Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ере барҙы ер тартыр, ер тартмаһа – тел тартыр
Ере барҙы ер тартыр, ер тартмаһа – тел тартырБашҡорт халҡы тарихта үҙенең урынын, йәшәгән Ер-һыуын биләү, үҙ теле, асылы, динендә йәшәү, Хаҡын хаҡ итеп танытыу өсөн тыуа-тыуғаны, була-булғаны буйы көрәшә. Был хоҡуҡ иһә башҡорттоң иң гүзәл Ерҙә ырыҫлы йәшәү шарты булып әлмисаҡтан бирелгән. Оһолдарын оло уй, маҡсат менән туҡтауһыҙ камиллаштырһын, йөрәген таҙа тотһон тип, Аллаһ Тәғәлә башҡортҡа Баш тигәнгә бәйле Исем биргән, тик өҙлөкһөҙ хәрәкәт кенә бәрәкәт булырын, Яҡшылыҡ эшләп кенә уңырын белеп, уға уны закон итеп Урал ғәләйһиссәләм аша төшөргән. Беҙ һәр саҡ һынау һәм һынауҙан яңырыуға күсеп үҫештә торған, лайыҡлылыҡты раҫларға тейешле өммәт. Сөнки Тәңре бүләге – Тел, ә бар төрки халҡы аңлай һәм һоҡлана торған мәшһүр Телгә, йәннәттәй Ергә, гүзәлдән-гүзәл Илгә лайыҡ булыу кәрәк. Һәм беҙ лайыҡлы!

Тик ул лайыҡлылыҡты аҡлап, йәшәтеп, ризалатып торабыҙмы? Үҙебеҙҙең фиғел-булмышыбыҙ, бер-беребеҙгә мөнәсәбәт, изге ҡиммәттәргә, кешене Кеше, халыҡты Халыҡ иткән терәктәргә ҡарата ниндәй уйҙа беҙ? Аҡса заманына алданып ғәжәйеп матур асылыбыҙҙы үҙгәртмәнекме? Илдең күрке китеп барыуға үҙебеҙ дәү “өлөш” керетмәнекме? Бөгөнгө заманда килеп тыуған ҡаршылыҡтар, ауырлыҡ һәм ғәҙел­һеҙлектең юлдары киңәйеүгә үҙебеҙҙә лә ғәйеп юҡмы? Ундай тәкәбберлек килешмәй – сөнки һәр булған нәмә өсөн бәндә үҙе яуаплы. Иң сәхрә лә, иң көслө лә, иң илаһи ҙа Ерҙә – Уралда йәшәгән беҙ, донъя ғәжәп итер Йыр ҡойған беҙ иһә бөгөн шуға тиңме? Нәфрәт, үпкә, ҡурҡыу, меҫкенлек баҫа йәндәрҙе. Көсө еткәнгә көсөктәй булып башҡортто – бер-бере­беҙҙе – талайбыҙ. Хатта милләт киләсәге өсөн бағышланған иң изге хеҙмәт, Ватан – иман эшендә лә яман ярыш ишәйә, һеркәһе һыу күтәрмәй үсегеп, әруахтарҙан оялмай бер-береһен батырыу бара. Уртаға һалып һөйләшер урынға иһә, Илдең йөҙөн ҡарайтып, Илдең күҙен моңайтып, ололар һәм йәштәр, даусы һәм илсе, башҡорт менән башҡорт араһында көрәш ҡупты. Ил яҙмышы, Ил хәле бит спорт яланы түгел. Шулай күпме аманатҡа хыянат иттек түгелме?! Аяҙ көндә тиктән тиерлек килеп сыҡҡан Тел дауы иһә аяуһыҙ ҡаза, Тәбиғәт касафаттары, хәүефле төҙөлөш­тәрҙән ситләштергәнен күреү ҡыйын түгел бит.
Илдә дау шомо, бер-береңә ҡаршылык, ғибрәт, асыу, алдаҡ, тартыш-талаш күбәйһә, төрки олатайҙар Намыҫ баба өсөн ҡорбан салған. “Ил-йорт тыныс түгел, ҡото китте, Намыҫ баба ҡорбан һорай”, – тип изге йола атҡарылған, аҡ ҡорбан салынған. Бөгөн иһә башҡорт Кеше булыр өсөн, Ил күрке өсөн бындай ҙа юғары талаптар ҡуямы? Намыҫ бабаны ризалата­быҙмы? Көнсөллөк, ошаҡ, бер-береңдең һүҙен күтәрмәй, нәфсе аҙған илдә ҡот тормаҫы көн кеүек асыҡ бит. Ошаҡ йөрө­төп, ғауға менән кем-кем булып, йә күрә­ләтә бауырҙашына ҡара яҡҡан башҡорт башҡортмо әле ул? Сын һиҙәптәйме?
Ер-һыуын, йолаһын һаҡлауҙа тиңдәше булмаған башҡорттар, Урал кәүҙәһен изге тере фетиш итеп, шуға күрә яттарға уның тәненә һис баҫырға бирмәгән яугир, уҫал, тоғро ҡәүем, бөгөн ниндәй тундар кейҙек? Эйе, асылыбыҙ ытырғынып китеп бара беҙҙән. Шуға ла Тел, Ер-һыу, Ил дә китеп барырға сыҡҡан кеүек уның менән... Әммә! Нәҡ бөгөн иң файҙалы мәлдә хасил булып, тарҡау Илде берләштерер ҡыҙыл көн тыуғаны ла хаҡ! Барыһы ла бер һынау Аллаһтан! Мөхәммәт с.ғ.ә. Аллаһтан өс төрлө ниғмәттең бере – өммәтендә тарҡаулыҡҡа юл ҡуймауын һорағанда Аллаһ нәҡ уныһын ҡабул итмәгән... Ни өсөн? Сөнки туплана белеүебеҙ тик бәндә-өммәттең үҙенең генә иман эше, иманын яңыртыу ғәмәле, үҙебеҙ Аллаһ ризалығына таянып, тәкәбберлектән арыныу, тимәк, туплана белеү эше.
Оло Илдә кесе Ил булып йәшәүҙә, аҡса бәҫе намыҫтан алда булған заманда ҡыйралған рухи, әҙәп-әхлаҡ ҡиммәттәрен күреп әсенеү мәлендә асылын һаҡларға, алданмаҫҡа, аҙашмаҫҡа барыһының да шәхсән көсө, рухи ҡеүәте тиң түгел шул.
Батырға бахыр тип әйтеү, яҡшыға эйәрә белмәү, нәфсе тыйыуҙан ситләшеү, ҡарап торған шәхестәрҙең таяныстан аянысҡа әйләнеүе... Оло һынаулы мәлдә сәүек эттәй йәбешер инеме намыҫлы башҡорт үҙ бауырына? Кемдер йәбешһә лә, Аҡһаҡалдай бер ир-уҙаман уны елкәһенән алмаҫ инеме? Ошоно күреп алға киткән милләттәр көлмәйме?.. Илем, Ерем, Телем тип атҡа менгән ил улдары, ил ҡыҙҙа­рының сысҡан томшоғондай хатаһын фил ҡолағындай ялпайтып яман һүҙ ҡуптарған маңҡорт, үсле, тар эслеһе иһә болғансыҡ һыуҙа файҙа юллай. Мәшһүр ғалим Риза Фәхретдиновтың: “Ил мәнфәғәтенә арналған оло хеҙмәттәрендә бер бәләкәй хатаһы өсөн ул инсанға ҡаршы оло ғәйеп дауы күтәргән кеше үҙе халыҡҡа ҡаршы булыр”, – тигән фекере бар. “Үҙеңдеке – үҙеңә яу” була. Кеме генә юҡ илдең. Урта ҡул, ике йөҙлө, даланһыҙ кеше башҡаны кәмһетеп кинәнес таба. Үҙ ҡыйығынан байҡап, һәр яҡшы һүҙҙе лә гел кирегә генә юрағаны ла бар. Эскәйе йоҙроҡ ҡына, түшәме тәпәш кенәләр ҙә болғауыр мәлдә күсләнмәй, үсләнеп оло мәйеллене теш­ләп, алдаҡ юлға этәреп, батыр булмаҡсы. Арыҫланға йәбешкән ул сысҡан һымаҡ­тарға биғәйбә. Ошондайы ла бар Илдең. Хәүефе, асыуы былай ҙа ҡуйырған өйөргә ут өҫтәп, үҙендә булмаған батырлыҡты, киңлекте, ғилемлекте шундай мәкерле ысул менән бар ҡылырға уйлай бәғзеһе. Илдең ошондайы ла бар. Ундай кеше үҙенең нәфрәтен юғары гражданлыҡ сифатына төрөргә маташа, асыу менән үсе күп булып үҙенән һәйбәт кешене яман­лауҙа “оло ижад” яһай. Хатта әруахтарҙың тыныс гүрен тынғыһыҙлап, улар исеменән һүҙ әйтергә лә сирҡанмай, Аллаһтың барлығынан һәм бөйөклөгөнән ҡурҡмай.
Береһенең аты уҙһа, уның башына һуғырға әҙер икенсеһе. Уныһы ла бар Илдең. Халыҡ өсөн үҙе профессиональ кимәлдә эшләп тә, шәхес булып та, әгәр халыҡ эшен күтәреп йөрөгән кеше унан шәберәк булһа – уны ла ғәйбәт, кәмһетеү менән көн итә ике түгел, ун ике йөҙлө. Ғилем фиғелле булырға тейеш шул. Бәғере наҙанлыҡтан килә былары. Улары ла бар илдең. Боролошло, һынылышлы мәлдә алсабырҙар бәхәстә булһа – бола ҡуптарыусылар мәлен көтөп кенә ята. Уларҙың күбеһе инде башҡорт түгел, махсус һөсләтеүселәр. Былары ла беҙҙең һиҙгерлеккә һынау. Улар төркөм психоло­гияһын шулай ҡыҙҙыра, нәфсеһен уята. Үҙ бауырың, үҙ башҡортоңа кем дә кем дорфа бәлә, ғәйбәт, белер-белмәҫ “лаф” ороп, махсус ғауға өсөн нәфрәт көсәйтә икән – ул хаҡ юлдан барыусы түгел. Башҡаларҙан ала алмаған асыуын үҙенекенән алған кеше булыр.
Исемдәре ҙур булып та, үҙ бауырына ошаҡты кәсеп иткәндәр ҙә, бер-береһе башына һүҙ нахағын арттырғандары ла аҙҙы Илдең! Ни өсөн дошманға һатыла белмәгән халыҡ бер-береһен яманлауҙан ятһынмай ул әлеге көндә? Билдәле яҙыусы Маргарита Шагиняндың һүҙен ҡабатлау артыҡ булмаҫ. “Это единственный в своем роде народ, который в прошлую войну не имел ни одного предателя!” Бындай ҙа юғары мәртәбәнең лайыҡлы дауамы булырға тейешбеҙ бит. Юғары көстәр алдындағы, быуындар алдындағы буры­сыбыҙ ҙа бит был аманат – Тоғролоҡ! Илгә тоғро булған кеше ил эсендәге кешегә тоғро булмаһа, башҡорт булыуы шикле.
– Ни булды һуң, Илем ?
– Намыҫ ҡәҙере китте...
Байыйым тип, башҡаны белергә теләмәгәненә лә иреклек хәҙер, йә уға биғәйбә. Кеше башы, кеше хаҡы аша атлау оят түгел, киреһенсә, үҙ булдыҡ­лылығын күрһәтеү сифатына, инде килеп әҙәм көлкөһө – уны маҡтауға әйләнде. Намыҫ баба батшалыҡ иткәндә былар барыһы ил ояты булыр ине.
Ил биҙәге булғанды, ил терәге булғанды ҡабул итә алмай, ә үҙе шундай була алмай яфаланған тар күңелле, ағас ауыҙ, балта теле менән оло исеменә арҡаланып йәшәгәненә ни һан тағы?! Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының эшенә кәртә һалып, Ағинәй ҡорона ҡаршы ҡуйыуҙы маҡсат иткәнгә һис бер һүҙем юҡ. Улар үҙ ғәмәлен йыя, маҡсаттары шул булғас. Ә бына Ағинәй булып та ошо тарҡатыу ағыуын күрмәй, күрһә лә, өндәшмәй баш баҫып күндәм булған Ағинәй кем була?
Барыһы ла бар. Һәммәһе лә үҙ ғәмәлен йыя. Ошо ғәмәлен йыйып унда бара. Һәммәһен әле үк күрә Бар вә Бөйөк! Һәммәбеҙгә ахирәт бар. Аллаһ Тәңре Тәғәлә барыһын күрә, барыһын белә, 124 мең тапҡыр ҡарап ҡуя ул көн дә инсанына... Ахирәттә яман эш матдилашып, йылан-саянға әүерелер, үҙ бауырҙашына бер кәлимә яман нахаҡ тел тейҙергәне лә тәүбә итә алмай теле һәленеп йөрөр, ти китап. Яҡшы эш, Ил өсөн тип йөрөгән кешенең Эше матдилашып, йән рәхәте бирер, әруахтары нәҫеленә ярҙам итеп, Күктән ҡурсалау ялбарыр, мәле еткәс, ҡара гүре нурлы бостанға әүерелер, иншаллаһ!
Шулай. Йән аямай, сая-саф йөрәге тибешендә Ил хаҡын күтәреүсеһе, халыҡҡа эшләүҙе Намыҫ тип үҙен танытҡаны, уны Ил үҙе танығаны бар! Тик уны шуның өсөн күрә алмағандары ла күбәйҙе. Шуға ла Намыҫ баба кире боролдо. Тар күңел көнсөллөк кенә түгел, ә тар фекер, ҡара наҙанлыҡ, зат сығышына ла ҡарай шул... “Мин – шул ырыу вәкиле!”, – тип кем әйтмәҫ, киңлек, берҙәмлек кәрәктә, берең-береңдең матур эшен маҡтау урынына эсе тартылһа?! Яңылыш ғәмәл ҡылып, уттай ҡыҙып, сабырлыҡһыҙ хата ебәргәненә кеселеклелек тейеш олонан да кесенән. Йәш бауырҙы, йәш быуынды битәрләүҙән алда тыңлау, аңлау, унан кәңәш тейеш – Урал бабабыҙ васыяты. Алда барған Ирҙе, юл башлаған Сәсәнде, ҡот саҡырған Ҡатындарҙы, үҙ эшенән ваҡыт тартып, Ил эше менән ҡайнап йөрөгәндең атын маҡтап һөлгө һалыу тейеш. Уларҙы тиргәү Ил кешеһенең сифаты булмаҫ. “Яман кешенән йәйә буйы булһа ла ҡас!” – тип иҫкәртер инем.
Ил хаҡын алда ҡуйғандар матур ғәмәл йыя, Урал батыр законы – Яҡшылыҡҡа тоғро улар. Уртаға һалып, баш ҡушып кәңәш итеү кәрәк хәҙер. “Илем, Ерем, Һыуым!” тип, бал ҡортондай көнө-төнө эшләгән, Ил мәртәбәһен арттырырға ихластан үҙ өлөшөн, йөрәк көсөн көнө-төнө һалған шәхестәребеҙ – маяҡ улар, Намыҫ баба ҡолдары, тимәк, Еңеүселәр! Уларға дан һәм асыҡ юлдар бойор, Аллаһ Тәғәлә! “Атаға ул булмаһаң, ҡайныға ҡол булырһың”, ти. Үҙ милләтеңдең улы булмай, сит-яттың ҡолона әйләнмәҫ борон, үҙ асылыбыҙға тоғролоҡҡа боролайыҡ.
Туған тел һайлау үлсәүенә һала торған мал түгел! Үҙенең туған телен өйрәнеүгә тамыры боронғо халыҡтан ризалыҡ йыйыу беҙҙең Намыҫты тапауға, милләт тойғоһон түбәнәйтеүгә мәкер-хәйлә булды. “Быныһын да йотор, килешәсәк ул башҡорт”, – тип беҙҙе һынанылар. Әсәһе ҡарай алмаһа йә иһә үгәйһетелһә, баланы ғаиләнән айыралар. Ә беҙ үгәй Ил балалары түгел! Беҙ – донъя балҡытып торор Башҡорт Иле балалары, Ерһеҙ түгел, ерҙе әле гөл итер балалары, телһеҙ түгел – ҡобайырҙар һөйләп донъя шаулатыр мәғрур Тел эйәләре!
Туған тел ул – кеше, милләт фекер итеү, донъяны үҙенсә танып-белеүен, хәтер камиллығын, уй йөрөтөүен булдырыр өсөн серле һәм тиңдәше булмаған көслө код. Милләт вәкиле үҙ телендә һөйләшкәндә генә уның ДНК-һы тик ошо телдә һөйләшкән Кешеһенә көс, мейе-аңына сафлыҡ, күңеленә дәрт, ғилеменә фиғел, әңенә дарман, башына аҡыл, тәненә физиологик ныҡлыҡ бирә, өлөшөнә талант бирә, яҙмышына уңыш бирә, бошонҡолоҡ, намыҫһыҙлыҡтан аралай. Башҡорт балаһы урыҫ булып тыумай, тыуа ла алмай, хатта ки ата-әсәһе бер кәлимә Һүҙ белмәһә лә! Беҙ ошо Мәңгелектән килгән генотибыбыҙ менән донъя бөткәнсе башҡорт булып ҡалабыҙ. Ошо Хәҡиҡәтте белмәгән белһен, ә белергә теләмәһә, ғүмер буйы алдаҡсы булып йәшәрен төшөнһөн ине. Үҙ бала­һына ят мәҙәниәт, ят ДНК, ят ҡан индерә алмай бит ул. “Мать, которая с колыбели не разговаривает со своим дитя на его родном языке, своими руками стирает все достижения многовекой культуры, знаний, которые вкладываются в дитя генетически и приходят на свет с ним” (Бер оло ғалим һүҙе) .Тимәк, ул бала генетик рәүештә әҙер килгән белемдән Инәһе арҡаһында мәхрүм булғас, ошо белем­дәрҙе ҡабаттан алыу өсөн ваҡытын сарыф итә, ә башҡаларҙан үҙ теленә тоғролар ғына (башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари, ҡаҙаҡ һ.б.) алға сыға. Ошо алдау булмаймы ни балаңды, үҙеңде илеңде!
Телдән мәхрүм итеү Имандан, Әүлиә-әмбиәләрҙең фатихаһынан, Аллаһ ярлы­ҡауынан, Батырҙар ҡурсалауынан, ырыу әруахтарының ризалығынан үҙен дә, быуындарын да мәхрүм итеү була. Үҙ Телең ҡиммәтенән, Илең изгеһенән, Асылыңдан ваз кисеү иһә үҙенә үҙе ҡул һалған гонаһҡа бара. Һәр кеше донъяға Аллаһ ҡушҡан тик бер ҡамырҙан әүәләнә, милләт вәкиле булып тыуа. Башҡорт иһә урыҫ, татар, сыуаш йәки башҡа булып тыумай. Урыҫ та, татар ҙа башҡорт булып тыуа алмай. Аллаһ Бер һәм Бар бойороғонда ғына алмашына ала бәндәнең үҙе, асылы, теле, ризығы, кейеме, маҡсаты... Шуға ла Тел һаҡлау – ул Кеше, Халыҡ. Ата, Инә булып ҡалыу шарты, Халыҡ асылын һаҡлау – үҙ асылыңда ғына донъя биҙәй алыу ул. Тел һаҡлау ул көн дә ныҡлы баҫып торған, атлаған, ризыҡ биргән, пактан-пак, аҡтан-аҡ изге Ерең ризалығын алыу хоҡуғы ла! Беҙ Ер изгелегенә лә күнегеп бөттөк, сәләм бирмәйбеҙ, уны ултырып иркәләп, һыйпап алырға, йәш ҡойоп ғәфү һорарға онотабыҙ, ата-бабанан ҡалған “Ер таныу” йолаһын да үтәмәйбеҙ. Бер-бер уҙаман алыҫта оҙаҡ йөрөп ҡайтһа, өлкәндәр йыйыла, улар алдында юлдан ҡайтҡан кеше ерҙе үбер, тәгәрәп алыр булған. Ошонан һуң Иргә Ер йәнә иптәш була, Иш була... Сөнки һәр Ер үҙ балаһын ишетә. Улар бер-береһенән айырылмаҫ Изгеләр! Барыһын бергә, тик бергә һаҡлай белеп беҙ, тарихтың тағы бер сираттағы боролошонда Халыҡ булыуға һынау тотоп, үтә алырбыҙ.
Эйе, изге рухи ҡиммәттәр арзанланды. Йолаһынан айырылған халыҡ боҙолоуға, тарҡалыуға дусар, сөнки үҙ бағанабыҙҙан – Тимер Ҡаҙыҡтан толпарҙар айырыл­маған кеүек айырылмаҫҡа ине. Әммә бөтөн милләттәр араһында башҡорт иһә матди байлыҡтан рухи байлыҡты өҫтөн күреүе менән уникаль! Мал, байлыҡ – уның менталитетында тик ырыҫ билдәһе, уның меҫкен түгеллеген, булдыҡлылығын раҫлау билдәһе. Саманан артыҡ байығыу һәм байлыҡты рухилыҡтан, намыҫтан өҫтөн ҡуйыу – уның өсөн ят. Йырсы, сәсәне булған ырыу көслө, Тәңре риза­лы­ғын алған итеп һаналған, уның хаҡы ла ҙур булған. Бей, хандарҙы илгә башлыҡ булырҙан алда уҡтан аттырып, көрәштә һынап, ат сабышында ал бирмәҫен, йомаҡтарға хаҡ яуабын, сәсәнлектә алғырлығын, ҡурайҙа оҫталығын, йырҙа тауыш дәһшәтлеген байҡап ҡарағандар, сөнки йомаҡҡа яуап табыу – Аҡыл күрке, тауыш көсө – рух көсө ул. Ҡеүәтле Шәғәли Шаҡман – башҡорттоң беренсе дипломат­тарының береһе, Рәсәйгә ҡушылыуҙы хаҡ тигән аҡыл эйәһе, Тамъян ырыуы башлығы иһә ошондай һынау майҙанында Йыр һынауына еткәс: “Ҡолонлар бейә, быҙау­лар һыйырҙарығыҙҙы ары илтегеҙ!” – тигән, сөнки ул йырлаһа – ҡолон бейә төшөргән, һыйыр мәленән алда быҙаулар булған. Йыры менән, донъя тетрәтер тауышы һәм батырҙарға тейешле рухи ҡеүәте менән ул алға сыға. Бына ниндәй ҡиммәткә эйә булған рухилыҡ, халыҡ мәҙәниәтенә тоғролоҡ!
Намыҫ ҡоло, йырсыл, көйсөл булыу, байыға белмәү хәҙер килеп заманса түгеллекте күрһәтә. Әммә ҡыҫҡа итеп шуны әйтәһе бар. Аллаһ Тәғәлә һәр өммәтенә уға тейеш сифат биргән һәм шуға тоғролоҡто аманат иткән. Тимәк, Ер шарында береһе йылғыр, береһе хәйлә­кәр, береһе сос, береһе технологик уйлы, береһе ижади маһир, береһе байығыуға моң, береһе ҡол тоторға маз булған икән, улар үҙ сифаттарынса йәшәй икән, был да Юғары көстөң маҡсаты. Һәр милләтте ниндәйҙер бер маҡсат менән ебәргән, бар ҡылған бит. Беҙ иһә ана шул рухилығыбыҙ, нескә йырсыллығыбыҙ, үҙ илебеҙ хаҡын алда ҡуйыуыбыҙ менән тарихта юғары урын биләүҙе дауам итергә тейеш. Рухилыҡ менән бай була белеүебеҙҙе раҫлар һәм тарихта уны алдынғылыҡ итеп күтәрә алыуҙа ярыш мәле бөгөн! Был иһә беҙ байлыҡты маҡсат итмәйбеҙ тигән һүҙ түгел. Милләткә байҙар, финансистар, иҡ­тисадсылар, технологтар, дәһшәтле аҡыллы, һиҙгер сәйәсмәндәр кәрәк! Булһын! Һүҙемдең әрәсәһе иһә шул: Ер шарында халыҡтарҙың төрлө булыуы Ерҙең астраль күсәрен тота, ошо үҙе гармония, баланс шарты була. Шул тото­роҡ­лолоҡ билдәһенең бер хаҡ өлөшө – Рухи байлығы менән алдынғы була белгән башҡорт Ер күсәрен тотоуҙа үҙ бурысын үтәй. Рухилыҡты кәмселек итеп ҡара­майыҡ, уның өҫтөнлөгөн күтәрәйек.
Әммә бурыс һәм маҡсат Намыҫтан, миллилектән өҫтөн булһа, ул ғибрәткә әйләнә. Миҫал. Ҙур вәкилдәр йыйылған ҙур ҡорҙа матур юбилейға арналған концерт бара. Сит илдәрҙән, Мәскәү, Ҡазан, башҡа төрлө ерҙәрҙән затлы, зауыҡлы, күпте күргән арҙаҡлы ғалимдар, академиктар милли мәҙәниәт өлгөләрен күрергә яҡты өмөттә ултыра. Йырсы иһә С. Юлаев һүҙҙәренә “Уралым “ йырының ошо юлдарын һуҙҙы:
Уралым! Уралым!
Күгәреп ятҡан Уралым!
Нурға сумған түбәһе....
Илаһи был Моңға сорналып тыңларға ғына көйләнде лә бит күңелдәр. Бәс! Йырсыбыҙ башҡорт халыҡ көйөнә Италия операһынан марш көйөн ҡушып ебәрмәһенме!.. Әйтер һүҙең юҡмы, уҡыусым?! Ҡыйынмы, әсендеңме?! Миңә лә шулай булды... Алдымдағы рәттә ултырған академиктарҙың бер-береһенә, Башҡортостан вәкиленә ҡарап алыуы был сәйерлекте аңламауын белдерҙе. Үҙ милли мәҙәниәтенә тоғролар ғына башҡаларҙа ихтирам уята, оло Ырыҫта йәшәгәне алдынғы, алтын эйәрле халыҡ итеп таныта, күптәр араһында Бер итә...
Заман яманы бөтөр, әҙәм яманы бөтмәҫ. Кем ялған патриот, кем ысын, хаҡ илһөйәр, кемдә Илде яратыу бар, кемдә тик үҙен яратыу ғына – барыһы ла ап-асыҡ. Әммә улары ла иманға килер. Тик уяулыҡ кәрәк! Махсус һөсләтеүҙән, халыҡты утҡа алып барыу мәкеренән, ай-һай, ниндәй уяулыҡ, ҡурсыулыҡ кәрәк бөгөн! Үҙ иле өсөн бауыр һығып эшләгән кеше бер ваҡытта ла башҡаны хурлап һүҙ йөрөтмәҫ. Үҙе ырыҫлы, үҙ Һүҙе өсөн яуаплы, көслө кеше бер саҡта ла бер кемгә арҡаланыу эҙләмәй, майҙан тота икән – “ҡайҙа шулар, ҡайҙа былар?!” тип артҡа ҡарап үрҙә һүҙ һөйләмәй, һөйләһә лә – һүҙе үтмәй, сөнки ғәмәле ысын булмаҫ! Үҙ ғәмәлен яҡшы инсан, көслө ырыҫлы кеше тик үҙ яуаплылығы менән атҡарыр.
Илебеҙҙә генә түгел, Рәсәй, донъя киң­лектәрендә ырыҫ, намыҫ ҡәҙерҙәре кәм­һетелде, глобалләшеү ҡанундарына яраҡ­һыҙлыҡ шаңҡыта, суверенитет ҡим­мәттәре ҡыйралды, Тәбиғәт балаһы башҡорт башына һыймаҫ мәңгелек Изгеләр – тел, ер һатыу рәсмиләште­рел­гәс, халыҡ ышанысы ҡаҡшаны. Әммә был мәлдәр ҙә һынау төрө. Спираль боролошонда үҫеш мотлаҡ­лығы. Аҫҡа, унан йәнә өҫкә бара тарихи үҫеш спирале...
Аҡса ҡыуыу, саманан тыш байығыу нәфсеһенә баҫып, ҡайһыһы Башҡорт илен ишетмәҫ булды. Барыһы ла инде ике-өс-бишкә ярҙы Илде. Асылыбыҙға хыянат иттек. Ошолар дошман, ә глобалләшеү, баҙар, техника, телевизор һыныҡҡа һылтау ғына. Шуларға ҡаршы тора алмай баҙап, мәлйеп китте халыҡ, сөнки уңмаған уңай юлға баҫты күбеһе. Ҡурҡҡан, халҡы тарҡау Илдән иман ҡаса, ә ҡурҡыу баҫҡан илдән Ил-Ере лә ятһына. Шуға ла оло Эш бармай, барһа ла уңмай. Әпкәләйлек Ил тынын быуа. Үтә лә хисле халыҡ, үтә лә йырсы халыҡ бер-береһенән ауыр һүҙҙе күтәрмәй. Был кәмселеккә, ярамаған ҡылыҡтарға быуаттар буйы Батыр ҡаны һеңгән Ер-һыу, ҡаһармандар антында торған Ил, Тәбиғәт эйәләре үҙҙәре ҡаршы. Иманһыҙлыҡ тантана иткән ерҙә Ил биле лә шулай бушағая.
Ни генә булмаһын, бындай хәлдәр, замандар Тарихта булған. Һәм һәр саҡ ҡотҡарыр көс тә табылған! Заман ғәйепле түгел, үҙебеҙҙең ғәйепте юҡҡа сығарыр мәл хәҙер. Бөтөн Илебеҙ менән Иман нығытыу, Иман яңыртыу, тәүбәләр ҡылып Ышаныс арттырыу зарур. Уның өсөн үрнәктәребеҙ ҙә, таяныстарыбыҙ ҙа бар! Халыҡ дарманын уятырға, Рухын, көсөн арттырыуға, Аңын яңыртыуға әйҙәй алыр мәшһүр Изгеләребеҙ бар! Рухтары тере Әүлиәләребеҙ бар! Асманда батыр күҙҙәре бар! Ҡаяларынан сая орандар саңҡыған бөркөттәребеҙ бар! Улар оялар Урал бар! Ер аҫтында аят көтөп, ҡара төндө ағартып ятҡан хаҡтин изге аҡ һөйәктәре бар аҫылдарыбыҙҙың! Ер өҫтөндә иһә Рухи ҡеүәте ташып, баҫҡан ерендә баҡыр иҙер, төңөлгәнде тетрәтеп торған хаҡ иманлы шәхестәребеҙ, ғалим, шағир, сәсән, диндарҙарыбыҙ бар! Тик улары сын инсан булһын – кеше хаҡына ингән, башҡортон рәнйеткән, ғәйбәт тотҡан, тәкәббер, дан өсөн мал биреп ҙурланған кеше булырға тейеш түгел. Улар өндәүсе, ихлас әйҙәүсе була алмай. Булһа ла асманда ораны ҡабул булмай.
Ил өсөн, Ватан өсөн саф йөрәк, бер-береңә тоғролоҡта берләшкән ҡәүем ысын иман эйәһе була һәм шуға ла тиңдәше юҡ көслө була! Бер-береһен рәнйеткән башҡорт тәүбә итеп йәш ағыҙһын... Рух бөтөнлөгөндә, Илде яҡлау тигән иманда берләшһәк кенә, алға, яңы үҫеш юлына, заман үҙе алдыбыҙға сығарған яңы баҫҡысҡа күтәрелә алырбыҙ! Бер-береһен аңламай, тыңлаһа ла, ишетмәй, сәйнәм һүҙ күтәрмәй, тик үҙенеке дөрөҫ тип ашҡынған башҡорт алсабырҙары бер-береһе менән тиң һөйләшеп, ғәфү үтенеп, баш ҡушып берҙәмлек үрнәген халыҡҡа күрһәтһен! Бер Ҡорҙа баш ҡушып Ант яңыртһын! Ант яңыртыу йолаһын үтә баш­ҡорт халҡым! Ошондай сик – тәкәбберлек сиген үтмәй тороп Иман яңырмай!
Шәхестәр, Ирҙәр – ил көҙгөһө. Улар бер бөркөт ҡанатындай булһа ғына, Ил алға талпына, оса ала. Уларҙы күреп, башҡа башҡорттар тәүбә әйтеп, Иман яңыртһа ғына, Башҡорт иле Рухы үҙ халҡына боролор, бата бирер, беҙҙән ситләшкән изге рухтар, Тәбиғәт көстәре, беҙгә Иш булыр. Шулай булмаһа, ысын милләт Ырыҫына халыҡ үҙе тоғро булмаһа – Илде икенсе ил алмаштыра... Аллаһ, һаҡла был упҡындан!
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз Тел ҡиммәте бер үҙе генә тыуа, йәшәй һәм үҫешә алмай. Ул иһә Халыҡ, Ил, Ер-Һыу тигән изге ысын­барлыҡтар һәм төшөнсәләр менән генә көслө, киләсәкле һәм кәрәкле. Халыҡ үҙаңы, йолаһы, асылы, тормош фәлсә­фә­һе уның теле менән үҫешә, теле менән башҡанан айырыла, милләт фиғеленә һеңә. Үҙ асылыбыҙҙы һаҡламай, Халыҡ булыуҙы, Телде, Ерҙе һаҡлап булмай. Үҙ намыҫын, асылын юғалтҡан кеше Тел асылына зар булмай, ҡыҙыл телен тибрәтеп хәҡиҡәт тә һөйләмәй. “Ере барҙы ер тартыр, ер тартмаһа – тел тартыр”, – ти халыҡ аҡылы.
Бәләкәй һыуҙа оло балыҡ үҫмәй. Бәләкәй маҡсат халыҡты үҫтермәй. Оло юлға сығыр, оло маҡсаттар алдынан Ант, Аң, Иман яңыртайыҡ. Бөйөк Аҡмуллабыҙ ни тигән:
Киң ялан тар булалыр, ҡаза килһә,
Юҡ ғәйеп бар булалыр, яза килһә.
Ҡәҙере бит Имандың аман саҡта,
Башыңдан аҡыл китер, бәлә килһә.
Ә Иман нығытыр арманыбыҙ, аҙаныбыҙ, аманлығыбыҙ, аңыбыҙ бар! Бер ниндәй мөғжизәгә ал бирмәҫ Тел, Ер-Һыу, Тәбиғәтебеҙ бар, беребеҙ өсөн беребеҙ уҡтай торор мәлебеҙ, ни генә булһа ла Ил менән күтәрер хәлебеҙ, алдыбыҙҙа көткән Аҡ көнөбөҙ, артта – халҡыбыҙ, алда – ышанысыбыҙ – Илебеҙ. Иман нығытайыҡ! Иманда берләшәйек! Ант яңыртайыҡ!
АНТ БУЛЫР
ИМАН ШАРТЫ

1. Аҡыллылар әйткәндәрен белеү кәрәк,
Ҡолаҡ түгел, йөрәк менән тыңлау кәрәк.
Ҡотҡо, ошаҡ, бахыр үҙен күтәргәндә,
Уяулыҡ һәм тоғролоҡто һайлау – терәк!

2. Бар һынауҙар бары Аллаһ тарафынан
Аралаһын тиеп аҡты ҡараһынан.
Яман холоҡ менән халыҡ һис уңа алмаҫ,
Тел бүләге ул халыҡта тора алмаҫ.

3. Урал баба тәндәренән Ил яралған,
“Яҡшылыҡ” фарманы ла хаҡ таралған.
Шул бағандан ысҡынған һис уңа алмаҫ,
Ер бүләге ул халыҡтан сәләм алмаҫ.

4. Был заманда ике икең гел дүрт түгел,
Биште биреп берҙе алыр һиҙгер күңел.
Һаны һайыҡ халайыҡты төкәштереп,
Йылан-саян емен табыр үтә еңел.

5. Яҡшылар саҡырырҙар берҙәмлеккә,
Ямандар һалдырыр ул тик ғәйепкә.
Ямандар ҡотҡо таратыр телен болғап,
Яҡшылар эш күтәрер төптән уйлап.

6. Имән-Иман тамырҙары, ай, бик тәрән,
Бөгөн яңы шифайәтле һуттар табыр.
Баҡый быуаттарҙан килгән ҡотло халыҡ!
Һиңә әйтәм! Дан, мал түгел, Намыҫ саҡыр!

7. Алда торған батырыңды
“Батыр” тип әйт,
Маһайма һин, үҙең эйәр, үҙең өйрәт!
Тарҡаулыҡтан тыуған Берлек –
көслө терәк, –
Дошман йөрәгенә шулай ҡурҡыу керет!

8. Бөтөр өсөн бирелмәгән Тел бүләге,
Ҡайта уға бөгөн төрки аһәң һәм дә йәне.
Шуға иҫке алдаҡ тунын һалдырам тип,
Аллаһ телде һәм дә һынай үҙебеҙҙе.

9. Кем теләмәй көслө, йәнә уң булырға,
Батыр, Ишан рухтарынан аң алырға,
Әйҙә ҡыйнап нәҫел-ырыу, ҡан тамырын –
Телен һатып, юлын алһын алданырға.

10. Ант баба – борондан төрки Илаһы ул,
Ахирәттә ғәҙеллектең хужаһы ул.
Антты биреү шуға тигеҙ Ғүмер менән,
Боҙмай тотҡан бәндәһенә хикмәте мул.

11. Ант итәйек Ил, Ер-һыу,
Халыҡ алдында
Яҡшылыҡтың аттарына атланырға!
Һәр Көнөбөҙ, Эшебеҙ һәм Ғәмәлдәрҙе
Ил бәхете, Ырыҫына атҡарырға!

12. Берҙәм Илдә
бәрәкәттәр хужа булыр,
Даулы илдә һәләкәттәр тоҙаҡ ҡорор.
Заман ниндәй ҡаҙандарҙа
ҡайнатмаһын –
Сын Еңеүсе иман менән Тере сығыр!

13. Оло юлға сығыр алда тын асабыҙ –
Аң яңыртып йөрәктәрҙе нығытабыҙ.
Намыҫ, Ырыҫ, Ҡот,
Лөғәт, Ыҡ һәм Ҡеүәт
Иман ҡапҡаһы алдында тупланабыҙ!

14. Сәләм ал һин башҡорттарҙан,
ғәзиз Ерем!
Сәләм ал һин башҡорттарҙан,
ғәзиз Телем,
Сәләм ал һин рәнйемәйсә, Тәбиғәтем!
Боролоғоҙ, Халайыҡҡа ярҙам итең!

15. Һеҙҙең көс бит
беҙҙең ҡанда һуғарылған,
Һеҙҙең өсөн тире, телдәр һыҙырылған.
Ят ҡанунға кермәҫ өсөн һыуҙа туңған,
Себер киткән, баһадирҙар дар аҫылған!

16. Һеҙҙең булмыш Ҡот вә Һөттө
беҙҙән йыйған.
Ҡорбан, һөргөн, ҡырғын инде һорамағыҙ!
Һеҙ тип тора ғәмле башҡорт, йәнен тотоп,
Инде бөгөн Һеҙҙәр беҙҙе ҡалдырмағыҙ!!!

17. Көнө килер,
Даръя шауы тынысланыр,
Һылыу Илем халайыҡтан рәхмәт алыр.
Һынатмаған ата-бабаларым, тиеп,
Быуын-быуын оло эшкә Ант яңыртыр!
Быуын-быуын Намыҫ менән
Донъя барыр...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ 22.03.2019 // Ҡоролтай тауышы

Ошо хаҡта белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин....

Тотош уҡырға 1 224

Халыҡҡа яҡын булырға тейеш

Халыҡҡа яҡын булырға тейеш 22.03.2019 // Ҡоролтай тауышы

Өфөлә "Торатау" конгресс-холында уҙған "Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек" форумы дауам итә....

Тотош уҡырға 1 087

Тәҡдимеңде ебәр ҙә ҡоролтайға саҡырыу ал!

Тәҡдимеңде ебәр ҙә ҡоролтайға саҡырыу ал! 15.03.2019 // Ҡоролтай тауышы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 1 053

Салауатты данлайбыҙ

Салауатты данлайбыҙ 22.02.2019 // Ҡоролтай тауышы

Красноуфимск башҡорттары был сараны ойоштороу хыялы менән Салауат Юлаев хаҡында Рәсәй...

Тотош уҡырға 1 840

Аҡмал эпосты өс телдә белә

Аҡмал эпосты өс телдә белә 12.02.2019 // Ҡоролтай тауышы

Силәбе өлкәһенең төрлө райондарында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһына...

Тотош уҡырға 999

“Аманат”тан ҡалыр аманат!

“Аманат”тан ҡалыр аманат! 01.02.2019 // Ҡоролтай тауышы

Тыуған иленән ситтә йәшәгәндәр өсөн милли рух, йәнтөйәккә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ сифаттары хас....

Тотош уҡырға 1 283

Әйтер һүҙҙәре бар.  Ишетергә генә кәрәк
Тамырҙарым — тыуған еремдә

Тамырҙарым — тыуған еремдә 18.01.2019 // Ҡоролтай тауышы

“Башҡортостан! Уйсан тауҙар иле! Сал тарихы аҡыл иңләмәҫ....

Тотош уҡырға 1 139

Әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал!

Әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал! 16.01.2019 // Ҡоролтай тауышы

20-30 йылдан башҡорттоң тормошо нисек үҙгәрер? Демография хәле нисек булыр ҙа, башҡорт телендә...

Тотош уҡырға 1 229

Башҡорт теле һанлаштырыуға мохтаж

Башҡорт теле һанлаштырыуға мохтаж 30.12.2018 // Ҡоролтай тауышы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан һанлаштырыу буйынса белгестәр...

Тотош уҡырға 1 053

“Йөрәк һүҙем һиңә, Башҡортостан!”

“Йөрәк һүҙем һиңә, Башҡортостан!” 26.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап, “Йөрәк һүҙем...

Тотош уҡырға 1 023

Һәр телмәрҙә – Ватансылыҡ тойғоһо

Һәр телмәрҙә – Ватансылыҡ тойғоһо 23.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында “Рәсәйҙә федерализм тарихы. Автономиялы Башҡортостан Республикаһының...

Тотош уҡырға 1 124