Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәбиәт - сикһеҙ ғаләм кеүек...
Әҙәбиәт - сикһеҙ ғаләм кеүек... Горизонталь буйынса: 1. Адъютант генерал өсөн. 3. Бүздәк районынан сыҡҡан әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, публицист. 6. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы, авиация полковнигы, “Шоңҡар юлы”, “Һауаларҙа йондоҙ” повестарының авторы. 9. “Эште күңел кинәнесе өсөн башҡарһа ғына әҙәм кеше була”, — тип бөтә донъя буйлап дарыу үләндәре эҙләп йөрөгән яҙыусы. 11. Зәйнәб Биишева 1978 йылда Талҡаҫта ял иткәнендә осрашыу ваҡытында “Һеҙгә алмашҡа килерлек әҙибә күрәһегеҙме?” тигән һорауға: “Әллә… Һеҙҙә Т. исемле ҡыҙ бар, сыҡһа, шунан сығыр яҙыусы”, — тип яуаплаған. Ул кемде күҙ уңында тотҡан? 14. Әбйәлил районының Хәлил ауылынан сыҡҡан әҙип. 19. Монгол халыҡ ижадындағы шиғри форма. 20. “Яман (…) сәсеп, яҡшы иген көтмә”. 21. Бәләкәй тоҡомло эт. 22. Физик яҡтан көслө спортсы. 23. Бөтөндөң бер өлөшөн күрһәткән һан. 24. Бөйөк француз астрономы, физик. 26. Ғафури районының Биҙәүләт ауылынан сыҡҡан яҙыусы, шағир, драматург, тәржемәсе, Ғәли Ибраһимов, Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты. 29. Мөжәүир хәҙрәттең яҙмышын яҡшы белгән әҙибә. 32. Көҙән ауылынан сыҡҡан әҙәбиәт белгесе, фольклорсы. 35. Европалағы мини-дәүләт. 38. “Диҡҡәт”ле журналист, биш бала әсәһе, “Тәбиғәт биргән иҫ китмәле мөғжизә ул – туған тел. Туған тел – ул тойғо теле, моң теле. Беҙ туған телдә һөйләшеп, туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап, шатлыҡ ишәйтәбеҙ, ҡайғы таратабыҙ, күңел сафландырабыҙ”, — тигән ағинәй-яҙыусы. 41. Шағир, тәржемәсе, мөхәррир, туғыҙ шиғриәт, проза һәм тәржемәләр китабы авторы. Күп кенә башҡорт прозаиктарының, шағирҙарының әҫәрҙәрен, шулай уҡ халыҡ әкиәттәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. 45. Шағир Яков Ухсайҙың милләте. 48. Тартыштырып, һушты алып, ҡапыл аяҡтан йыға торған ауырыу. 50. Тележурналист, драматург, уның балалар өсөн шиғырҙарҙан, әкиәттәрҙән һәм пьесаларҙан торған ике китабы донъя күргән. 51. “Ағиҙел” журналы редакцияһын етәкләгән яҙыусы. 53. Аяҡтың бер өлөшө. 54. Мин-минлек тойғоһо. 56. Бильярдтағы “туп”. 58. Түбәнге Әрмет ауылынан сыҡҡан “флот” яҙыусыһы. 60. Эйәр-ыңғырсаҡтың ат арҡаһына ята торған ике ҡанаты. 61. Ҡиммәтле үҫемлек майы. 63. Башҡорт милли хәрәкәтен етәкләгән бөйөк шәхес, ғалим. 64. Грецияның баш ҡалаһы. 65. Итальян скрипка яһау оҫтаһы. 66. Роберт Байымовтың тыуған ауылы. 67. Берәй эш-хәлдең ниндәйҙер тәьҫире. 68. Ҙур самолет йәки карап. 69. Антон Чеховтың күҙлеге. 70. Көс, ҡарыу. 72. Бөйөк португал сәйәхәтсеһе да Гаманың исеме. 73. Конверт эсендәге хәбәр. 75. АҠШ-тың ике яҡлы флагы булған берҙән-бер штаты. 78. Алынған йәрәхәт. 81. Чертеж ҡағыҙы. 84. Юта менән Неваданың күршеһе. 87. Балтас районынан сыҡҡан, “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы”н яҙған ғалим. 89. Баян менән пианиноның гибриды. 92. Ҡаңны-Төркәйҙән сыҡҡан әҙип, “Погонһыҙ һалдаттар” романының авторы. 95. “Тереләй ҡәберҙә” повесы авторы. 97. Драматург, прозаик, әкиәтсе, сценарист ҡына түгел, баянда оҫта уйнаған композитор ҙа, “Яҙыусы” драма-уйланыуының авторы. 100. Илһөйәр. 104. Катран балыҡ булараҡ. 106. 115-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән яҙыусы, шағир, “Саҡма тояҡ аттарҙа” повесының авторы. 107. “Боролош” романының авторы. 109. Йылға аша сығара торған һал. 110. Кавказ ҡасҡыны. 111. “Ҡояш апай” тигән ҡуңыҙ. 112. Фирманың таныу билдәһе. 113. Йәш ҡайын. 114. Ҡапма-ҡаршы ултырған әңгәмәсе. 117. Бөрйән районының почетлы гражданы, яҙыусы, ғалим. 120. Трио+дуэт. 123. Селекционер Иван Мичуринды биргән өлкә. 126. Океан ҡошо. 128. Ғафури районынан сыҡҡан яҙыусы, “Ыласындар бейек оса” китабының авторы. 131. “Шоңҡар” әҙәби түңәрәген етәкләгән профессор. 133. Бер нисә райкомдың беренсе секретары булған яҙыусы, “Хинган тауҙары аша” китабының авторы. 135. “Онотма мине, ҡояш!” тигән халыҡ яҙыусыһы, драматург, публицист. 138. Яҙыусы-сәйәхәтсе. 140. Миәкә районының Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылынан сыҡҡан журналист, “Яратам, тигәйнең”, “Тынғыһыҙ малай” әҫәрҙәре авторы. 142. “Ҡараһаҡал” романын кем яҙған? 145. Балалы ҡатын. 146. Плотина ҡоролмаһы. 148. Англиялағы титул. 149. Тырнаҡ аҫтындағы “бысраҡ”. 150. Мунса төҙөүгә яраҡлы ағас. 151. Ниҙеңдер башҡарылышы, үтәлеше. 152. Ҡан тамырындағы төйөр. 153. Индеец тирмәһе. 154. Кеше өҫтөнән кемгә лә булһа еткерелгән һүҙ. 155. Хеҙмәт буйынса йөкмәтелгән эш. 158. Күмертау районының Яманғол ауылынан сыҡҡан яҙыусы, “Әсәйемдең алсаҡ йөҙө” китабының авторы. 161. “Европа ғилемен мосолмандар араһында таратыуҙың иң анһат һәм дөрөҫ юлы – балаларға фәнде үҙ телеңдә уҡытыу”, тип әйтеп ҡалдырған бөйөк мәғрифәтсе. 163. Яңауыл районынан сыҡҡан сатирик. 165. Туймазы районының Бикмәт ауылынан сыҡҡан драматург, йәмәғәт эшмәкәре. 168. Исемен районға “биргән” классик. 172. Халыҡ ижадындағы эпик әҫәр. 175. Хәҙерге ҡаҙналағы аҡса. 177. Ҡатыныңдың һеңлеһе. 178. Криминаль эш. 180. Африка антилопаһы. 181. Хорей менән амфибрахийҙың “әшнәһе”. 183. Комедияның шаршаулы өлөшө. 185. Судьяның униформаһы. 187. Люстра. 188. Синтетик туҡыма. 190. Марттың шартын (…) сығарыр. 191. Бөйөк француз мәғрифәтсеһе, философ. 192. Ноғман Мусин өсөн ул мәңгелек. 193. Сөхәндан тигән ижадсы. 194. Ябай эш аты. 195. Һәрәм һаҡсыһы. 196. Тәржемәсе. 197. Уймаҡ өсөн “һөңгө”. 199. Троя һуғышына сәбәпсе булып торған сибәркәй. 201. Кемгәлер тағылған ялған ғәйеп. 203. Нью-Йорк штатының баш ҡалаһы. 206. Нуриман районынан сыҡҡан яҙыусы, “Көслө ҡошсоҡ һин, сыйырсыҡ” повесының авторы. 209. Азияның “һеңлеһе”. 211. Сара, әмәл элеккесә. 214. Белорет районынан сыҡҡан сатирик яҙыусы. 215. Башҡорт әҙәбиәтенең “Корчагины”. 216. “Айбикә” повесының авторы. 217. Ҡыйғы районынан сыҡҡан әҙип, фронтовик, “Мөхәббәткә үлем юҡ” китабының авторы. 218. Үзбәкстанда тыуған ғалим, әҙәбиәтсе, “Башҡорт трагедияһының поэтикаһы” китабының авторы.
­Вертикаль буйынса: 1. Ғафури районынан сыҡҡан әҙибә, трилогия авторы. 2. Баҫҡанда себеше сыҡмай боҙолған йомортҡа. 4. Тереклек яңы башланған, яратылған ваҡыт. 5. Баймаҡ районының Күсей ауылынан сыҡҡан лирик шағир. 7. Тәфсир нимә ул? 8. Силезияның баш ҡалаһы. 9. Ибраһим ауылынан сыҡҡан фронтовик яҙыусы, “Һөймәгәнгә һөйкәлмә” пьесаһын ижад иткән драматург. 10. Ҡурғауыл нимә ул? 12. Солоҡсоноң бауы. 13. Иң билдәле Сергей Тимофеевич. 15. Һалдат пилоткаһындағы металл билдә. 16. Ғафури районынан сыҡҡан әҙәбиәт белгесе, ғалим, тәнҡитсе. 17. Шотланд овчаркаһы. 18. Ҡырмыҫҡа (…)е йәнләнһә, көн яҡшырыр. 25. Барибал йыртҡыс булараҡ. 27. Ҡонажын мал булараҡ. 28. Урындағы һөйләш. 30. Ҡамырлы аш. 31. Үңәстең өҫкө өлөшө. 33. Быҡтырылған ит, йәшелсә. 34. Балалар аты. 36. Белорет районының Кәртәле ауылынан сыҡҡан, “Башҡортостан йәштәре”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә эшләгән универсаль әҙип. 37. Төрлө нәмә төйә торған сөм һауыт. 39. Ылыҫлы ҡыуаҡ. 40. Ҡыр һарығы. 42. “Тура һүҙгә йән (…)”. 43. Бейеүһеҙ кисә. 44. Телсе Ғайса. 45. Йәрмәкәйҙән сыҡҡан әҙибә. 46. Ғафури районынан сығып, Белорет районында ижад иткән яҙыусы. 47. “Аслыҡ” романының авторы. 49. Ат артынан ҡалмаҫ, дуғанан уҙмаҫ. 50. Киндерҙән үрелгән ҡамсы. 52. “Норка” тигән май. 53. Уның ире Ғәзиз Әминев һуғышта ҡатнаша, орден-миҙалдар менән наградлана, ҡаты яралар, контузия алып, икенсе группа инвалиды булып ҡайта. Ул байтаҡ йыл ауырыу ирен, етем апаһын, туғандарының балаларын ҡарай, өс улын аяҡҡа баҫтыра. 55. Яҙыусы ҡатын-ҡыҙ. 57. Әсеп сыҡҡан ҡамыр. 59. Төркиәләге күл. 60. Йөҙөктәге аҫыл таш. 62. Бер үркәсле дөйә. 63. Театр, стадиондағы иң “шәп кешеләр” өсөн урын (аббр.). 70. Африканың иң тәрән йылғаһы. 71. Бокстағы “тайм”. 73. Алфавит берәмеге. 74. Көндәш ҡатындарҙың иң йәше. 76. Эшкә уңғанлыҡ. 77. Клерктың эш урыны. 79. Иран аҡсаһы. 80. Француз сәйәхәте. 82. Ҡорос арҡан. 83. Эштең аҙағы. 85. “Илде яу баҫһа, (…)оңдо ҡар баҫыр”. 86. Магнитлы никель, алюмин иретмәһе. 87. Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында тыуған халыҡ яҙыусыһы, “Әҙәби әҫәр тарих дәреслеге түгел” тигән классик. 88. Япондарҙың ҡағыҙ торнаһы. 90. Уҡыусылар өсөн оҙайлы ял. 91. Американың бөйөк күле. 93. Шишмә районынан сыҡҡан фронтовик яҙыусы, “Йомарт ер” романының авторы. 94. Хәҙерге алғасҡы. 95. Дини идаралыҡ. 96. Саҡмағош районынан сыҡҡан яҙыусы, “Фазиланың ал яулығы” китабы авторы. 98. Электр плитәһендәге сым. 99. Ҡапыл бер эшкә, хәрәкәткә этәрткән эске тулҡын. 101. Башҡортостандың бер вузына исеме бирелгән бөйөк мәғрифәтсе. 102. “Ҡаршы сығып ал”, “Ғүмер бүләк итәм”, тип вәғәҙә итеп, “Офоҡтағы йондоҙ яҡтыһы”н күрһәткән яҙыусы, журналист, педагог. 103. Боронғо Мысырҙағы баш алла. 105. Боҙҙоң ел ыңғайына хәрәкәте. 108. Кимереүсе дала йәнлеге. 115. Көмөш менән нағышланған беләҙек. 116. Ир-егеттең башын әйләндерергә үтә һәләтле “ҡан эскес” ҡатын-ҡыҙ. 118. Үлем. 119. Хәбәш кем ул? 121. Яҙыусының илһамлы шөғөлө. 122. Сейнер ауы. 124. Күңел тыныслығы. 125. Лотерея уйыны. 127. “Сәсән барҙа телең тый, (…) барҙа ҡулың тый”. 129. Покер уйынындағы мутлыҡ. 130. “Ат (…)ы аҫтында ҡырмыҫҡа үлмәҫ”. 131. “Урал батыр”ҙы, “Аҡбуҙат”ты рус теленә тәржемә иткән яҙыусы. 132. Һыу буйында йәшәгән кимереүсе йәнлек. 133. “Ҡыҙыл паша”ның авторы. 134. Күгәрсен районының Яңауыл ауылынан сыҡҡан әҙәби тәнҡитсе. 136. Һиндостандағы дин төрө. 137. Саҡмағош районынан сыҡҡан журналист, шағир. 138. Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ Мәжит Ғафури телендә. 139. Тәмәке ағыуы. 140. Башҡортостандың иң киң билдәле тарлауығы. 141. Мәскәүҙәге аэропорт. 143. Бесәндә сәй ҡайнатыу өсөн кәрәк таяҡ. 144. Ельцин, Кравчук, Шушкевич тарафынан СССР-ға “йыназа уҡылған” Белоруссиялағы резиденция. 147. Ҡытай компартияһы етәксеһенең исеме. 156. Моряк өсөн көньяҡ. 157. Театрҙағы холл. 159. Алтын үлсәү берәмеге. 160. Кислородһыҙ йәшәй алған организм. 162. Булат Окуджава — йырсы булараҡ. 164. Бөкөлө быяла һауыт. 166. Болан бәрхәте. 167. Батша эргәһендәге юғары вазифалы әһел. 169. Ысул. 170. Һыйыр себене. 171. “Кинйә” романының авторы. 172. Әҙәбиәтсе ғалим, педагог, яҙыусы, “Иҙел йорт” романының авторы. 173. Был ғалим-яҙыусының исеме ни өсөндөр Башҡорт дәүләт университетына бирелмәй. 174. “Әле үә 30 мең йыл әүәл”де яҙған Өфө районы әҙибе. 176. Әбйәлил сәсәне. 177. “Килмешәк” романының авторы. 179. Байрам ҡыуанысы. 180. Башҡорт әҙәбиәтенең “гладиаторы”. 182. Төлкөсураның әҙәби атаһы. 184. “Беләҙекүл” романының авторы. 186. Эшкәртелмәгән тире. 187. Шөһбә. 189. “Белеү – (…), белмәү – хур”. 190. “Тура һүҙгә (…) кәрәкмәй”. 197. Өҙәңгеле “кресло”. 198. Яңауыл районынан сыҡҡан әҙип, “Мораҙым” повесының авторы. 200. Ҡош-ҡорт ашай, ем сүпләй торған урын. 201. Иғәнә нимә ул? 202. Мексика индеецы. 204. Гонглы, нокдаунлы алыш. 205. Һинд киндеренән алынған наркотик. 207. “Әжәлең етһә, (…)ең ҡырын китер”. 208. Һуғылған бөртөклө ашлыҡ. 210. Алдан ҡоролған ниәт. 212. Байраҡ. 213. Атаһы тарафынан ҡыҙға бирелгән, килен артынан килгән мал.
Илдар Ғәбитов төҙөнө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 2 477

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”? 12.12.2017 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған...

Тотош уҡырға 2 565

Халҡым күңелендә ялҡын бар
Пип-пип, юлдан кит!
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде
"Сәләм"гә - 20!
Күлдең данын кем күтәрә?

Күлдең данын кем күтәрә? 12.09.2015 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. “Балыҡҡа бик бай”ҙы аңлатҡан донъялағы иң оҙон күл. 6. Совет магазинында...

Тотош уҡырға 3 325

Ҡоротто ҡайҙа һаҡлайҙар?
Үҙем булып ҡалам ғүмергә
Ырымбур башҡорттары
Бал тамсылап йыйылыр
Аҡ өмөтлө хыял менән бар ғаләмде айҡайым