Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелемдә йәйғор йөрөтәм
Күңелемдә йәйғор йөрөтәм Горизонталь буйынса: 1. Баҫ­ты­рыл­ған болаларҙың мин бер улы. 3. Һай­лап ҡуйылған юғары дәүләт мәжлесе. 6. Көсһөҙлөгөм менән көс­лө­мөн мин. 9. Күңелдәрем көндән-көнгә үҫә/Һәм таҙара бара: /“Гү­зә­лем!” – ти икән һине берәү,/ Гү­зәл булмай ҡара! 11. Кешенең кү­ңеле күренмәй ҙә, үлсәнмәй ҙә бит, ә күңелһеҙ йәшәп ҡара! 14. Тыуған ер­ҙән ситтә мин үҙем дә/Моң­дарынан яҙған ҡыу ҡурай. 19. Ғалимдарға бүленә торған дәүләт ярҙамы. 20. “Поэ­зияға төрлөсә киләләр. Берәүҙәр тәүҙә оран ташлайҙар. Сәләм менән Ниғмәти шундайҙарҙан булды. Икенселәр һүҙҙе тормоштан, бәхәсләшеп һәм даулашып, хисап алыуҙан башлайҙар. Мин, мәҫәлән, Ғафури менән Бабичты хәтерҙә тотам. Өсөнсөләр донъяға һоҡланыуҙан телгә киләләр. Был йәһәттән Мәлих Харис менән Нәжми күҙ алдына баҫа. Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр береһенә бүтән бик күп ҡатмарлы сифаттар ҙа хас. Әсхәл Әхмәт-Хужа иһә, Рәми Ғарипов артынса, мөғжи­зәләр юллап, мөғжизәләр эҙләп шиғриәт юлына баҫты“, – тип әйткән классик. 21. Ҡырағай ишәк. 22. Иген таҙартыу машинаһы. 23. Өҫтәмә үҫеш. 24. Ирокез телендә “даръя”ны аңлатҡан АҠШ штаты. 26. Прокурорға ҡаршы сығыш яһарға ҡурҡмаған юрист. 29. Төркәй ҡыҙы, тиеп, ҡаршы­лай­ҙар, /Сығыу менән баҫыу ҡапҡа­һын. Төркәйемдән алда ни эшләп һуң, /Исем-шәрифтәрем аталһын. 32. Донъя гелән ҡаҡ­ты-һуҡты, /Мине, тим, үҙ күргәнгә. 35. Үҙ армияһы булмаған дәүләт. 38. Күңелдә йәйғор йөрөтәм, /Йәйғорҙа юҡ ҡара төҫ. 41. Урман урта­һында аҡлан, Аҡландағы яңғыҙ балан/Әсәйемде иҫкә төшөрҙө./Уның да бит яҙмыш­тары,/Ғазаптары, һағыштары/Әсе ошо балан шикелле. 45. “Уландарын иҫкә алған­да,/Онотмаһын мине лә Тыуған ил!” – тип ҡал­дыр­ған яугир. 48. Муҡшылы милләт. 50. Юмор­ҙың әсе телле “апайы”. 51. Ғәжәп итерлек хикмәтле эш-хәл. 53. Һөйөү менән әйләндем мин/ Мәңгелеккә, мәңгелеккә. /…Әйҙә, Ерем, әйлә­нәйек /Изгелеккә, игелеккә. 54. Капилляр шыйыҡ­саһы. 56. Танктың ишеге. 58. Тоҡандырыу кәрәк йөрәк утын — /Данколарға мохтаж был заман./Салауаты булған ғәййәр халыҡҡа /Быҫҡып йәшәү әле бик яман. 60. Ергә мәңгелеккә килмә­гән­беҙ, /Бер мәл һүнеп ҡуйһа минең ғүмер, /Һипһәң ине, йәнем, ҡәберемә /Бер ус тупраҡ менән ҡуҙлы күмер. 61. Яҙғы ямғыр. 63. Иғ­тибарҙы йәлеп итерлек күренеш. 64. Мосолман байрамы. 65. Ике яҡ таяуға аралы итеп теҙеп ҡуйылған бер нисә ағас. 66. Аяҡтың йөҙлөк тәңгәленән аҫҡы нәҙегерәк өлөшө. 67. Пинжәктең ҡайтармаһы. 68. Рухи көс. 69. Арыҫланға һунар. 70. “Халыҡ ҡан түгер,” (…) дан күрер“. 72. Әбей батшаның скипетрын биҙәгән алмас. 73. Кракатау янартауы урынлашҡан утрау. 75. Конверттағы шифр. 78. Иҫеңдәме, иркәм, /Танышҡайныҡ икәү /Йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡанда. /Көндәр аяҙ ине, /Күңелдә яҙ ине, /Йәшлегебеҙ сәскә атҡанда. 81. Ҡаҙағстандың пайтәхете. 84. Башҡортостандың иң билдәле балеруны. 87. Һөйгән йөрәктәргә сиктәр юҡ, /Мөхәббәттән татлы хистәр юҡ. 89. Эх, был бесән еткән саҡ!/ Ҡыҙҙар һөйөү көткән саҡ!/Ғашиҡтарҙың күңелдәрен /Татлы һағыш көткән саҡ. 92. Баҫҡыстың баҫа торған киртләсе. 95. Төрөк мунсаһы. 97. Һүҙ – хис-аҡыл; ул – мө­хәббәт; һүҙ – илһам ул. /Ул – мәрхәмәт. Һүҙ – ила­һи. Һүҙ – мөһабәт. 100. Еңеү! Керпек осонда­ғы күҙ йәше, /Үҙе татлы, үҙе әсе. /Еңеү! Буй етмәҫлек хыял-өмөттәр, /Буйың еткәс – үҙе бөйөк­төр! 104. “Ҡойроҡ”һоҙ өтөр. 106. Ҡыҫҡа ваҡытлы ярым йоҡоло хәл. 107. Кейем шкафы. 109. Төндә мотоциклда йоҡо бирмәгән тинейджер. 110. Ереван аборигены. 111. Солтанлы, пашалы, янычарлы милләт. 112. Енәйәт урынында булмаған хәл. 113. Кире йүнәлеш. 114. Сара, әмәл боронғолар телендә. 117. Донъя мәшәҡәттәренән/Көндөҙ мин ғажиз булһам,/Төнөн бөтөнләй башҡамын:/Йәндә ҡабына илһам 120. Мин яраттым һине, ярат­тым, /Иң саф наҙҙай һөйөп, яраттым… 123. Тубустағы ҡағыҙ. 126. Барыһына ла түҙеп булыр һымаҡ,/ Яңғыҙлыҡҡа ғына сыҙамам. 128. Ағын һыуҙың йәндәре – /Теш ҡамашыр һалҡында./Ир-егеттең йәндәре – /Йәндәй күргән халҡында. 131. “Данына ла, малына ла /Ҡыҙыҡманым донъяның” тигән шағир. 133. Ысын шағир елгә елкән түгел, /Заманының түгел һанаты; /Намыҫҡайы аумаҫ байраҡ уның,/Халҡының ул һынмаҫ ҡанаты. 135. Ҡояшҡа үрелеп ҡыҙара сейәләр./Һеҙ икәү, һеҙ икәү пар килгән, тиәләр. 138. Мөхәббәт бер генә, сер генә,/Төшөнөп бөткөһөҙ серенә./Мөхәббәт һөйләшә, ахыры,/Тик утлы ҡараштар арҡыры. 140. Төнгөлөккә тышамағыҙ,/Зинһар, башҡорт аттарын! 142. Минең ҡара толомома/Үр, йәнем, миләүшәләр. 145. Ниҙеңдер башҡарылышы, үтәлеше. 146. Уның кеүек әҫәр яҙһа, сәсән яҙар./Был кем? 148. Бурыс, үтес. 149. Совет осорондағы шырпының хаҡы. 150. Үҫемлектең “тоҡомо”. 151. Мауглиның дуҫ йыланы. 152. Страховка документы. 153. Мөмкинлек, уңайлы шарт. 154. А. Гитлер төҙөгән өсөнсө империя. 155. Рекламаһы теңкәне ҡоротҡан бесәй еме. 158. Бөрө сатнап шытып сығыр төҫлө /Мин йыр яҙған имән өҫтәлдән! 161. Ҡыштар еткәс, яҙҙым исемеңде, /Көрттәр ярып, ап-аҡ ҡарҙарға. /Исемеңде алып китте ҡарҙар-/Гөрләүектәр булып яҙҙарҙа. 163. Ҡош булып барырмын һиңә, /Йәнеңдә терәк булһа. /Өҙлөкһөҙ һайрап торормон- /Йәнеңә кәрәк булһа. 165. Ҡалаларҙа оло яңғыҙлыҡ бар. 168. Был донъяла йәшәүҙәре еңел, /Ауыр икән башҡорт булыуы. 172. Янъял. 175. Көньяҡ емеше. 177. Япон­дар­ҙың изге ағасы. 178. Тыуған илем, берҙән-берем, /Миңә һинһеҙ йәшәү юҡ,/Донъяла бит сәскәләр күп/Ләкин һиндәй сәскә юҡ. 180. Джинсы буяуы. 181. Фонтанлы хайуан. 183. Силәбе өлкәһендәге ҡала. 185. Тойғо менән һуғарылған шиғриәт. 187. Яуызлыҡҡа бер кем өйрәтмәй. 188. “Баланы би­шектә, ҡатынды (…)тә өйрәт”. 190. Антон Че­ховтың күҙлеге. 191. Даталы фән. 192. Гананың баш ҡалаһы. 193. Заһир Исмәғилевтең сәнғәте. 194. Кеше өҫтөнә яғылған ялған ғәйеп. 195. Вуз етәксеһе. 196. Һүҙ теҙмәһе, һүҙ бәйләнеше. 197. Инглиз гектары. 199. ГДР-ҙа барлыҡҡа килгән бейеү төрө. 201. “Көлкө көлә килер, (…)ыңдан ҡыуа килер”. 203. Хеҙмәт һөйөп шөһрәт һәм дә дан ҡаҙана,/Хеҙмәт һөйөп илдең күрке була ирҙәр. 206. Эквивалентлы шартлатҡыс. 209. АҠШ-тың Көмөш штаты. 211. Гәзит М.Ғафури телендә. 214. “Барыһын һөҙгөсләр/Шағирҙа йөрәк бар” /Кешелек таҙартыр/Иманлы теләк бар”, тигән Учалы шағирәһе. 215. “Мин ҡабаттан үрелермен күккә, /Күрермен дә ҡояш тыуғанды...” тип ҡалдырған шағирә. 216. Күҙҙәремә ҡара, шул да етә. 217. Бер китабын “Мин – башҡорт!“ тип атаған шағир.
Вертикаль буйынса: 1. Килде көткән яҙ­ҙар,/Күңел тулы наҙҙар,/Киң яландар гөлгә күмелә./Үткәндәрҙе уйлап,/Бер аҙ яман­һыу­лап,/Килдем әле Аҡҡош күленә. 2. Лирик поэзия музаһы. 4. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк! 5. Ҡараны аҡ итеп күрһәткән кадр. 7. Американың Бөйөк күле. 8. Өфөнөң Пушкин урамында бюсы торған рус классигы. 9.Яҙылмаған шиғыр, ахы­ры,/Яҙғандан ҡыҙыҡлыраҡ. 10. Полиомиелитҡа ҡаршы ебәрелгән дарыу. 12. Доктор Айболит йылғаһы. 13. Аллигатор грушаһы. 15. Тупраҡтың уңдырышлы ҡатламы. 16. Нимә булды һиңә, ни булды,/Рәхәт көнкәйҙәрҙе һиҙмәнең./Ҡайғыларҙы сыҙам күтәрҙең дә/Мөхәббәткә генә түҙмәнең. 17. Һыҙғырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,/Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;/Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,/Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.18. Күҙҙә “үҫкән” ашлыҡ. 25. Ҡытай сигендәге йылға. 27. Төндә уҡыла торған намаҙ. 28. Крещатик урынлашҡан ҡала. 30. Аҙыҡ. 31. Һуңлап тыуған һөйөү – табыш түгел,/Һуңлап тыуған һөйөү – һағыш ҡына. 33. Тауыш, ауаз. 34. Рәмил Йәнбәк әйткәнсә, шағирҙар Дамир Шә­рәфетдинов һәм Мөнир Ҡунафиндар “Йәш­лек” гәзите өсөн ат булараҡ. 36. Сабатаһын элергә яратҡан башлыҡ. 37. Күңелдә йөрөтөлгән асыу. 39. Нимб икенсе төрлө. 40. Мексика индеецы. 42. Штангистың кейеме. 43. Гладиолус, пиондар араһындағы “батшабикә”. 44. Башҡорт булы­уың­дан ни мәғәнә,/ Балаларың башҡорт булмағас. 45. Ҡаса хөрмәт-дандан, туралығы – ҡандан./Был кем? 46. ...Әсәйемде ҡайтарырға/Юҡ донъяла, юҡ бер сара./Ҡәберенә ябырға тип,/Йырым алып уға барам. 47. Ҙурлар ерем булһа – әсәйемдән, /Хурлар ерем булһа – үҙемдән. 49. “Икарус” нимә ул? 50. Кеше булыуҙан да бөйөк вазифа юҡ был Ерҙә. 52. Йәшлек – ут алырға кергән күрше./Инеп кенә сыға күмергә. 53. Өфөләге “Динамо”. 55. Ҡаҙаяҡ. 57. Иҫтәремдән сыҡмай Уралҡа­йым,/ Шиш­мәләре, сәхрә, туғайы./Йәннәт төҫөн биргән сәскәләре,/Һандуғастай моңло ҡурайы.. 59. “Айға үрелгән – (…)ға күмелгән”. 60. Иҙән буяуы. 62. Бер үркәсле дөйә. 63. Кер йыуыу һауыты. 70. Алфавит бөртөгө. 71. Донъялағы иң бейек дәүләт. 73. “Байға бәлә юҡ, ярлыға (…) юҡ”. 74. Шайтан ҡурҡыта торған ылыҫлы ҡыуаҡ. 76. Үтә зирәк аҡыллы, ғәҙәттән тыш ижади һәләтле кеше. 77. Әҙәм. 79. Билдәләнгән ваҡыт араһы. 80. (…) булыу – ирешеү. 82. Караптың “ҡорһағы”. 83. Күргән михнәт. 85. Әрҙәнә ағасы. 86. Яҙыусы Е. Петровтың авторҙашы. 87. Ижад йөгө бик бай, йөрәк хисе уттай./Был кем? 88. Күңел аҙҙырғыс нәмә. 90. Тәлмәрйендең “ағаһы”. 91. Бөгөн мәсет тупһаһынан/Мин ожмахҡа керәм./Әйтерһең дә яҙмышымды/Шулай яҙған Ҡөрьән. 93. Техник вуз тамамлаған белгес. 94. Йәшәй тормош йәмләп, шиғырҙары һәлмәк./Был кем? 95. Эйәрҙәргә!../Күңелебеҙ менән/Булайыҡсы атта ғүмергә. 96. Бер башҡорт ырыуы. 98. Математикалағы тамыр билдәһе. 99. Польшаның баш ҡалаһы. 101. Ҡырымдан ҡолаҡ ҡаҡҡан дәүләт. 102. Түбән менән бәхәс итмә был донъяла,/Бысраҡҡа оронма, дуҫ, ул буяла. 103. Музыка өлкәһендәге “Оскар” премияһы. 105. Дивиденд килтергән ҡағыҙ. 108. Африка ҡошо. 115. Альянс. 116. Баҡса сәскәһе. 118. Иң йылғыр акула. 119. Кельттарҙан сыҡҡан боронғо британ бейеүе. 121. Рәсәй революционеры, провокатор. 122. Тау һырты. 124. Сысҡан ҡапҡаны. 125. Тибет монахтары сығарған эт тоҡомо. 127. Президент “табу”һы. 129. Европалағы йылға. 130. Иң билдәле бразил футболсыһы. 131. Бер ҡулында – сәскә, бер ҡулында – әрем./Был кем? 132. Яҡтылығы буйынса тик Сириустан ҡалышҡан йондоҙ. 133. Берәй ваҡиға уңайы менән башҡарылған тантаналы рәсми йола. 134. Заман баҫымына түҙә алмай/Ҡан баҫымы ҡайсаҡ арта шул. 136. Халыҡтың ямғыр теләп табыныуы. 137. Целлюлозанан эшләнгән туҡыма. 138. Яулап алынған уңыш. 139. Телевизорҙың “тәрилкәһе”. 140. Кавказ билмәне. 141. Төрлө кәнфиттәр йыйыл­маһы. 143. Аҡсалылар – алла бөгөн, /Сәлләлеләр – мулла бөгөн./Һыҙғыслағас шиғыр ғына,/Мин һаман да шағир ғына. 144. Баш­ҡортостан – аҡ тирмәләр иле,/Бар Ватанға тора күренеп. 147. Тантана бүлмәһе. 156. Таңғы йомшаҡ талғын ел. 157. Бол нимә ул? 159. Мин — яуҙарҙа үлгән башҡорттарҙың/Тере рухы — һеҙгә һүҙ ҡушам./Уралтауҙа һеҙ йәшәһен тиеп,/Ҡайта алмай ҡалдыҡ һуғыштан.160. Түбәнерәк булып ятҡан киң урын. 162. Быҡ­ты­рылған ит. 164. “Ҡоралһыҙ (…) булмаҫ, теҙгенһеҙ нуҡта булмаҫ”. 166. Юбкалы яҙыусы. 167. Ни­мәгәлер ҡарата көслө ынтылыш. 169. Рус баярының хужалығын алып барған вазифалы кеше. 170. Индонезиялағы туризм “Мәккә”һе. 171. Йөрәгеңдән үбер инем,/күренмәй шул йөрәк, /Ах, шул йөрәк, серле йөрәк,/Йәшәй тәрәнерәк. 172. Мәҡәл һүҙе фәһем бирә – халыҡ һүҙе алдамай. 173. Яҙылмаған шиғыр, һин, әйтерһең, кисер­мәгән бәхет шикелле. 174. Башҡортостаным, илем,/Яҙалмай бер ҙә билен./Гүйә, мыжыҡ ҡәйнәһенә/Хеҙмәт итеүсе килен. 176. “Афоризмдар яҙа алмағандар роман яҙа” тигән сатирик. 177. Ефрейторҙың “ағаһы”. 179. Эс ярыһы. 180. “Ел, ерәнем!” йырының авторы. 182. Латин хәре­фе. 184. Ундағылай хәтер тағы кемгә тәтер?/Был кем? 186. Балаһы булған ир кеше. 187. Яҡын дуҫ. 189. Бейек тау башындағы һауытҡа оҡшаған ер. 190. Шахматтағы “балыҡ”. 197. Был емеш Ҡаҙағстандан таралған тиҙәр. 198. Овал туп уйыны. 200. Шағир “эйәрләгән” ат. 201. Иттең, йомортҡаның иң мөһим өлөшө. 202. Таяныс. 204. Рихтер, Бофорт шкалаһы берәмеге. 205. Ағайҙың ҡатыны. 207. Билдәле дебюты менән тарихҡа ингән чехословак гроссмейстеры. 208. Күрәҙә кәрте. 210. Ҡытайҙа киң таралған ағас. 212. Тарыз нимә ул? 213. Был газға исемде Антуан Лавуазье биргән.
Илдар Ғәбитов төҙөнө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 2 477

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”? 12.12.2017 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған...

Тотош уҡырға 2 565

Халҡым күңелендә ялҡын бар
Пип-пип, юлдан кит!
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде
"Сәләм"гә - 20!
Күлдең данын кем күтәрә?

Күлдең данын кем күтәрә? 12.09.2015 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. “Балыҡҡа бик бай”ҙы аңлатҡан донъялағы иң оҙон күл. 6. Совет магазинында...

Тотош уҡырға 3 325

Ҡоротто ҡайҙа һаҡлайҙар?
Үҙем булып ҡалам ғүмергә
Ырымбур башҡорттары
Бал тамсылап йыйылыр
Аҡ өмөтлө хыял менән бар ғаләмде айҡайым