“Ғилмияза” — Пермь башҡорттарының йөҙөк ҡашы23.02.2018
“Ғилмияза” — Пермь башҡорттарының йөҙөк ҡашыПермь крайы башҡорттары ҡоролтайы Чернушка ҡалаһы “Нефтсе” мәҙәниәт үҙәге ҡарамағындағы “Ғилмияза” башҡорт фольклор коллективынан башҡа бер генә мәҙәни сара ла үткәрмәй тиһәк, һис кенә лә арттырыу булмаҫ. Фестиваль, бәйгеләр булһынмы, һабантуймы — һәр саҡ әйҙәүсе, халыҡҡа моң бүлешеүсе булып тора йыр, бейеү өләшкән йәштәр, апайҙар һәм ағайҙар. Ошо матур ансамблгә ун йыл тулыу айҡанлы һүҙҙе коллективты ойоштороп, уңыштарға сәмләндергән Зәүиә МАХАТОВАҒА бирәбеҙ.

— “Ғилмияза” ансамбле 2007 йылда төҙөлдө. Коллектив вокал һәм халыҡ бейеүҙәре төркөмдәренән тора, 18 йәштән алып 65 йәшкә тиклем 24 кешене үҙ эсенә ала. Шуны билдәләгем килә, бында балаларын алып килгән өлкәндәр үҙҙәре лә ансамблгә ҡушылып китә. Мәҫәлән, Лилиә Бәкерова улы Денис менән, Алһыу Ғәниева улы Азат һәм туғаны Дамир менән бергә сәхнәлә йырлап-бейеп йөрөй. Костюм­дарҙы балаларына ата-әсәләр үҙҙәре тегә.
Беҙ, ҙур татыу ғаилә булараҡ, алға барабыҙ. “Ғилмияза”лар һәр йыл район, ҡала, край, төбәк-ара мәҙәни, шулай уҡ дини сараларҙа ҡатнаша. 2009 йылда Өфөлә “Башҡортостан Республикаһында Пермь башҡорттары көнө”ндә программаның йөҙөк ҡашы булдыҡ. Төбәк ҡоролтайының ойоштороу комитеты дипломдары һәм Рәхмәт хаттары йыл да край һабантуйында ҡатнашыуыбыҙ тураһында һөйләй. Мәҫәлән, Пермь ҡалаһында (2013 йыл), Уйын ауылында, Орда районының Карьево ауылында (2014 йыл), 2015 йылда йәнә Пермдә, Октябрь районының Янапай ауылында (2016 йыл) гөрләп үткән һабантуйҙарҙа губернаторҙы һәм башҡа ҡунаҡтарҙы ҡаршыланыҡ. Край губернаторы хакимиәте, Мәҙәниәт министрлығы, башҡорт ҡоролтайы берлегендә үткәрелгән сараларҙа айырыуса күп көс һалырға тура килә. Ундай саҡта Чернушка ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе лә булараҡ сценарий төҙөү ҙә, ойоштороу эштәренең байтаҡ өлөшө лә минең иңемә төшә.
Ҙур сараларҙа “Ғилмияза”лар — фольклор майҙансығын, күргәҙмә залдарын ойоштороусы, төрлө бәйгеләрҙе башлап ебәреүсе, күмәк тамашаларҙы биҙәүсе лә. Коллектив репертуарында башҡорт халыҡ фольклоры төп урын алып тора. Әлбиттә, ерле фольклорҙы өйрәнеп, уның элементтарын киң ҡулланабыҙ. Беҙ ғаилә һәм милли традицияларҙы хөрмәт итәбеҙ, нәҫелебеҙ, тыуған еребеҙ менән ғорурланабыҙ һәм был хис-тойғоно йәш быуында тәрбиәләүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ.
Ансамблдең һәр ағзаһы үҙ шәжәрәһен өйрәнеүе менән дә ғорурлана. Чернушкала үткән “Үҙ тамырҙарыңды беләһеңме?” бәйгеһендә “Иң боронғо ырыу” номинацияһы еңеүсеһе грамотаһы һәм Барҙа районының Үдик (Елпачиха) ауылында төбәк-ара Шәжәрә байрамында ҡатнашыусы сертификаты ошолар тураһында һөйләй. Коллектив үҫеш, камиллашыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләй.
Беҙ Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы белгестәре тарафынан ойошторолған оҫталыҡ дәрестәренә ныҡ шатбыҙ. 2016 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ ижады йорто белгесе Рәйес Низаметдинов өс тапҡыр Чернушкала булып, бейеү серҙәренә төшөндөрҙө, сәхнәлә үҙебеҙҙе тоторға өйрәтте. “Күс­кенсе” башҡорт мәҙәниәте фести­валендә “Халыҡ бейеүҙәре” номинацияһында I урынға лайыҡ булыуыбыҙ — ошоноң һөҙөмтәһе. Башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауҙағы, таратыуҙағы эшмәкәрлегебеҙ өсөн губернатор хакимиәтенең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, шулай уҡ төбәк ҡоролтайының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булдыҡ. Бынан тыш, 2013 йылда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Почет грамотаһы менән бүләкләне.

Сулпан ҒИЛМЕТДИНОВА
яҙып алды.


Вернуться назад