Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хөрмәтле Фәниә Хәмит ҡыҙы!
Хөрмәтле Фәниә Хәмит ҡыҙы!
Хөрмәтле Фәниә Хәмит ҡыҙы!Тормош юлың һәр саҡ балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-һаулыҡ менән
Ҡайғыларһыҙ үтһен йылдарың, –

тип ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм ғәзиз булған юбилярыбыҙ – Әлшәй районының Себенле ауылында йәшәгән һәм 30 апрелдә үҙенең күркәм байрамын билдә­ләргә әҙерләнгән Фәниә Хәмит ҡыҙын.
Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, ғәҙел, тура һүҙле, талапсан, оло йөрәкле һәм мул ҡуллы Фәниәбеҙҙе бөтәбеҙгә лә хәстәрлекле, игелекле булғаны өсөн яратабыҙ. Ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә беҙҙе ташламаны, шатлыҡ-ҡайғыларҙы үҙенекеләй күреп уртаҡлаша белде. Беҙҙең күп тармаҡлы Ғәлимовтар, Хызыровтар ғаиләләре Фәниәбеҙгә беҙҙең өсөн һәр саҡ терәк, таяныс, изге кәңәшсе булғанына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ғүмере буйы Себенле һигеҙ йыллыҡ, аҙаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләне. Балаларға аң-белем, тәрбиә биреүҙә иң алдынғы, өлгөлө уҡытыусы булды, район, республика кимәлендә байтаҡ маҡтау грамоталары менән бүләкләнде, “Башҡортостандың атҡаҙан­ған уҡытыусыһы” тигән оло исемгә лайыҡ булды. Фәниәбеҙ нәҫел йортоноң нигеҙен һүндермәне. Хәҙер йыл әйлә­нәһенә тиерлек беҙҙең бөтәбеҙҙе лә шул изге йорт үҙенә тартып, саҡырып тора, сөнки унда киң күңелле хужабикә Фәниәбеҙ көтә.
Ҡәҙерлебеҙҙе матур ғүмер байрамы менән ҡотлап, уға сәләмәтлек, көс-дарман, донъяларының именлеген, беҙҙең менән бергә шатланып, ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ йылдар бергә йәшәүен теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр менән Өфөнән, Стәрлетамаҡтан һәм Раевка ҡасабаһынан Ғәлимовтар, Хызыровтар ғаиләләре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516