Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ялғауҙарҙың тамыры тәрәндә
Ялғауҙарҙың тамыры тәрәндәБеҙҙең Арғаяш яғында ҡайһы бер һүҙҙәрҙе ҡатмарлыға әйлән­де­рә­ләр. Мәҫәлән, “атыны урла­ғандар”, “этене һунарға өйрәткән”. Әҙәби телдә, мәғлүм булыуынса, “атын”, “этен” тиҙәр. Был ҡатмарлы форманы айырыуса өлкәндәр ҡуллана. Ул ҡайҙан килеп сыҡҡан, ниндәйҙер осраҡлы хәл түгелме?
Зәйнетдин ХӨСНӨТДИНОВ.
Силәбе өлкәһе.

Арғаяштарҙың телендә бындай үҙенсәлек барлығын профессор Нәжибә Мәҡсүтова “Восточный диалект башкирского языка” исемле ғилми хеҙмәтендә билдәләп үткән. Бына уның миҫалы: “Алдыны ҡуйан ҡыйып китә”. Бындай ҡатмарлы форманың уғыҙ һәм ҡарлуҡ телдәрендә барлығын профессор Жәлил Кейекбаев билдәләгән. “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында ла төшөм килештең ҡатмарлы төрө ҡулланылған. Мәҫәлән, “Хан һүҙене ишеткәс, хан ҡыҙыны алам тип өмөтләнеп йөрөүсегә Сәләхи тарһынған”. Ҡулъяҙманың авторҙары, Арғаяш һөйләшенә хас үҙенсәлекле форманы һаҡлап, бик дөрөҫ эшләгән.
Ҡайһы бер төрки телдәрҙә йәки уның айырым һөйләштәрендә осраған төшөм килештең ҡатмарлы төрө XI быуаттан һуң барлыҡҡа килгән тип ышаныс менән әйтергә була, сөнки был осорға тиклем ябай форма ғына осрай. Ә боронғо яҙма ҡомартҡылар V – VIII быуаттарҙа уҡ булған. Был осорҙа көслө төрки дәүләте йәшәгән. VI быуатта уҡ улар үҙ яҙмаһын (руно йәки орхон-йәнәсәй яҙмалары тип йөрөтәләр) булдырған, ҡая таштарына тарихын, әҙәби әҫәрҙәрен уйып яҙған. Төрки ҡағанаты тарҡалғас, уның вә­кил­дәре төрлө яҡҡа таралған, һәм һөй­ләштәрҙә айырмалыҡ барлыҡҡа килгән, ҡайһы бер уртаҡлыҡтар ҙа һаҡланып ҡалған.
Боронғо башҡорт телендә аффикстар ябай булған. Әйтәйек, күплек, килеш ял­ғауҙары бер генә өндән торған. Күренекле төркиәтсе Владислав Котвичтың раҫ­лауынса, “Орхон яҙмаларын өйрәнеү хәҙер берҙән-бер күплек ялғауы булған -лар аффиксының һирәк ҡулланылғанын күрһәтә. Уның менән бер ҡатарҙан -т, -з, -ан/-ән, -ғун/-гүн ялғауҙары ла фай­ҙа­ланылған”. Профессор Жәлил Ке­­йекбаевтың яҙыуынса, “билдәлелек күрһәткесе -ғ/-г (-ығ/-иг) боронғо төрки һәм монгол телдәрендә билдәле төшөм килеш аффиксы сифатында сығыш яһай: ана (мать) һәм ана-ғ (маму)”.
Мәхмүт Ҡашғариҙың хеҙмәтенән кү­ренеүенсә, XI быуатта ла -ғ/-г күрһәткесе төшөм килеш аффиксы функцияһында ҡулланылыуын дауам иткән. Бына уның миҫалдары: “Күн тонуғ ҡуритти (Ҡояш тунды киптерҙе); Ол сөзүг аңлади (Ул һүҙҙе аңланы)”. Ғалим Вәли Псәнчин дә хеҙмәтендә был фекерҙе ҡеүәтләгән.
Тимәк, бөгөнгө төрки телдәрҙәге, шул иҫәптән башҡорттағы барлыҡ аффикстар ҡатмарланып бөтөп, бөгөн ике, өс, дүрт өндән тора. Әйтәйек, дала-лар, бәлә-ләр, бала-ның, ҡала-нан. Дүрт өндән торған формалар ҙа бар: дала-ғаса, мәктәп-кәсә.
Төрки телдәргә алыҫ булһа ла, ҡәрҙәш һаналған тунгус-маньчжур, фин-уғыр һәм монголдарҙа аффикстарҙың күбеһе ябай булып ҡалған. Мәҫәлән, ҡалмыҡтарҙа эмчи (лекарь) – эмчи-т (лекари). Ә эвенки һәм эвен телдәрендә үрә (бәләкәй тау) – үрә-л (бәләкәй тауҙар), мордваларҙа кудо (йорт) – кудо-т (йорттар), мансиҙарҙа ма (ер) – ма-т (ерҙәр), венгерҙарҙа алма (алма) – алма-ҡ (алмалар) тигән һүҙ формалары бар.
Ялғауҙарҙың ҡатмарланыуын һәм бының сәбәбен урал-алтай, төрки тел ғилемендә башҡорт ғалимы Жәлил Кейекбаев тәү башлап асыҡлап, бының плеоназм күренеше икәнлеген иҫбат итте. Асылы шунда: төрки телдәрҙә теге йәки был аффикс, телдә оҙаҡ ҡулланыла торғас, мәғәнәһен юғалтып, һүҙҙең тамырына ҡушыла. Шул саҡта тәүге мәғәнәне һаҡлау өсөн уға ярашлы тағы бер ялғау килеп тоташа. Был күренеште хәҙерге телдә лә күҙәтергә мөмкин. Мәҫәлән, береһе һүҙендә ике эйәлек аффиксы ҡулланылған: бер-е-һе. Тамырҙан һуң килгән -е аффиксы эйәлек мәғәнәһен юғалта башлаған, һөҙөмтәлә уға тағы бер ялғау килеп ҡушылған.
Плеоназмға асыҡ миҫалды профессор Л.Т. Мәхмүтова Миңзәлә һөйләшендә тап­ҡан. Уның раҫлауынса, бында “әйбе­ресе бар”, “итәгесе белән” (әйбере бар, итәге менән) тип һөйләшәләр. Тимәк, был һүҙҙәрҙәге тәүге аффикс эйәлек мәғәнәһен юғалта башлаған, шуға күрә йәнә бер ялғау килеп ҡушылған.
Профессор Жәлил Кейекбаевтың күплек аффиксы тарихы тикшерелгән хеҙмәтендә шундай һүҙҙәр бар: “Төрки телдәрҙә беренсе ябай күплек күрһәткесе -л яйлап үҙенең был мәғәнәһен юғалтҡан. Шуның өсөн әлеге өнгә тамамланған нигеҙгә билдәһеҙлек-күплек күрһәткесе –а/-ә ҡушылған. Һөҙөмтәлә -ла/-лә аффиксы барлыҡҡа килгән. Был ялғау ҡарасәй-балҡар телендә бөгөнгә ҡәҙәр һаҡланған: арба-ла (телеги), саби-лә (дети)”.
Был урында бер иҫкәрмәне әйтеп китеү кәрәктер. Профессор Жәлил Ке­йекбаевтың теорияһы буйынса башҡорт телендә борондан киң һуҙынҡылар (а, ә) – билдәһеҙлекте, ә тарҙары (ы, е, и, о, ө, у, ү) билдәлелекте белдереүгә ҡулай­лашҡан. Ҡасандыр беҙҙә лә -ла/-лә аффиксы булғандыр, сөнки ул ҡайһы бер топонимик атамаларҙа бар. Мәҫәлән, Ғафури районында Оҙон Ҡырла тигән тау бар. Ә ҡасандыр был һүҙ “ҡырлар” мәғәнәһен белдергән. Әммә -ла/-лә аффиксы күплек мәғәнәһен юғалта башлағас, уға боронғо ябай күплек күрһәткесе -р ҡушылған. Әйткәндәй, -р ялғауы тунгус-маньчжур телдәрендә бөгөн дә хеҙмәт итә: киран (бөркөт) – кира-р (бөркөттәр).
Бөгөнгө ҡатмарлы килеш аф­фикс­тарының барлыҡҡа килеүе лә плеоназм күренеше менән туранан-тура бәйле. Ғалим Вәли Псәнчиндең раҫлауынса, “килен, ашан, балан рәүешендәге боронғо төшөм килеш формаһы һуңыраҡ был мәғәнәһен юғалтҡан , шуға күрә уға -ы, -и элементы ҡушылған, һөҙөмтәлә ҡатмарланған яңы төшөм килеш аффиксы барлыҡҡа килгән”.
Борон эйәлек килеш формаһы бул­маған. Ҡарасәй-балҡар һәм ҡумыҡ телдәрендә ул бөгөн дә юҡ. Мәҫәлән, аты формаһы эйәлек һәм төшөм килеш формаһында йөрөй: аты башы (аттың башы), аты ҡарадым (атты ҡараным). Бындай осраҡ ҡайһы бер төрки телдәрҙең диалекттарында бар.
Әйтелгәндәрҙән сығып, шундай һығымта яһарға мөмкин: плеоназм күренеше һәр телгә төрлөсә йоғонто яһаған. Һорауҙа яңғыраған “атыны”, “этене” формалары ла Арғаяш һөйләшендә осраҡлы барлыҡҡа килмәгән. Ул – плеоназм хәрәкәте һөҙөмтәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 613

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 609

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 263

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 421

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 243

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 513

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 308

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 315

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 136

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 243

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 151

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 374