу йорттарында буласаҡ педагогтарҙы бер нисә предмет буйынса уҡытыу мөмкинлеге бында күптән системаға ингән: мәҫәлән, тарих-әҙәбиәт һәм донъя мәҙәниәте, рәсем-физкультура һәм йыр һ.б. Уҡытыусыға сит тел белеү икенсе илдәрҙәге яңылыҡтар менән танышырға, яңы методикаларҙы ҡулланырға, үҙ предметы буйынса мәғлүмәт алырға, заман технологияларын һәм компьютерҙы ҡулланырға мөмкинлек бирә.
Тыуған илдән йыраҡта йәшәһәм дә, башҡорт матбуғатын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының уңыштары, “Йыл уҡытыусыһы” конкурстары тураһында уҡып барам. Ун туғыҙ йыл башҡорт телен уҡытҡан уҡытыусы булараҡ, үҙ фекерем һәм уйҙарым менән уртаҡлашам: бындай бәйгеләргә иң-иң көслөләр, иң белемле һәм телебеҙ һағында торған уҡытыусылар сығыуы — шатлыҡлы хәл. Рәхмәт уларға! Һеҙҙең алда, хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, баш эйәм, тормош ауырлыҡтарына ҡара­ма­йынса, иртәгәһе көнгә ышаныс менән бағырға, яҡшыға ышанып-өмөтләнеп йәшәргә һәм эшләргә саҡырам. Минеңсә, ошо саҡырыуға мәҙәниәт өлкәһендә һөнәр һайлаған китапханасы, мәҙәниәт йорто, ауыл-ҡасаба клубтары, балалар баҡсаларында, радио, телевидениела эшләгәндәр ҙә ихлас ҡушылыр, тип ышанам. Көсөбөҙ — берлектә, шуны онот­майыҡ, бергә булһаҡ, телебеҙ ҙә йәшәр.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 571

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 571

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 252

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 409

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 231

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 493

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 294

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 301

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 123

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 232

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 135

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 362