Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ өйөңдә генә – үҙ көйөң
Үҙ өйөңдә генә – үҙ көйөң Татыу булды Ырымбур егеттәре. Мин беренсе курста улар менән аралашып ҡалдым. Уларҙы “Ырымбурҙың аҫыл егеттәре” тип маҡтап ебәрһәләр, мин дә әллә кем булып китә торғайным.

Әмир ағайҙың скрипкала уйнауын тыңлау үҙе бер ғүмер ине бит! Атаһы оҫта уйнаған, тиҙәр. Атаһының шул тиклем оҫта уйнауына хайран ҡалған бер немец (беҙҙең яҡта улар күп йәшәй ине) үҙенең скрипкаһын бүләк иткән, тип тә һөйләйҙәр ине хатта.
Ә Ришат Вәхитовтың йырлауын бөтөн Башҡортостан яратып тыңлай бит! Ул башҡарған “Абдрахман” тигән йырҙы тыңлау – үҙе бер ғүмер. Һөнә­ре буйынса врач Ришат ҡусты Кү­мертауҙа йәшәй. Бына шулай ул Ырымбур башҡорттары! Врачмы, эшҡыуармы – күңелдәрендә моң урғылып тора, тип маҡтанып та алам мин.
Беҙҙең, Бәхтейәровтарҙың, йырға әүәҫлеге әсәйем Гөлйемеш яғынан килә. Уның әсәһе, йәғни өләсәйем Гөлостан Буранғолова, Мәжит бабайым Үрге Ильяс (Тәңес) ауылынан булған. Ул да профессиональ йырсы булмаған, ә тел белгесе. Иң тәүге ҙур күләмле русса-башҡортса һүҙлек төҙөүселәрҙең береһе ул. Данлыҡлы йырсы Мәжит Буранғолов менән ике туған. 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Заманында ғалим-фольклорсы Лев Николаевич Лебединский “Мәжит кантон”, “Сың­рау торна”, “Ялан Йәркәй”, “Зөлхизә”, “Ашҡаҙар” һәм башҡа бик күп йыр­ҙарҙы яҙып алған. Уның иҫтәлек­тәрендә Мәжит бабайым тураһында байтаҡ яҙылған.
Л. Лебединскийҙың хәтирәләрен ҡыҫҡаса ғына яҙып үтәйем. “Һуғыш Мәжиттең ғүмерен өҙҙө. Әммә ул башҡарған йыр яҙмалары бик һирәк осрай торған ғәжәп сәнғәт менән осрашырға мөмкинлек бирә. Ул халыҡ араһында бик һирәк ишетелә торған, хатта юғалып ҡалыуы ихтимал булған йырҙар яҙҙырҙы. Ул үҙе башҡорт халыҡ йырҙарын башҡа­рыуға талапсан булды. Башҡарыу­сыға биргән баһаһы ла дөрөҫ ине. Бер саҡ уның менән ҡасҡындар тура­һында йыр яҙҙыҡ та шулай тип һорап ҡуйҙым:
– Мәжит, һин ни өсөн бер тапҡыр ҙа “Буранбай”ҙы йырламайһың? Һин бит уны бик яратаһың. Мөхтәр Байымов башҡарыуында был йырҙы һәр ваҡыт тыңлағаныңды күрәм, – тип һораным (Мөхтәр Байымов – иҫ китмәле талантлы йырсы (1907 – 1937).
– Мин ҡасандыр был йырҙы бик яратып башҡара инем. Әммә Мөхтәр Байымовты тыңлағандан һуң, уның кеүек оҫталыҡҡа, йырҙың тотош фажиғәһен аңлап, шуны иҫ китмәле моң, бөгөлөштәр, техник оҫталыҡ менән йырларға булдыра алмам, тип уйлайым, – тине.
Әлбиттә, был юлы Мәжит дуҫым хаҡлы түгел ине, әммә Мөхтәр башҡарған “Буранбай”ға баһаны дөрөҫ бирҙе”, тип яҙып ҡалдырған башҡорт йырҙарын мөкиббән яратҡан Лебединский.
Артабан Лев Лебединский Мәжит бабайым башҡарған “Мал” тигән йыр тураһында һоҡланып яҙа. Үкенес, әле уны йырламайҙар. Ҡасандыр Хөсәйен Мәжитов ҡына башҡара ине. “Хәжғәли”, “Хөсәйен йыры”, “Дуҫтар осрашҡанда”, “Ағаҡайым”, “Мәжлес йыры” һәм башҡа бик күп йырҙар яҙып алынған Мәжит бабайымдан. Шуларҙың береһе лә ишетелмәй – ҡайҙа булғандыр, ҡайҙа һаҡланалыр – билдәһеҙ.
“Бер ваҡыт Мәскәү урамдарынан китеп барһаҡ, ҡымыҙ һаталар, – тип яҙа иҫтәлектәрендә Лебединский. – Мәжит ҡымыҙ ҡойҙороп алды-алыуын, әммә эсмәне. Ҡымыҙ тәме бейәнең башҡорттоҡо булыуында түгел, ә ҡылған менән туҡланыуында, тине Мәжит дуҫым.
Мәжит мандолинала ла, скрипкала ла, ҡурайҙа ла берҙәй оҫталыҡ менән уйнаны. Ойотоп бейей ҙә ине. Бер саҡ алыҫ башҡорт ауылында байрамда ҡатнашырға тура килде. Мәжит өлкән кеше булып та, ҡарсыҡ ҡиәфәтендә лә, ҡыҙҙар булып та бейене. Ым-ишараһы һын ҡатып көлөрлөк ҡыҙыҡ ине. Йырлағанда ла ул бер генә ым-ишара менән йөкмәткене асып бирә ала ине. Скрипкала бик күп көйҙәр яҙҙырҙы”.
Л.Н. Лебединский яҙмаларын уҡыйым да хайран ҡалам. Ҡайҙа хәҙер ундай йырсылар. Тауышы, моңо тулы егеттәребеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ бар ҙа бит, ә боронғоса башҡарған йырсыларыбыҙ юҡ. “Ни өсөн улар тәбиғи һәләттәрен үҫтермәй, арзанайтып, бәҫ төшөрә икән?” тип уйлайым. Теләһә нәмә йырлайҙар. Булмаһа, ни асыу. Ә бит иҫ китмәле беҙҙең рухи байлығыбыҙ! Сәпәкәйгә алданалар. Алҡышлау менән сәпәкәйләүҙең айырмаһы ҙур уның.
Уйланам. Моңобоҙҙоң яҙмышы тураһында ла, инәйем, Мәжит бабайым тураһында ла, “Башҡорт Мичурины” тип йөрөтөлгән Сәлихйән уҙаман тураһында ла.
Боронғолар бит быуын-быуын үҙ һөнәрҙәрен ҡалдыра килгән. Совет власы заманында бөтөн боронғо­лоҡто иҫкелек ҡалдығы, наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡ, буржуазия ҡалдығы, кулак ҡалдыҡтары тип юҡҡа сығар­ғас, өлкәндәрҙең аҡылына ҡолаҡ һалыу бөттө. Ә бит Сәлихйән ҡарта­тайымдың өс туғанын Себергә һөрә­ләр. Ҡартатайым ветврач булғас, тирә-яҡта бер врач та ҡалмағанға күрә генә ҡалдыралар. Шулай өҙөлә яҙҙы быуындар сылбыры. Тормошо­боҙҙо ниндәй генә осорҙарға бүлмә­нек: революция, граждандар һуғышы, коллективлаштырыу, кулактарҙы һөрөү, дингә ҡаршы көрәш, сиҙәм ерҙәр үҙләштереү, гигант төҙөлөш­тәр, үҙгәртеп ҡороуҙар, ваучерҙар менән алдау... Ә ҡайҙа рухи донъяға ҡағылған бөйөк пландар? Мәҙәниәт­һеҙ, сәнғәтһеҙ ҡалһаҡ, милләт бөтә бит... Атайым менән әсәйем Баш­ҡортостандан ситтә ҡайырылып тороп ҡалыуға ныҡ ҡайғыра ине. “Балалар, республиканан ситтә булһаҡ та, башҡорттарҙан ситтә түгелбеҙ бит. Телебеҙҙе, йырҙарыбыҙҙы онотмағыҙ!” – тигән булырҙар ине. Улар шулай тине лә ул, бер ваҡыт тиҫтәләгән башҡорт ауылдарында туған телдә уҡытыуҙы туҡтатты ла ҡуйҙылар. Ул йылдарҙа шағир Сөләймән Муллабаев Юлдаш ауылында башҡортса уҡытыуҙы һаҡлап алып ҡалыуға өлгәште. Халҡым, ырымбурҙарым, тип күп йөрөнө. Үҙен йәлләмәне. Ырымбур, Өфө юлдарын күп тапаны. Яңы мәктәп һалдыртты. Бер шиғырында:
Күп изгелек орлоҡтары сәсеп,
Күңелдәрҙе нурға төрнәнем.
Иткән изгелектәр ерҙә ятмай,
Күркәм шытымдарын күрәмен, – тип яҙҙы.
Шағир, уҡытыусы Сөләймән Миңлеғужа улы Муллабаевтың педагогик хеҙмәте “Халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе һәм байтаҡ миҙал менән баһаланды. ”Ҡәҙерле һүҙ”, “Йондоҙ бүләк итермен”, “Беҙҙең өй”, “Урман докторы”, “Тылсымлы күл” тигән китаптарына үҙ ҡулы ме­нән автографтар яҙып бирҙе. Юлдаш мәктәбенең яңы бинаһын асҡан саҡта барҙым, мәктәпкә гармун бүләк иттем. “Уйнағыҙ, өйрәнегеҙ, үҙ моңо­боҙҙо һаҡлағыҙ”, тигән теләк әйттем. Әле бер төркөм эшҡыуар егеттәр район үҙәге Плешанға мәсет һал­дырҙыҡ. Ырымбурға барһам, Кар­уанһарайға туҡталып, стенаһы янында тороп хәтирәләргә биреләм. Таш ташып, үҙ елкәләрендә тигәндәй йөк күтәреп һалдырған атай-олатайҙар көсө балаларына ҡалманы. Ете яттар файҙалана хәҙер.
Ай-һай ғына сайҡай,
таштар вата,
Һай, кем, таштар вата,
Каруан ғына һарай, ай һалырға,
Һай, кем, ай далала.
Торлаҡ ҡына булыр,
яуҙан ҡайтһа,
Һай, кем, яуҙан ҡайтһа,
Атлы ла ғына яуға, ай, ятырға,
Һай, кем, ай, ҡалала.
Әммә был бина бер генә көн дә башҡортҡа торлаҡ булмаған. Нимә тип ышанып, йыр сығарып, өмөт­ләнеп йәшәне икән? Бигерәк саф күңелле, эскерһеҙ шул халҡым.
Заман үҙгәрҙе. Бөгөн икенсе холоҡ, икенсе фиғел кәрәк тә...
Шуға ла урыҡ-һурыҡ булһа ла өлкәндәрҙең йәшәү рәүеше, ишетә-күрә йөрөгән һабаҡтарҙы йәштәргә фәһем өсөн яҙып ҡалдырайым тигән ниәт менән төшөп киттем был иҫтәлектәргә.
Сәлихйән ҡартатайымды беҙҙең тирәлә йәшәгән немецтар “Башҡорт Мичурины” тип йөрөттө. Уның баҡса­һы, ысынлап та, ишелеп уңды. Ҡарбуз-ҡауыны ла, помидор-ҡыяры ла. Тәмәке лә сәсте. Үҙе тартманы. “Дарыу яһайым мин унан”, – ти торғайны. “Тәмәке тәнде ағыулай, уландар, тарта күрмәгеҙ. Тәне ағыу­лы кешенең күңеле лә ағыулы була”, – тип өйрәтә торғайны. Әллә ни саҡ­лы дарыу үләндәре үҫтерҙе. Шулар­ҙы эшкәртте. Ер аяғы-ер башынан килеп алырҙар ине унан шифалы үләндәрҙе. Беҙҙең яҡта немецтар күп йәшәне. Германия бер ил булып ҡушылғас, улар ауылы-ауылы менән ҡайтып китте. Ҡартатайыма ҡарата бик ихтирамлы булдылар. Хатта уның исемен таҙа башҡортсалап әйткәндәренә аптырай торғайным. Бөтөн ауыл ере лә ҡартатайымдыҡы кеүек бит инде. Нисек эшкәрткәндер ул тупраҡты? Бер аҡылы иҫтә ҡалған уның: “Хеҙмәт күңел һалғанды ярата. Эштең рәтен белеп, күңел һалып баш­ҡарһаң, килеп сыға ул. Эш ҡа­рыш­май”, – тип өйрәтеп торор ине. Гөл итеп тотто донъяһын. Йөҙөп йөрөп эшләгән дә, йәне теләгәнсә йәшәгән дә инде.
– Ҡартатай, бер генә ҡыяр бир әле! – тип барабыҙ, юхаланып. Ныҡ яратты ул ейән-ейәнсәрҙәрен. Ә ҡыярҙы шул көйө генә тоттороп ебәрмәй. Тәүҙә һәр беребеҙгә ҡулы­быҙҙан килгән тиклем эш ҡуша: тураумы, елгәреүме, кипкән үләндәрҙе тоҡсайҙарға бүлеп һалыумы, утаумы... Шунан туйғансы ашата ла: “Бына, үҙең һораған бер генә ҡыяр”, – тип тоттороп сығара. Күп бирмәне. Шаштырманы. Үҙе шул уҡ ваҡытта баҡса үҫтереү тураһында нимәләр­ҙер өйрәтә лә ине. Ҡайҙа инде уны тыңлау! Ете-һигеҙ йәшлек малайҙар ҡыяр эләктерәбеҙ ҙә йүгерәбеҙ Туҡ буйына. Йөҙ баш умартаһы булған. Бал алған саҡта тотош ауыл малай­ҙары дегәнәк япрағы тотоп теҙеле­шеп баҫыр инек! Беребеҙ ҙә өлөшһөҙ ҡалманыҡ. Ҡартатайымдың аҡылын тотош онотоп бөттөм, тип әйтә алмайым, бәлки, иң мөһимендер – иҫтә ҡалдырҙым һәм уның аҡылын тотоп йорт һалып индем. Бәлки, эшҡыуар­лыҡҡа ла ошо аҡыл этәргес булғандыр. Ул: “Үҙ өйөң бул­ған­да ғына үҙ көйөң була. Ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ!” – тигәйне.

Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567