Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?12.12.2017
Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған “Кокарда-штат”ы. 7. Осло нәҙек ҡанатлы, ҡыҫҡараҡ ҡойроҡло, күкшел буҙ һыртлы, ерәнһыу-сыбар ҡорһаҡлы йыртҡыс ҡош. 10. Кипкән киндерҙе иҙеп, сүсен айыра торған ҡорал. 11. Был диңгеҙ балығының насар еҫе айғолағында урынлашҡан; ошо хаҡта беренсе булып балыҡсы Виллем Якоб Бойкельзоон белеп ҡалып, уны алып ташлай башлағас, балыҡ бик популяр булып китә. 14. Романда төп геройҙар яҙмышының нисек тамамланғанын ҡыҫҡаса хикәйәләгән аҙаҡҡы өлөш. 16. Роберт Фултондың “Норз Ривер Стимбоут оф Клермон”ы. 17. Амурға баш булып торған Шилка йылғаһының уң ҡушылдығы – Себерҙәге ҡыҫалалар осраған берҙән-бер йылға. 18. Ер шарын икегә бүлгән шартлы һыҙыҡ. 20. Яуын-төшөмө, көслө еле булған түбән атмосфера баҫымы өлкәһе. 22. Баҡсалағы манекен. 24. Был Америка кеҫәрткеһен ресторандарҙа клиенттарҙы йәлеп итеү өсөн тоталар. 27. Турист кәмәһе. 30. Эскимостың ҡар йорто. 31. Ишим йылғаһында урынлашҡан баш ҡала. 33. Муйынға нескә сынйыр менән тағыла торған биҙәүес. 34. Тауыш имитацияһына һәләтле суҡ турғай. 35. “Үгеҙ елкәле” йыртҡыс балыҡ. 36. Матбуғатты күҙәтеп барған дәүләт системаһы. 37. Италияның Фелино ҡалаһында был колбасаның музейы бар.
Вертикаль буйынса: 1. Советтар Союзында кесе йома был йән эйәһе исемен йөрөттө. 2. Мүк тыҡҡыс ҡалаҡ. 3. Сейнер ауы. 4. Өтөрҙәрҙән торған башватҡыс. 5. Iron Man тип аталған спорт төрө. 8. “Шәп аҡҡан (...) тиҙ ҡорор”. 9. Судта прокурорға ҡаршы торған юрист. 12. Воблер, твистер менән тота торған ҡармаҡ. 13. “Таңдағы тауыҡтан бөгөнгө (...) артыҡ”. 15. Махсус үҫтерелгән үләнле, сәскәле урын. 19. Ҡыҫҡа көбәкле винтовка. 21. Ҡыҙҙарға исемен биргән джунгли “арҡаны”. 23. Аша һалып, ике осо ҡағыла торған кәкре тимер. 24. Дедалдың ҡолап төшкән улы. 25. Лампа ҡалпағы. 26. Билдәле тележурналист (фотоны ҡара). 28. Күпселек балыҡ ыуылдырыҡ сәсә башлаған ай. 29. Бохар селеге. 32. Тельферҙың әкрен “ҡустыһы”. 34. Төлкө, һыуһар кеүек йәнлектәрҙең сираҡ тиреһе.


Вернуться назад