Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Борай автономияһы һәм уның тарихи әһәмиәте
Борай автономияһы һәм уның тарихи әһәмиәтеБөгөнгө хәлендә Башҡорт Республикаһының барлыҡҡа килеүе бер көнлөк кенә эш булмаған. Ул Граждандар һуғышы ялҡынында тыуа, уны ойоштороуҙа тарихи Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш ҡына түгел, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ла ҡатнаша. Тәүгеләрҙән булып улар иҫәбендә автономия идеяһы өсөн күмәкләп Борай ауылы башҡорттары күтәрелеп сыға һәм тарихтың иң аяныслы, һынылышлы мәлендә ҡулына ҡорал ала.


Территориаль автономия планы


1917 йылдың декабрендә Ырымбурҙа үткән Дөйөм башҡорт ойоштороу ҡоролтайында “Бәләкәй Башҡортостан” сиктәрендә “Автономиялы Башҡортостан”, йәғни Башҡорт Республикаһы, иғлан ителә. Күпкә һуңғараҡ үҙенең “Хәтирәләр”ендә Әхмәтзәки Вәлиди былай тип яҙа: “Башҡортостан автономияһын иғлан иткәндә, беҙ бөтөн Башҡортостанды түгел, ә халҡының кәмендә 70 проценты мосолман булған көнсығыш өлөшөн генә күҙ уңында тоттоҡ. Ул “Бәләкәй Башҡортостан” булараҡ билдәле. Әммә Башревкомдың элекке ағзаһы һәм БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе (1921–1925) Муллайән Халиҡов күп йылдарҙан һуң, 1933 йылда, был ваҡиғаларҙы икенсе төрлө һүрәтләй: “Ҡоролтай, үҙенән-үҙе аңлашылыуынса, автономияның шунда уҡ Оло Башҡортостан сиктәрендәме, әллә тәүҙә Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендәме тормошҡа ашырылыуын билдәләп тормайынса, Оло Башҡортостан сиктәрендә иғлан ителгән башҡорт автономияһын раҫланы”. Минең уйымса, 1922 йылда “Оло Башҡортостан” проектын туранан-тура ғәмәлгә ашырған Муллайән Халиҡов эш планын үҙе лә аңғармаҫтан боҙоп күрһәтә. Был план республиканың этаплап ойошторолоуын күҙ уңында тота: тәүҙә “Бәләкәй Башҡортостан” автономияһы тормошҡа ашырылырға тейеш, артабан булдырылған автономияға Өфө губернаһының башҡорттар йәшәгән бөтә өйәҙҙәрен, шулай уҡ Пермь губернаһының Ғәйнә, Һыҙғы, Өпәй һәм Ҡошсо ырыуҙары башҡорттары йәшәгән Уса һәм Красноуфимск өйәҙҙәре биләмәләрен ҡушып, “Оло Башҡортостан” булдырыу, әммә был план тулыһынса тормошҡа ашырылмай. Шулай итеп, 1917 йылдағы Дөйөм башҡорт ойоштороу ҡоролтайында “Бәләкәй Башҡортостан”дың туғыҙ кантоны булдырыла. Былар – Ете ырыу (Башҡортостандың хәҙерге Көйөргәҙе районы һәм Ырымбур өлкәһенең Башҡортостанға сиктәш ерҙәре), Ҡыпсаҡ (Күгәрсен һәм Мәләүез райондары), Үҫәргән кантоны (Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары), Бөрйән-Түңгәүер (Башҡортостандың Йылайыр, Баймаҡ райондары һәм Бөрйәндең бер өлөшө), Тамъян-Ҡатай (Белорет районы, Бөрйәндең бер өлөшө), Ҡыуаҡан (Учалы районы, Силәбе өлкәһенең Мейәс районы), Барын-Табын (Силәбенең Арғаяш, Ҡоншаҡ һәм башҡа райондары), Иҫке Ҡатай (Ҡурған өлкәһенең Әлмән һәм Сафакүл райондары), Туҡ-Соран (Ырымбур өлкәһенең Александровск, Красногвардейск һәм башҡа райондары).

Борай ауылы

Ойоштороу ҡоролтайынан һуң делегаттар урындағы башҡорт советтарын – төбәк шураһын ойоштороу өсөн улыстарына тарала. Төбәк шуралары “Бәләкәй Башҡортостан” составына инмәгән һәм Өфө губернаһында ваҡытлыса тип һаналған райондарҙа ла ойошторола. Ошондай төбәк шураларының береһе Елдәк ырыуы башҡорттары ерендә – ҙур башҡорт ауылы Борайҙа барлыҡҡа килә. Ауылдың атамаһы уға нигеҙ һалған “Борай башҡорт”тан килә. Муса Йәшбулатов менән Якушка Исаев 1707 йылда үҙҙәренең ғаризаһында (челобитная) ошолай тип яҙып ҡалдырған: “Прадед их, башкирец Бурай, владел вотчиною и бортным ухожьем по Таныпу реке и тот прадед их Бурай переехал жить из Уфимского уезду в Казанский уезд, жил там и умер...” Борайҙың Ҡазан өйәҙендә йәшәгән ҡайһы бер вариҫтары суҡындырылған. Быны уларҙың исемдәре һөйләй – Якушка Исаев, Матюшка һәм Ивашка Степановтар. Был XVII быуаттың 80-се йылдарында алып барылған мәжбүри христианлаштырыу сәйәсәтенең әүҙемләшеүе һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан, күрәһең. Батшаның дини сәйәсәтенә реакция – башҡорттарҙың 1681–1683 йылдарҙағы ихтилалы.
Артабан тағы ла аяуһыҙыраҡ, дәһшәтлерәк ихтилал – Сыңғыҙ ханлығын тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйған 1704 – 1711 йылдарҙағы башҡорттар хәрәкәте килә. Был ихтилал ваҡытында Ҡазан өйәҙенең меңәрләгән халҡы Башҡорт­останға күсенә. Күсеп ултырғандар араһында ата-бабалар еренә ҡайтырға теләгән Борай ҡарттың ейәндәре лә була. Ҡайтыу менән улар үҙҙәренең ата-бабаларының аҫаба ерҙәрен ҡайтарып биреүҙе һорай. Тыуған Елдәктәрендә уларҙы ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар: аҫаба вариҫтар тип таныйҙар һәм ата-баба ерен файҙаланыуға ирек бирәләр. XX быуатта Борай ауылы Башҡортостан автономияһы өсөн көрәш үҙәктәренең береһенә әүерелә.
Өфө губернаһы башҡорттары араһында сыуалыш 1917 йылдан күпкә алдараҡ башлана. Бына архивта һаҡланған ҙур булмаған белешмә:

1906 йыл.
lфевраль: Балтас улысының Тимкә ауылы башҡорттары Новотроицк ауылы янында уларҙан тартып алынған, үҙҙәренең милке һаналған урманды ҡырҡҡан. Урмансыны туҡмаған, мылтығын тартып алған;
lиюнь: Балыҡсы улысы башҡорттары бунты; Шәфиев кисеүе янында 150 кеше йыйылған. 25 һыбайлы полиция хеҙмәткәре саҡырылған;
lиюль: Әсән улысының Мәскәү һәм Учпили ауылдарында 600 кешенең йыйылышы.

1907 йыл.
l6 ғинуар: Борайҙа бер өйөр башҡорттар полицияға һалдырған, приставтың фатирына һөжүм иткән. Бер башҡорт үлтерелгән;
lиюнь: Минзәлә өйәҙендә полицияға атҡандар;
lиюль: Бөрө өйәҙе башҡорттары Дәүләт Думаһында ваҡ халыҡтарҙың вәкилдәре аҙ булыуы менән риза түгел, әгәр Дума быға иғтибар итмәһә, улар хоҡуҡтарын яҡлау өсөн көс ҡулланасаҡ.
1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбурҙа “Башҡурдистан автономияһы” иғлан ителгәс, Борай ауылында Бөрө өйәҙе мосолмандары съезы саҡырыла, унда өйәҙ башҡорттары һәм мишәрҙәренән, автономия идеяһын тулыһынса хуплауҙарын һәм уға ҡушылыуҙарын белдереп, Үҙәк Башҡорт Шураһы (Советы) исеменә ике телеграмма әҙерләнә. Ошондай уҡ телеграмма Бәләбәй өйәҙе аҫаба башҡорттарынан да килә. Күреүебеҙсә, башта Башҡорт республикаһы составына инмәгән Өфө губернаһы башҡорттары башҡорт автономияһы идеяһын һәр яҡлап хуплай һәм уға инергә әҙер булыуын белдерә. Әммә был хәлдәр етеүгә оҙаҡ әле.

Борай кантонын
иғлан итеү


1918 йылдың 18 ғинуарында Ҡыҙыл Гвардия отрядтары Башҡортостан автономияһын таныған атаман Дутовты Ырымбурҙан ҡыуып сығара. Бығаса нейтралитет тураһында белдергән Башҡорт хөкүмәте (“Беҙ большевик та, меньшевик та түгел, беҙ – башҡорттар”) Ырымбурҙа ҡалыуҙы хуп күрә. Әммә 16 февралдә хөкүмәт башҡорт халҡының үҙаллылығына ҡырҡа ҡаршы булған, башлыса татар эшмәкәрҙәренән торған Ырымбур мосолман хәрби-революцион комитеты ярҙамы менән большевиктар тарафынан ҡулға алына. 1918 йылдың 18 февралендә, йәғни Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбурҙа ҡулға алыныуына ике көн тигәндә, Борайҙа Башҡорт республикаһына ҡушылырға теләп башланған хәрәкәт аныҡ сәйәси форма ала: Борай Башҡорт милли Советы (шураһы) үҙенең һәм күрше ете улыстың территорияһын Башҡорт республикаһы (“Бәләкәй Башҡортостан”) составына ҡараған Борай башҡорт автономиялы районы, Борай кантоны тип иғлан итә. Тирә-яҡтан Өфө губернаһы менән уратып алынған үҙ алдына үҙаллылыҡ иғлан иткән кантон изоляцияланған анклав рәүешендә булһа ла, борайҙар быға борсолмай, ҡыйыу эш башлай.

Пролетариат икмәге һәм диктатураһы

Илдә асылда граждандар һуғышы бара. Пролетариат диктатураһына икмәк кәрәк. Большевиктар продразверстка, йәғни крәҫтиәндәрҙән уларҙың хеҙмәт емешен тартып алыу тураһында иғлан итә. Ярым ас йәшәүгә мөмкинлек биргән минимум ҡалдырылып, артығы йолоп алына. 1918 йылдың февраль наряды Өфө губернаһына 1008 вагон он, 144 – ярма, 435 вагон һоло һәм башҡа аҙыҡ тәшкил итә. Мәскәү аҙыҡ-түлек комитеты анкетаһына яуап хатында Өфө властары былай тип яҙа: “Уфимская губерния является губернией вывозящей (т.е. регионом-донором)… К реквизиции и принудительному проведению закона о хлебной монополии население относится крайне отрицательно…” Автономия һәм айырылып сығыу тураһында иғлан ителгәндән һуң, Борай башҡорт милли Советы: “...армия өсөн 500.000 бот күләмендә әҙерләнгән ондо һәм 300.000 һум ҡулаҡса йыйылған кассаны автономиялы райондыҡы тип танырға” тигән ҡарар ҡабул итә.
Бөрөнөң аҙыҡ-түлек комиссары Соколов Өфөгә телеграмма ебәрә: “Служащие терроризованы, бегут, часть арестованы. Местный совет народных комиссаров бессилен помочь… Дело заготовки хлебов в уезде обречено на гибель”. Борайҙарҙың эшмәкәрлеге губернала ғына түгел, Мәскәүҙә лә ҙур резонанс тыуҙыра. Большевиктарҙың “Вперед” гәзите асыу­ланып: “Автономиялы” Борай башҡорт­тарының был дәүләт икмәгенә һәм аҡсаһына тупаҫ рәүештә ҡул һуҙыуы... губернаның дөйөм дәүләт февраль нарядын үтәмәүгә килтерә, сөнки иң күп он Борай улысынан алынырға тейеш ине, һәм уға был йәһәттән ҙур өмөттәр бағланғайны. Депутаттар советының губерна башҡарма комитеты автономиялы районға көсәйтелгән хәрби наряд ебәрергә ҡарар итте”, – тип яҙа.

Борай кантоны ҡораллана

Властар әле һаман Борай башҡорт­та­рының эшмәкәрлеген полиция ярҙамында еңеп булған хулиганлыҡ тип һанай, Борайҙа ғәскәр туплай башлауҙары тура­һында белмәй. Борай автономиясылары өйәҙҙең Ҡыҙыл гвардияһына ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтергә генә түгел, үҙҙәре өйәҙ үҙәге Бөрөгә һөжүм итергә йыйына. Бына нимә тип яҙа үҙенең хәтирәләрендә 1918 йылдың яҙында Бөрө өйәҙендә барған ваҡиғаларҙың шаһиты Г. Акимов: “Кулактар һәм уларҙың фронттан ҡайтҡан улдары штаб приказы буйынса отрядтар ойошторҙо, уларҙы нимә етте, шуның менән ҡоралландырҙы. Һәр ауыл отряд йыйып, уны Борайҙағы штаб ҡарамағына ебәрергә тейеш ине... Ихтилал башлан­ғандан алып бер аҙна эсендә Борайға бер отряд килде. Ихтилалға күтәрелгән ғәскәрҙең иҫәбе 1000-1200 кешегә етә. Уларға офицерҙар йәки унтер-офицерҙар званиеһы булған элекке фронтовиктарҙан торған штаб етәкселек итә.
Отрядтар Бөрөгә юлланырға тейеш ине, әммә ҡорал, айырыуса снаряд һәм патрондар етешмәүе арҡаһында Бөрөгә поход тотҡарланды. Советтар, милиция менән бәрелештәрҙә тартып алынған, демобилизацияланған һалдаттар алып ҡайтҡан винтовка, мылтыҡтар аҙ, йөҙләп барҙыр. Һәр винтовкаға бер, күп тигәндә, биш обойма патрон. Бер нисә револьвер ҙа граната. Төп масса ҡоралһыҙ... Ҡурҡыу, ҡалала таралған “ихтилалға күтәрелгәндәр ҙур көс булып Бөрөгә табан хәрәкәт итә, бөтөн большевиктарҙы үлтерә” тигән хәбәр динһеҙҙәргә ныҡ йоғонто яһаны…”
Большевиктар рухындағы “Көрәш” татар гәзите “Борай сыуалышы” тип нарыҡлаған ихтилалдың, авторы билдәләүенсә, рухи етәкселәре – “контрреволюцион буржуйҙар” Дүртөйлөнән Сәхибзада Мәҡсүтов һәм Борайҙан Шәрәфи Хәмитов “Был халыҡ дошмандары, большевиктар мәсеттәрҙе емерергә, динде бөтөрөргә килә” тип Бөрө өйәҙендәге Маншыр ауылы кеүек аҫаба башҡорт ауылдары халҡын фетнә сығарырға өндәне. Ҡотҡо һөҙөмтәһендә Борай ауылында большевиктарға ҡаршы һуғышырға ҡарар иткән ҡораллы төркөм барлыҡҡа килде…”
“Ҡотҡосолар” нимәлә хаҡлы түгел ине? Бер аҙҙан большевиктар төбәктәге бөтөн мәсет, сиркәүҙәрҙе ҡыйратасаҡ, динде һәм “Көрәш” гәзите журналистары ҡулланған ғәрәп яҙмаһын тыясаҡ.
Парадоксаль хәл килеп тыуа: Башҡорт хөкүмәте ағзалары төрмәлә ултыра, ә Борай кантоны һәм башҡа кантондар ай ярым автономиялы Башҡортостан исеменән үҙаллы идара итә. Борайҙар беренсе булып Өфө губернаһында ауыл халҡының һуңғы игенен талап алған большевиктарға ҡаршы асыҡтан-асыҡ һуғыш башлай. Борай Башҡорт автономиялы районы ул ваҡытта Өфө губернаһы башҡорттарының буласаҡ Башҡорт республикаһы тураһындағы хыялдарының кәүҙәләнешенә әйләнә.
Былар барыһы ла ХХ быуат башында төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тарының башҡорт этносының башҡа өлөшө менән рухи бәйләнешен юғалтмауын, башҡорт халҡының үҙенең хоҡуҡтары өсөн ҡораллы көрәше кеүек күп быуатлыҡ героик тарихын онотмауын билдәләй. Борай ихтилалының рухи етәкселәре кем булған һуң?

Шәрәфи бай һәм Сәхибзада Мәҡсүтов

Шәрәфи Хәмитовты яҡшы хәтерләйҙәр, һораусыларға “Шәрәфи бай” йәшәгән ҙур ағас йортто күрһәтәләр. Архивта уның турала ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һаҡланған. 1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу анкетаһында бына нимәләр яҙылған:
“Йәшәгән урыны: Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Борай улысы, Борай ауылы.
Исеме: Хәмитов Шәрәфетдин.
Сословиеһы: ер биләүсе (вотчинник).
Милләте: башҡорт.
Малы: 4 ат, 2 һыйыр, 2 быҙау.
Сауҙа-сәнәғәт биналары: ярма ярғыс – 1; тирмән – 3; иген пристане – 1.
Кәсебе: сауҙа.
Ауыл хужалығы инвентары: тимер тәгәрмәсле 7 арба.
Ғаилә составы: ирҙәр: хужа – 53 йәш; улы – 7 йәш; эшсе – 28 йәш; эшсе – 43 йәш; ҡатын-ҡыҙҙар: әсәһе – 100 йәш; ҡатыны – 52 йәш; ҡатыны – 28 йәш; ҡәйнәһе – 62 йәш; ҡыҙы – 5 йәш; ике ҡыҙ туғаны – 17-шәр йәш”.
Сәхибзада Мәҡсүтовтың сауҙагәр булыуы, Шәрәфетдин Хәмитов кеүек үк иген һатыу менән шөғөлләнгәне билдәле. 1902 йылда ул Бөрө өйәҙ земство йыйылышының хәл иткес тауышҡа эйә ағзаһы итеп һайлана.1906 йылда I Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу анкетаһында уҡыйбыҙ:
“Йәшәгән урыны: Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Елдәк улысы, Дүртөйлө ауылы.
Исеме: Мәҡсүтов Сәхибзада Дәүләтша улы.
Сословиеһы: Әсән улысы крәҫтиәне.
Милләте: татар.
Малы: 5 ат, 3 һыйыр, 3 быҙау, 3 кәзә.
Сауҙа-сәнәғәт биналары: 1/2 ярма ярҙырыусы тирмән – 6; 1/2 пар тирмәне – 3; елгәргес – 3.
Кәсебе: сауҙа.
Йорт хужаһына мөнәсәбәте: ир-егеттәр: хужа – 45 йәш; улы – 6 йәш; улы – 23 йәш; ҡатын-ҡыҙҙар: ҡатыны – 40 йәш; ҡыҙы – 10 йәш; ҡыҙы – 15 йәш; ҡыҙы – 17 йәш; хеҙмәтсе – 16 йәш; ашнаҡсылар – 17 һәм 40 йәш”.
Шәрәфи байҙы Борайҙа әле лә йылылыҡ менән хәтергә алалар. Анкетала күрһәтелеүенсә, уның иген пристане, Ағиҙел буйлап иген ташыған баржалары булған. Шәрәфи бай зирәк, хәйләкәр булған. Он тейәлгән баржаһын юрамал йылғаға батырған, тип һөйләйҙәр. Билдәле, тоҡтар тыштан ғына сылана, эстәгеһе ҡоро килеш ҡала. Йәнәһе, батҡан караптар өсөн страховка алғас, он тултырылған тоҡтарҙы һыуҙан сығарып, уларҙы ярлы-ябағаға таратҡан. Үҙе лә аҡса эшләгән, ас халыҡты ла туйындырған.
“Борай фетнәһен” баҫтырыу

Мәскәүҙә Борай ваҡиғалары ҙур борсолоу тыуҙыра. РСФСР-ҙың аҙыҡ-түлек буйынса комиссары Цюрупа Өфөгә өҫтө-өҫтөнә телеграмма һуға: “Прошу вас употребить все меры для локализации выступлений бураевцев и мысово-челнинцев, не останавливаясь ни перед чем. Никаких соглашений с дезорганизаторами-предателями! Посылайте отряды, арестуйте руководителей, предавайте их строжайшему суду…” Тап ошонан һуңдыр ҙа, моғайын, Борайға Ҡыҙыл гвардия отряды юллана. Әгәр үрҙә телгә алынған Г. Акимовтың һүҙҙәренә ышанғанда, 1918 йылдың февралендә Бөрөгә А. Вострецов етәкселегендә Усть-Ҡатау заводы эшселәренән торған отряд килә. Ике-өс көндән ул батальонға етә. Ошо батальон 3 мартта баш күтәргән Борай автономиялы районына инә.
Артабан авторҙар ҡапма-ҡаршы­лыҡлы мәғлүмәт бирә. Г. Акимов яҙа: “Борайға етмәҫерәк, дозорҙы алдан ебәреп, отряд йәйәү атланы. 3 мартта иртән, отряд ауыл осонда күренгәс тә, муллалар ҡарттарҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы сығарып, бында тыныс булыуын күрһәтте. Ихтилалсылар штабы беҙҙең отрядтың өҫтөнлөгөн, ҡаршылашыуҙың мәғәнәһеҙ булыуын таныны. 2 мартта уҡ отрядтарҙы таратырға, ҡоралды йәшерергә һәм беҙҙе тыныс ҡаршы алырға ҡарар ителгән булған. Аҡ гвардия офицерҙары крәҫтиәнсә кейенеп, өйҙәрендә йәшенеп бөткән. Ихтилал башлыҡтарынан 10 кешене ҡулға алып, улыс ревкомы ойоштороп, отряд ҡайтып китте”. Борайҙа, Г. Акимов әйтеүенсә, бер взвод ҡыҙылдар ҡалдырыла.
“Көрәш” гәзитендә иһә был ваҡиғалар бөтөнләй икенсе төрлө һүрәтләнә: “Ваҡиғалар ҡыҙған саҡта Борайға Ҡыҙыл гвардияның ҙур булмаған отряды килде. Борай фетнәселәре уларға ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтте, Совет власын танырға ризалашманы: Борайға Өфөнән совет ғәскәрҙәрен ебәреп, фетнәне баҫырға ҡарар ителде”.
“Көрәш” гәзитенең фаразы ысынбарлыҡҡа тап килә һымаҡ, сөнки мәҡәлә 1918 йылдың 4 апрелендә, йәғни Борай ихтилалы баҫтырылған ваҡытта, сыҡҡан. Ә Г. Акимовтың тиҫтәләрсә йылдан һуң яҙылған хәтирәләрендә хаталар бихисап. Март аҙағында Борайға Өфө гарнизоны иҫәбенә көсәйтелгән Ҡыҙыл гвардия килә. “Көрәш” гәзитендә был турала: “…шаршамбы, 27 мартта, төнөн Өфөнән килгән совет ғәскәрҙәре “Борай фронтын” ҡамауға алды. Борайҙы алғас, улар ҡаты тәртип булдырҙы”.
“Борай фетнәһе”н баҫтырған көндәрҙә Бөрөлә III Советтар съезы барған була. 28 марттағы ултырышта Бөрө Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе И. С. Чернядьев ҙур шатлыҡ менән “Борайҙарҙың Совет власына ҡаршы хәрәкәтенең юҡ ителеүе” тураһында хәбәр итә. 31 марттағы ултырышта ихтилал сыҡҡан районға барып ҡайтҡан делегат Ҡудашев Ҡыҙыл гвардия тарафынан “ҡайһы бер Борай фирмаларына Совет власына ҡаршы агитация алып барған өсөн” ике миллион һумлыҡ контрибуция һалыныуы тураһында белдерә. Ихтилал баҫтырыла, ә Борай башҡорт кантоны бөтөрөлә. Әммә борайҙарҙың тәжрибәһе бер нисә йылдан һуң тағы ла ҡабатлана. Икенсе ерҙә.
“Һәнәкле яу”

Өфө губернаһы башҡорттары тәүге тапҡыр Башҡорт Республикаһына, ул ваҡытта “Бәләкәй Башҡортостан”ға, ҡушылырға тырышыуы арҡаһында 1918 йылда Борай ихтилалы ҡабына. Икенсегә ошондай уҡ ваҡиға ике йылдан һуң күҙәтелә: халыҡ “Һәнәкле яу”ға, икенсе төрлө әйткәндә, “Ҡара Бөркөт” ихтилалына күтәрелә. Ихтилал 1920 йылдың ғинуарында Минзәлә өйәҙенең рус ауылы Йыланда крәҫтиәндәрҙең ауыл хужалығы тауарҙарын тартып алып йөрөгән аҙыҡ-түлек отрядтарына ҡаршы стихиялы күтәрелешенән башлана. Әкренләп уларға Өфө губернаһы башҡорттары ҡушыла, һәм көрәш Башҡорт республикаһына ҡушылыу өсөн ирредентистик хәрәкәткә әүерелә.
Баш күтәреүселәр үҙенең армия­һын ойоштора һәм ике колонна булып өйәҙ үҙәктәренә – Бәләбәй менән Бө­рөгә юллана. Беренсеһен улар 1 мартта ала. Икенсеһенә һөжүмгә йы­йыныуҙарын белгәс, больше­виктарҙың Бөрөләге етәкселәре Пичугин менән Чернядьев халыҡҡа тарихи мөрәжәғәт әҙерләй: “Иптәш крәҫтиән­дәр!.. Башлыса мосолман халҡы йәшәгән ҡайһы бер улыстарҙа кулак элементтары, Себерҙән ҡайтҡан дезертирҙар, аҡ бандиттар тарафынан Совет власына ҡаршы восстаниеға күтәрелде, ошоноң менән бергә наҙан, томана, алдатылған башҡорт өйөрҙәре, үҙҙәрен “Ҡара армия” тип иғлан итеп, халыҡты талай, үҙҙәренең үк уҡытыусыларын, совет хеҙмәт­кәрҙәрен, китапханасыларҙы, ком­мунис­тарҙы һәм уларға теләктәшлек күрһәткәндәрҙе туҡмай. Ҡоторонған башҡорттар төркөмөнөң дыуамал эш итеүе аҡыллы крәҫтиәндәрҙең дә, фетнәселәрҙең баҫымы аҫтында, уйламай-нитмәй, ихтилалға ҡушылы­уына иҫәпләнгән. Иптәштәр! Ҡан кәрәкмәй!”
Чекистар, Өфө губернаһы буйлап “коммунистар булмаған ерҙә ирек бар, тип Башҡорт республикаһы тураһында боҙоп аңлатҡан, башҡорт короле Зәки Вәлидов өсөн агитация алып барған” контрреволюцион агитаторҙар йөрөй, тип доклад бирә. Шул уҡ ваҡытта ҡулға алынған крәҫтиәндәр асыҡтан-асыҡ: “Коммунистарҙы үлтереп бөткәс, беҙ хөкүмәт башлығы итеп Зәки Вәлидовты һайлар инек”, – ти. Һуңы­нан ваҡиғаларҙың сәбәбен асыҡлай башлағас, Бәләбәй башҡарма комитеты рәйесе Клюев Ғәҙәттән тыш комиссияға Бәләбәй өйәҙендәге ихтилал сәбәптәре тураһында: “…Бер яҡтан, партия эште бушаҡ алып бара... һәм, иң мөһиме, Башҡорт респуб­ликаһына ҡушылыу девизы аҫтында алып барылған контрреволюцион агитация”, – тип отчет бирә.
“Һәнәкле яу” үҙәк Совет власы Өфө губернаһының Бөрө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Өфө өйәҙҙәрен һәм Златоуст өйәҙенең бер өлөшөн Башҡортостанға ҡушыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндә төп роль уйнай. Минзәлә өйәҙе, унда башҡорттарҙың иҫәбе татарҙарға ҡарағанда күберәк булһа ла, татар коммунистары үтенесе буйынса 1920 йылдың майында декретлаштырылған Татар АССР-ына бирелә.
1918 йылдағы Борай ихтилалы һәм Борай башҡорт кантоны ойошторолоуына килгәндә, уларҙы 1920 йыл­дағы ваҡиғаларҙың репетицияһы итеп ҡарарға кәрәк. Шулай итеп, Өфө губернаһын бөтөрөп, “Оло Башҡорт­остан” булдырыуҙа төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәл иткес роль уйнай. Анклав райондар – Арғаяш, Ялан, Туҡ-Соран кантондары һуңынан бөтөрөлә. Әммә Башҡортостандың тарихи үҙәге (ядроһы) шулай ҙа республикабыҙҙың төп составына инә.

Салауат ХӘМИҘУЛЛИН,
тарихсы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519