Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхмәт уҡы килгән һәр йылға...
Рәхмәт уҡы килгән һәр йылға...Кроссвордтың яуаптарын (уйынсыҡтарҙы) ике шыршыға бүлеп, тейешенсә урынлаштырып сығырға кәрәк.

Горизонталь буйынса: 2. "Ҡошон осорған (...)кә ҡарар, ҡуйын юғалтҡан ергә ҡарар". "Өй артында ҡорто барҙың өй эсендә (...)о бар". 4. Тәртәһе бар — аты юҡ, тештәре бар — башы юҡ. Күкшел йөнлө кимереүсе ер-һыу йәнлеге. 7. Ҙур булмаған сөм һауыт. Ике ҡойроҡло бер сысҡан/Сабырға бик оҫта. 9. Оҙонсараҡ япраҡлы, йәйек ботаҡлы, ҡубып тора торған ҡытыршы ҡабыҡлы, эре ҡайышҡаҡ ағас. Ҡытай мафияһы. 11. Йәш быуынға дөйөм белем һәм тәрбиә бирә торған уҡыу йорто. "Ҡарт бар ерҙә ҡот бар, (...) бар ерҙә орсоҡ бар". 14. Зыярат эргәһенән үткән (...)ты күрһәтмәйҙәр, усҡа йоморға кәрәк. Ҡайһы бер диңгеҙ йәнлектәренең ҡалдығынан барлыҡҡа килгән асыҡ ҡыҙыл, ал, аҡ төҫтәге таш. 15. Ҡыҫҡа көбәкле винтовка. Келәткә килеп инде, көрәгәгә йәнен бирҙе. 16. Был изге ҡошто атырға, йәберләргә ярамай: бәлә килә, кеше үлә. "Атаға ул булмаһаң, (...)ға ҡол булырһың". 18. "Аҡса — (...) емеше түгел". Тәгәрмәс кейҙерә торған үҙәк. 20. Витринала һәр саҡ матур ғына итеп кейенеп ултырған "ҡарасҡы". "Һуҡырҙы(...)ға ҡуйһаң, өҫтөңә яу килтерер. 21. "Ямандың уйыны яман, (...)ның муйыны яман". Эш, хәлдең йүнәлеше: яҡ, тараф. 23. Әмер эшләй алмағанды (...) эшләй. Трояның икенсе атамаһы. 24. Быуын-быуындан килгән ҡан-ҡәрҙәш, нәҫел. Келә-йоҙаҡтың тотҡан урыны. 26. Туйралар һәм туйырҙар урманы. Циркта эшләүсе гимнаст. 29. Ауырыуҙарҙы дауалау менән бергә ғилми эш алып барған дауахана. Им менән кешегә йәки тәбиғәткә үҙе теләгәнсә тәьҫир итеүсе әбей. 31. Һаңғырау үҫемлек. Меридианға арҡыры ятҡан һыҙыҡ. 32. Эшкә, ижадҡа көс, дәрт уятҡан күтәренке рух. Кәмәнең "ҡалағы". 33. Был ташты йыш ҡына һындарҙың күҙенә ҡуялар. Ҡолонға кейҙерә торған нуҡта. 34. "Вуэльта" машинаһы. "Һарыҡ" үҫемлеге. 36. Һыуыҡта боҙ өҫтөнә шыя сыҡһа — йылы (...)дәр көт. (...)дә бәҫ булһа, көндөҙ ҡар яумай.
Вертикаль буйынса: 1. "Ҡыҙҙарға — ҡанат, малайҙарға — аяҡ, хужаға — баш, ҡатынға (...), ҡунаҡҡа — ҡойроҡ майы". Ҡар аҫтында төн үткәреүсе ҡош. 2. "(...)ла ҡалас бешерә белмәгән ауылда иген игергә өйрәтер". "Әрләй" торған бөжәк. 3. Ҡар "юрғаны". Ҡыш бабайҙың атрибуты. 5. Көлдөргөс, ҡыҙыҡ нәмә. Ана бара, эҙе юҡ, боғаҙлаһаң, ҡаны юҡ. 6. Ватылған шешәнең бер киҫәге. Талдан үрелгән кәртә. 8. Каравелланың "экраны". Һөт эсемлеге. 10. Әкиәттәге яуыз, яман мифик зат. Гармунда уйнарға өйрәнеү өсөн иң яҡшы урын. 12. Берәй байрам уңайы менән ғәскәрҙең тантаналы үтеүе. Тел ғәйепле, ә уны боралар. 13. Дзюдо көрәшендәге майҙан. Кешенең үҙен тотоу рәүеше, ҡылығы. 14. Мөлкәт. "Тотҡан ағасыңдың (...)ы ныҡ булһын". 17. Официантлы ашхана. Бик алыҫ ер (...) тишегендә урынлашҡан. 19. Суртан ҡармағы. Яр төбөндәге тәрән һыу аҫты соҡоро. 22. Иген һалыу өсөн талдан үреп йәки ҡабыҡтан тегеп эшләнгән оҙонса ҙур һауыт. Велодром. 23. Хыянатсы, һатлыҡ йән. Ғинуарҙа ямғырлап алһа, (...) һалҡын булыр. 24. Фалерист йыйған тамға. Сынйырлы кеҫә сәғәте. 25. Тәпке. Балтика пайтәхете. 27. Ырғаҡ рәүешендәге бик, элгес. Швецияла был ҡыр хайуанында почта ташығандар. 28. Ойотолған һөт аҙығы. Долларға исемен биргән боронғо аҡса. 29. Яңы (...)де ҡоро көндә алмағандар, йыумағандар. Яңы йыл кисәһендә иң кәрәкле "кәкүк". 30. Йөҙөм ҡушып майға баҫылған татлы икмәк. Нимәнеңдер бер төптән сыҡҡан тармағы. 35. Бик ҡиммәтле аулау балығы. Ерҙе тишеп оялай торған ағыулы эре үрмәксе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 3 537

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”? 12.12.2017 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған...

Тотош уҡырға 3 548

Халҡым күңелендә ялҡын бар
Пип-пип, юлдан кит!
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде
"Сәләм"гә - 20!
Күлдең данын кем күтәрә?

Күлдең данын кем күтәрә? 12.09.2015 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. “Балыҡҡа бик бай”ҙы аңлатҡан донъялағы иң оҙон күл. 6. Совет магазинында...

Тотош уҡырға 4 658

Ҡоротто ҡайҙа һаҡлайҙар?
Үҙем булып ҡалам ғүмергә
Ырымбур башҡорттары
Бал тамсылап йыйылыр
Аҡ өмөтлө хыял менән бар ғаләмде айҡайым