Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт ҡайҙа ла башҡорт ул!
Башҡорт ҡайҙа ла  башҡорт ул!Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағир Хисмәтулла ЮЛДАШЕВ — әҙәбиәттә, журналистикала үҙ һүҙен әйтә килгән, үҙ йөҙөн тапҡан ижадсы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев уның “Һуҡмаҡ” тигән яңы китабына баш һүҙҙә, ул башҡорт шиғриәтенә Себер темаһын алып килде, тип билдәләй. Һуңғы йылдарҙа Хисмәтулла, нефтсе хеҙмәтен үҙләштереп, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Ябай эшсе халыҡ менән аралашыуы, ирҙәрсә ҡырыҫ мөнәсәбәттәргә күнегеүе уның ижадында ла, тормошҡа ҡарашында ла, фекер йөрөтөшөндә лә сағылмай ҡалмай. Уның менән Себергә йөрөп эшләгән яҡташтарыбыҙҙың хәл-әхүәле, уй-тойғолары хаҡында, ижадҡа бәйле, бөгөнгө әҙәби процесс тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.


— Себер юлдарын байтаҡ тапаның… Себергә бындағылар күҙлегенән, ә илеңә Себер күҙлегенән дә күҙ һала­һыңдыр. Ситтән ҡарағанда, күнегелгән нәмәләр башҡасараҡ асылыусан. Бына, һинең ҡарамаҡҡа, башҡортлоҡ үҙен нисегерәк һиҙҙерә?
— Эйе, Себерҙә эш башлауға хәҙер ун ете йылдан ашыу ваҡыт үтте. “Башнефть”тең шундағы ятҡылыҡтарының береһендә вахта ысулы менән эшләп йөрөйөм. Йәмәғәтселектең, әҙәбиәт әһелдәренең гәзит-журналдарҙағы мәҡәлә­ләрендә, художестволы әҫәрҙәрендә үткәрелгән күпселек фекере менән бигүк килешеп бөтмәйем. “Себер” тиҙәр ҙә фажиғә яһайҙар. Ҡатмарлы күренешкә бәйле еңел генә уй төйнәргә ярамай. Йәшерәк саҡта “Себер” тиһәләр, декабристар, уларҙың тоғро ҡатындары, Пуш­киндың шиғырҙары, тарих төпкөлөнәрәк төшһәк – Себер ханлығы, Ермак походы күҙ алдына килә торғайны. Тарихи йырыбыҙ “Буранбай”ҙы ғына алайыҡ. Кем генә тетрәнмәгән уны тыңлап? Сталин ГУЛагын да оноторға ярамай. Ҡыҫҡаһы, уйлап ҡараһаң, Себер элек-электән иреккә ынтылған рухты һындырыу урыны ла булған. Ә минең уйымса, эшһеҙлектән интегеп йөрөгән ирҙәр өсөн унда бөгөн ысын мәғәнәһендәге ирек хөкөм һөрә. Иң мөһиме – эш бар. Хеҙмәт хаҡы бындағыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ (бер ай эшләп ҡайтҡанда кеҫәмдә 120 мең була. Бер ай ял итеп алам да йәнә юлға төйнәләм). Әлбиттә, эше лә ҡаты, тәбиғәте лә аяуһыҙ. Әммә һөҙөмтәһе – ирлегеңде раҫларлыҡ, өйөңә ныҡлы баҫып, ғаилә башлығы бурысын тейешенсә үтәп йөрөү тойғоһо менән ҡайтып инерлек…
Башҡортлоҡ үҙен нисек һиҙҙерә, тиһеңме… Күҙгә бәрелеп торғаны – иң тәүҙә тел, әлбиттә. Ете-һигеҙ йыл элгәре генә әле башҡа милләт вәкилдәре булған яҡташтар ҙа балаларының башҡортса белеүе менән ғорурланып һөйләй торғайны. Уйлауымса, мәктәптәрҙә башҡортса уҡытыуға күнеп тә, күнегеп тә бөткәйнеләр… Башҡортостанда йәшәгәс, башҡорт телен белеү кәрәклеге башҡа милләт вәкилдәре аңына ла барып етә башлағайны. Хәҙер килеп, башҡорт үҙ балаһын туған телендә уҡытырға теләмәй. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Үҙебеҙҙең үк проблема тыуҙырыуыбыҙ эсте бошора. Шул тиклем дә маңҡортлоҡ һаҙлығына баттыҡмы ни беҙ?! Әлбиттә, аралашыу телен (урыҫса) мотлаҡ белергә кәрәк. Әйтәйек, бына мин, ситтә берәйһе менән танышып киткәнсе, тәүҙә урыҫса башлайым. Шунан, йөҙ-ҡиәфәтенән сығып, үҙебеҙҙең халыҡ һыҙаттарын төҫмөрләп алам да башҡортса өндәшәм. Һирәк яңылышам. Яңылышҡан хәлдә башҡорт тигәндәрем Себер татарҙары булып сыға. Шуныһы ҡыҙыҡ: улар үҙҙәрен һис кенә лә Ҡазан татарҙары менән бәйләмәй. Үҙҙәренең айырым “Әлифба”һын да сығарырға маташып ҡарағандар. Әммә, әйтеүҙәренсә, яҙма телде Ҡазандан килгән әсбаптар буйынса өйрәнергә мәжбүрҙәр. Миңә тап булғандарының күбеһе, бөтәһе лә тиерлек, урыҫлашҡан. Танышыу ҙа, һөйләшеү ҙә хеҙмәткә бәйле, эш ыңғайында бара. Шулай бер ваҡыт йәш кенә Тубыл егеттәренә тап булдым. Башҡортостан, башҡорттар тураһында нимә белеүҙәре тураһында ҡыҙыҡһындым. “Аллаһ Тәғәлә юлында йөрөп, ғазап сиккән Салауат Юлаевты беләбеҙ”, — тинеләр.

– Һин шиғырыңда ла әйткәйнең шул:
Ҡайҙа йөрөһәм дә, эҙләйем мин
Башҡорт йөҙлө,
Башҡорт һүҙлене.
Күргем килә ғорур ҡәрҙәшемде –
Аҙымы ныҡ, айыҡ күҙлене…

Туҡталҡала, юлда,
Себерҙә лә
Танышамын халҡым менән мин.
Уның менән иң түбәнгә төшөп,
Бейеккә лә бергә менәм мин.

Был шиғырыңа бәйле, Ғафуриҙы заманса яңғыраттың, тиергә лә мөм­кин… Шулай ҙа башҡортлоҡто телгә генә лә ҡайтарып ҡалдырып булмай­ҙыр. Бер-береңә, башҡа халыҡ вәкил­дәренә мөнәсәбәттә лә, эшкә ҡарашта ла сағылалыр ул? Бер ҡараһаң, Риф Тойғон әйткәнсә, “Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй, Һатмаһаң һин намыҫ – шул етә…” Бер үк мәлдә Салауат Юлаевтың ҡобайырынан юлдар бөгөн дә көн үҙәгендә тормаймы ни: “…Йөк күтәреп бил бөктөрмәй, Хахылдап ҡан төкөрмәй, Иҙел кисмәй, ут үтмәй, Хәләл ҡаныңды түкмәй, — Башҡортҡа тиң ирек бармы ни?..” Ә мин “Башҡорт булып ҡала алыу өсөн Кеше булып ҡалыу әҙ микән?!” — тип, милләт яҙмышына бәйле әсенешле уйҙарымды еткерергә тырышҡайным…
— Мин тәүҙә Себерҙә ике йыл ярым Өфө быраулау идаралығының тәрән быраулау экспедицияһында торбалар тейәп-ташып бушатыусы сифатында эшләп алдым. Шулай бер ваҡыт алдан автокран, уның артынан торбалар тейәгән дүрт-биш машина теҙелешеп буровойға китеп барабыҙ. Ундағы вышка күренеү менән: “Был тирәләге ятҡылыҡтарҙың иң шәп, тәжрибәле мастеры ошонда инде”, — тинеләр. Уның Ишембай районынан Флүр Ғүмәров тигән башҡорт булыуы иҫтә ҡалған. Бындай саҡта башҡорт булыуың менән нисек ғорурланмайһың?! (Баш­ҡортлоҡ, тимәк, эшләгән эшеңде милләттәшең ғорурланырлыҡ кимәлдә башҡара алыу! — Ф.К.) Түбәнге Варта аэропортында тағы бер башҡорт тураһында яҡшы һүҙ ишетергә насип итте. Аҙаҡ асыҡланыуынса, быраулау мастеры Азамат Муллабаев булып сыҡты ул. Уның бригадаһына бик күптәр эләгергә тырыша, сөнки, әйтеүҙәренсә, ул эшләтә лә, эш хаҡын тейешенсә түләй ҙә белә. Эшкә, ҡул аҫтындағыларға чиновниктарса, “кантондарса” ҡағылмай. Уның егеттәре, мөмкинлек табып, балығына ла йөрөй, тирә-йүн менән дә иркенерәк таныша. Балыҡ тигәндән, уныҡылар Башҡортос­танға ҡайтыу өсөн аэропортҡа йыйылғанда яҡташтарына балыҡ өләшеүҙе изге бер йолаға әйләндереп ебәрҙе хатта. Башҡортлоҡто, мул ҡуллылыҡты һөйләмәйме ни был?!. Шул уҡ буровойҙа торба ташыған водитель Әмир Ибраһимов менән бергә эшләнем. Шулай уҡ эшлекле, ярҙамсыл кеше. Уҙған быуаттың 90-сы йылдар аҙағында Ҡурған өлкәһенән биш-алты ғаилә өсәр бала менән Ларьяк ҡасабаһына күсенеп килгән. Төрлө халыҡтар йәшәгән, нисәмә йыл буйына тайга ҡанундары буйынса тормош алып барған балыҡсылар ҡасабаһында шул башҡорттарҙың береһе, уның еҙнәһе, участка милицияһы булып эшләп, халыҡ иркен тын алып йәшәрлек тәртип урынлаштырыуға өлгәшә.
Водителдәр араһында бик абруйлы, ағай-эне ныҡ хөрмәт иткән, сетерекле мәлдәрҙә кәңәшләшә алырҙай Рәүҙәт ағай булды. Хәйбулла яҡтарынан. Һәйбәт эшләй. Етәкселәр ҙә уға иғтибарлы. Аҡсаны ла яҡшы ала. Әммә, Себер менән иҫәп-хисапты өҙөп, ҡайтырға булып китте. “Ниңә улай хәл итә һалдың әле?” – тибеҙ. Ҡыҫҡа булды ағайҙың яуабы: “Малайҙар үҫеп килә – атай тәрбиәһе кәрәк…” Бында ла башҡортлоҡ үҙен һиҙҙереп тора бит.
Бөтөнләй икенсе бер миҫал. Унда ла дөйөм ятаҡтар бар. Бына шунда Әлшәй яғынан ике башҡорт егетен, нисектер милләткә бәйләп, кәмһетергә маташ­ҡандар. Былар ныҡ ҡыҙышып китмәһенме! Саялыҡ ҡалалар ала – ике тиҫтәләп ир-атты армы-тормо килтергәндәр…
Шундайҙар менән осрашҡан һайын, башҡортлоҡ – милләтең менән ғорурлыҡ та, дыуамаллыҡ та, ауырлыҡтан ҡурҡып тормау ҙа икән ул, тигәнерәк һығымта яһай йөрөнөм.
— Рәйес Түләк иһә бер шиғырында: “Башҡорт һарҡындыһы менән Себер тулған”, — тигәйне...
— Эйе, шулай тигәйне… Әммә үҙе, шулай тиһә лә, минән әллә нисә тапҡыр Себергә эшкә урынлашырға ярҙам итеүемде һораны. Тракторсы танытмаһы барлығын әйтте. Салауат Әбүзәрҙең дә, әйҙә, ағай, мине шунда эшкә урынлаштырыш әле, тигәне булды. Халыҡ 70-се йылдарҙан уҡ, нефть ятҡылыҡтарын асыу менән бәйле, Башҡортостандан һәм Татарстандан Себергә юлланды. Йөҙләгән ҡалалар ҡалҡып сыҡты. Техник яҡтан күпме асыш эшләнгән. Себер Себер булмаҫ ине, әгәр уның байлығы булмаһа. Халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуҙа ул бик ҙур роль уйнаны.
Бында, үҙебеҙҙә, башҡорттоң ни ҡәҙере бар? Эшһеҙлектән, үҙенә урын таба алмауҙан, эскелектән күпме ирҙәр ҡырыла! Башҡорттоң бөткәне бында ла бөтә, үҙен һаҡлағаны Себерҙә лә һаҡлана, теттереп йәшәй. Тыуған яҡтары менән бәйләнеште өҙмәйҙәр. Ҡайтып фатир алалар, өйләнәләр, балалар үҫтерәләр. Башҡорт мәҙәни ойошмаларына, мәсеттәргә йөрөйҙәр.
Әйткәндәй, бында, республикала, башҡорттарҙың бик һирәге дин тота, ә Себерҙә дини тәрбиә көслөрәк. Иң алдынғы ҡарашлы егеттәр, романтиктар, үҙаллы фекер йөрөтөүселәр улар – Себерҙә төпләнгән башҡорттар. Ә беҙ, вахталағылар, бер ай унда, бер ай өйҙә эшләгәндәр, Башҡортостандан айырылып йәшәмәйбеҙ бит. Эшкә барып ҡайтыу элек-электән яҡшы ғәмәл һаналған. Ниңә бында буш урында ҡайғырыу кәрәк — аңламайым. Башҡортостан ҡаҙнаһына һалым түләйбеҙ, балаларыбыҙҙы башҡорт мәктәптәрендә уҡытабыҙ, башҡорт мәҙәниәтен яратабыҙ, башҡортса гәзит-журнал алдырабыҙ. Сит өлкәләрҙә, Санкт-Петербург, Мәскәү, Ырымбур, Силәбе ҡалаларында йәшәгән башҡорттар үҙ милләтенең ҡәҙерен ҡайһы саҡта нығыраҡ та белә һымаҡ тойолоп китә миңә! Ә бында, Башҡортостанда, хатта башҡорт телен мәктәптәрҙә уҡытыу кәрәклеге шик аҫтына ҡуйыла. Уйлаһаң, уйылып китерлек: башҡорт теле кәрәкме тигән бәхәс ҡуйыра!
— Әлбиттә, Рәйес “Башҡорт иң тәүҙә үҙ илендә үҙен дә, илен дә, телен дә, ерен дә һаҡлаһын ине” тигән фекерҙе алға һөрә. Ысынында проблема күпкә ҡатмарлыраҡ шул… Эшләргә теләгең, мөмкинлегең булып та, ғаиләңде ҡарарлыҡ эш таба алмағас, ни хәл итәһең… Ҙурҙан ҡубып ҡарағанда инде, ғөмүмән, әҙәм балаһы өсөн йәшәү мәғәнәһе, кеше булараҡ (!), иң мөһиме – үҙенә тәбиғәт тарафынан һалынған һәләтте асыҡлап, уны үҫтереп, шунан кинәнес табып йәшәүҙә түгелме ни?! Әйтәйек, берәүгә Хоҙай Тәғәлә тарафынан илаһи моң ҡеүәһе һалынған, ә ул тамаҡ хаҡына урам һепереүсе булып эшләргә мәжбүр… Шәхес трагедияһы был. Әлбиттә, ижад кешеһенә тормошто белеү бик кәрәк. Достоевский, мәҫәлән, дар бағаналары алдында ҡалып, бына был ғүмеремдең һуңғы минуттары тигән тетрәнеүҙәр аша үтмәһә, кеше психологияһына шул тиклем дә тәрән үтеп инә алмаҫ ине, моғайын… Йәки Варлам Шаламовтың “Колыма хикәйә­ләре”… Ошо юҫыҡта уйланғанда, Хисмәт, ни әйтерһең?
— Юлда йөрөгәндә, ситтә булғанда төрлөһөн уйландыра… Төшөнкөлөккә лә бирелеп китәһең, үҙ-үҙеңде йәлләй башларға ла мөмкин. Тик мин тормошта ла, ижадта ла бахыр булып күренергә теләмәйем. Кеше яҙмышынан, ауырлыҡтарҙан зарлана башлай икән, ауыртыныуҙары, ғазаптары үҙенә ҡәҙерле була башлай. Ҡайһы берәүҙәр хатта мөхәббәт шиғырҙарында илаулауҙан тартынмай. Мин, киреһенсә, бындай шиғырҙарҙа ла сөсөләнеүҙе үҙһенмәйем…
— Күңел төпкөлөндәгеһен аҙағынаса аса, күрһәтә, һүрәтләй алғанда ғына кеше психологияһын, тимәк, ғөмүмән, кешене тәрәнерәк, тулыраҡ аңлай алырға мөмкин тигән ҡараш та бар бит әле. Классиктарҙың ижад биографияһы ла шуны раҫлай. Шиғриәттә айырыуса һәләтеңә ихласлыҡты тәбиғи үреп ебәрә алһаң, уҡыусы күңеленә нығыраҡ үтеп инә алаһың түгелме?
— Уныһы шулай. Бәхәсләшмәйем. Ләкин минең ижад стилем, әйткәнемсә, үҙемдеке. Миндәге башҡортлоҡтоң бер һыҙатылыр ҙа был, бәлки. Халыҡ нисек әйтә әле? Ярлы булһам да, ғәрлемен! Беҙҙең халыҡ ауыр хәлдә булһа ла, бахырлыҡҡа төшмәйәсәк, һәр хәлдә, байғош хәлендә күренмәҫкә тырышасаҡ. Бындай сифат минең ҡандалыр, тим. Ҡанда икән, тимәк, ижадҡа ла үтеп инә.
— Һинең Себер сығып китеүең ҡәләмдәштәрең өсөн көтөлмәгәнсә килеп сыҡты һымаҡ. Бында ла башҡортлоҡтоң берәй төрлө сарпылышы барҙыр?
— Дөрөҫөн әйтәйем, бындай ҡарарға килеү бигүк еңелдән булманы. Үҙең беләһең, ижад әһелдәре — эш кешеһенән бигерәк хис кешеләре. Ә Хоҙай Тәғәләнең хис-тойғолораҡ бәндәләре фәрештәнең ҡанат елпеүенә ҡарағанда шайтан ҡотҡоһона йышыраҡ һәм тиҙерәк бирелеүсән. Йәшермәйем, миндә лә булды ундай йомшаҡлыҡ. “Йәшел йылан” арбауына ла албырғаған саҡтар булманы түгел. Әммә йәштәштәр берәм-берәм “һуңғы юл”ға сыға башлағас, ныҡ уйландым. Күптәрҙең яҙмышы тетрәндерҙе… Тәбиғәтем шундай: миңә ауырлыҡ кәрәк, аптырама шулай әйткәнемә, миңә ҡаршылыҡтарҙы еңеү тойғоһон кисереү кинәнес килтерә…
— Рәшит ағай Солтангәрәевтең “Уны Абдрахманов тиҙәр” хикәйәһен иҫкә төшөрҙөң. Ағайыбыҙҙың, нефтселәр тормошон тәрәндән өйрәнеп яҡтыртыу өсөн, махсус оҙайлы командировкалар алып, быраулаусылар араһында йәшәүен беләбеҙ. Тап ошо нигеҙҙә нефтселәргә бәйле роман, повесть-хикәйәләр яҙа алды… Телгә алған әҫәр геройы һәүетемсә ағылған көндәлек ваҡиғаларҙан тиҙ ялҡа. Уға физик яҡтан да, рухи халәттә лә бар булмышын һелкетерҙәй “эш”тәр кәрәк. Ғөмүмән, әҙәм балаһы тикмәгә генә киҫкен кисерештәр (экстремаль) хәлендә булып, йәнен, тәнен яҙып алырға (встряска) ынтылмайҙыр, күрәһең. Тау саңғыһын ал. Бокс… Профессиональ спорт асылда кешенең иң һуңғы сиктәге физик һәм рухи мөмкинлектәренә нигеҙләнә. Ана боҙло юлда мотоуҙыш буйынса боҙҙа уҙыш буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы исемен йөрөткән данлыҡлы милләттәшебеҙ Ғабдрахман Ҡадировтың йәрәхәттәрҙән ҡарар ере лә ҡалмай тиерлек. Әммә, уйлауымса, һайлап алған яҙмышынан, моғайын, баш тартмаҫ ине. Һайлап алған яҙмыш тигәндән, Ноғман Мусин да, тәүге романын шулай исемләп, үҙе һайлаған, еңел булмаған яҙмышына — һөйөп-һөйөлөп йәшәй алғанға – ризалашып, үҙен бәхетле һиҙә. Был күркәм героиняһын да әҙип ышандырырлыҡ кимәлдә, романтик буяуҙарға мансып һүрәтләгәйне.
Шулай итеп, Хисмәт, һиңә лә “һелкенеп” алыу кәрәк булып сыҡты инде…
— Эйе. Әммә яҙмыштағы боролош сәбәптәренең береһе генә был. Әлбиттә, мөһимдәренең береһе. Икенсенән, 90-сы йылдарҙағы мәхшәрҙе үҙең беләһең: ата улды, инә ҡыҙҙы танымаған осор килгәйне бит. Айырыуса етәксе урындағылар өсөн кемдеңдер яҙмышы ғына түгел, тотош ил яҙмышы сүпкә әйләнгәйне… Эшһеҙлек. Уныһы етмәгән, эшең булғанда ла, хаҡын ала алмайһың. Ә ғаиләне аҫрарға кәрәк! Ирлек бәҫен дә төшөргө килмәй. Сәмләндем дә, “Башҡорт күрмәгән ерме ни!” тип сыҡтым да киттем…

Тыуған ерҙә
Тарып йөрөгәнсе
Хәйерселек тигән
Йәбергә,
Аяҡ тартмаҫ борон
Ҡәбергә –
Сығып китә ирҙәр
Себергә…

Тыуған ерҙә
Арып йөрөгәндә
Тамаҡ ялына ла
Эш тапмай,
Атайлығын ирҙең,
Ирлеген дә
Себерҙәрҙә түккән
Тир һаҡлай,
Себерҙәрҙә түккән
Тир яҡлай…

(“Ҡырыҫ яҡта”).

Был Себерҙәр түҙемлене ярата шул.
Был Себерҙәр һынай түҙемде.
Әллә инде өр-яңынан тыуҙым,
Таный алмай торам үҙемде.

Мин үҙемде, сыбыртҡылап ярып,
Алып сығып киттем Себергә.
Ер аяғы –
Ер башы ла ерҙә
Мин түҙергә тейеш, түҙергә…
(“Өр-яңынан тыуҙым”).

Рәшит ағай һүрәтләгән, һин иҫкә төшөр­гән хәлдәр беҙҙең эштә булғылап тора ул. Ысынлап та, киҫкен ваҡиғалар, ваҡыты-ваҡыты менән ауырлыҡтарҙы еңеп ҡарау кәрәк кемгәлер. Шул иҫәптән миңә лә. Ҡаршылыҡ булғанда, мин кешегә әйләнәм, яңынан тереләм. Ҡурҡынысты еңеп сыҡ­ҡандан һуң күңелгә иҫ китмәле ҡәнәғәтлә­неү тойғоһо, физик һәм рухи еңеллек килә…

Рәхмәтлемен яҙмышыма –
Йөрөгән булыр инем
Ауырлыҡтың еңеллеген,
Ауыртыуҙың рәхәтен
Белмәй ошоға хәтлем.
(“Буровойҙа”).

Мәләүез яғынан бер егет менән аралашҡайныҡ – исеме хәтерҙә ҡалмаған. Әлеге шул ни өсөн ситтә йөрөүе менән ҡыҙыҡһындым. Ҡыҙыҡ һәм онотмаҫлыҡ булды уның яуабы: “Ауылда һәнәк-көрәккә эш бөттө бит хәҙер”. Үҙе ҡайҙа ғына булмаған! Ошоға бәйле үҙенсәлекле күҙәтеүҙәре лә аптыратты: “Тотаһығыҙ ҙа башҡорт бөтә, фәлән-төгән, тиһегеҙ. Башҡорт менән донъя тулған ул. Таймырға тиклем башҡорттар мыжғып тора!”
Милләттәштәрҙең бер-береһенә тартылышы көслө шулай ҙа. Башҡаларҙа ла күҙәтелә ул. Белорустар, мәҫәлән, бер ҡасаба булып йәшәгәйне. Ҡасабалары ла “Белорусский” тип йөрөтөлдө. Белоруссия айырымланғас, былар, ҡубарылып, ҡайтып китте. Күрәһең, тыуған ерҙән айырылып ҡалыу ҡурҡынысы тертләткәндер…
— Шулайҙыр. Әгәр ҙә ситтә ваҡыт­лыса эшләп йөрөгәндәргә генә түгел, йәшәп ятҡандарына ла: “Илгә ҡайтып ҡалмаһағыҙ, башҡаса бындай мөмкин­лек булмаясаҡ!” — тиелһә, моғайын, күптәре ҡайта һалырға тырышыр ине. Башҡортлоҡ рухы булһа, әлбиттә. Рауил Бикбаевтың бындай тойғоларҙы аңлатырҙай тетрәндергес юлдарҙан торған “Елдәр” исемле шиғыры бар. Лирик герой, ҡасандыр бер килеп, саң бөртөгөнә әйләнерен белә һәм елдәрҙән үтенә: “Мине, зинһар, туҙан көйөнсә лә Уралымдан алып китмәгеҙ!..”
Хисмәт, һин йәшләй ҙур премияға лайыҡ булғайның… Бының ыңғай яғы күберәк булдымы, әллә киреһе килеп сыҡтымы? Үҙең дә яҙғайның:
…Дан иҫертә, айыҡ килеш
Ҡараттырмай донъяға.
Ул бөйөк ҡулъяҙмаһын да
Усаҡҡа ташлап яға…
(“Фажиғә”).
Бер мәл тынып ҡалдың…
— Тормош еле гел генә ыңғайға иҫеп тормай бит, боларып та ала… 90-сы йылдар башында радиоға эшкә барҙым. Салауат Килдиндың етәкселегендә эшләнем. Халҡына бирелгән бик талапсан кеше. Шәп етәксе. Мине күп нәмәгә өйрәтте ул. Үҙаллылыҡ яулашып-даулашып йөрөгән мәлдәр, йөҙөп йөрөп эшлә­нек. Мин хатта ижадты онотоп ебәрҙем…
— Һинең ижад үҙенсәлегең дә башлыса, аҙ һөйләп, күпте еткереүгә ҡорола, тип уйлайым. Быға яңы сыҡҡан “Һуҡмаҡ” китабыңа яҙған “Баш һүҙ”ендә Рауил Бикбаев та иғтибар иткәйне: “Хисмәт Юлдашев ҡабалана торғандарҙан, өтәләнеп сабыусыларҙан түгел”. Ижадта: “Ҡыҫҡалыҡта — оҫта­лыҡ” тигән мәҡәл тап һинең кеүектәргә бәйле әйтеләлер. Айырыуса ниндәйҙер күренештән, ҡәҙимге генә ваҡиғаларҙан, хис-тойғонан көтөлмә­гәнсә (парадоксаль) төйнәлгән фекер мәҡәл-әйтем ҡыҫҡалығын талап итеүсән:

…Төшөп ҡалған саҡтарымда,
Күҙҙән төшкән саҡтарымда
Мин өшөп янғаным бар…
(“Дантабар”).

Образлылыҡ арҡаһында өс кенә юлға ни тиклем ҙур мәғәнә һыйған: яҙмыштың аяуһыҙлығы ла, тормоштоң бер алдын, бер артын күрһәтеүе лә, күңел өшөүенән дөрләп яныуҙар ҙа… Тап Хисмәтсә тамамланыштарға иғтибар итәйек:

…Доға ҡыла тубыҡланып,
Яуға ҡаршы торор халыҡ!
(“Тубыҡланыу”).

…Әйләнмәһен
Яу байрағың
Һый бүлгән ашъяулыҡҡа.
(“Үҙемә”).

…Эштән сығып барған итек
Әйтә кеүек:
Һаҡлай бел –
Ирҙәре кирзач кеймәгән
Юҡтыр ерҙә көслө ил.
(“Кирза итек”).

Йәки бына булмышыңды тулыһынса асырҙай ике строфанан ғына торған шиғыр:

Шатлығым да, хыялым да
Үҙем менән.
Үҙем менән йәшәгәнгә
Түҙем менән.

Ныҡ булырға,
Ныҡ булмаһам,
Юҡ булырға –
Ҡылғандарым тура килһен
Һүҙем менән!
(“Ҡәтғи һүҙ”).

Атайҙы (уның аша — башҡортто) ҡороҡланған тарпан менән сағышты­рыу ниндәй ҙә картиналы образ тыуҙырышҡан:

…Атай
Йөҙөндәге
Һырҙар –
Улар шундай
Тәрән ятҡан.
Ҡамсы эҙе
Булып ятҡан,
Йүгән эҙе
Булып батҡан,
Әйтерһең дә, баш бирмәйсә,
Өҙгөләнгән
Һуңғы тарпан.
(“Һуңғы тарпан”).
Бер быуын яҙмышын сағыу күре­нештәрҙә һүрәтләй килеп, Рәмил Ҡолдәүләткә арналған “Ҡышҡы иртә” шиғырыңда тотош заманға бәйле фекерҙе төйнәп ҡуяһың:
…Ил көнө лә
Көнсығыштан,
Көнбайыштан ҡыҫылған.
Ҡайҙа элекке шаңдауҙар,
Ҡайҙа беҙгә дуҫ булған?

Ашыҡтыҡмы
Алҡышларға –
Яҡтыра көн аҡ(ы)рын.
Берәү
Аҡылына килә,
Берәү
Юя аҡылын.

Күптән яҡтырыр донъяны
Ҡар яуып ҡараңғылай.
Берәүгә
Уңай түгел көн,
Бәғзе берәүгә ҡулай.

…Ҡар яуа,
Ҡышҡы иртәне
Тағы ла ҡараңғылап.
Үтер ҙә китер кеүек көн –
Яҡтыра алмаҫ һымаҡ.

Әммә ҡаты Себер еленә йөҙ ҡуйғанда ла, йөрәгең түрендә ғәзиз кешеләреңде, яҡты хәтирәләр йөрөтәһең. Һәм шуның өсөн дә ауырлыҡтарҙы еңә алаһыңдыр.

…Себер еле иҫә генә,
Иҫә генә,
Киҫә генә.
Йөрө, тине, иҫән генә,
Йәнкиҫәгем – бисәм генә…
(“Себер еле”).

…Хәтерҙәрҙә –
Тыуған яҡтың
Айлы кисе.
Аңҡый тиртеп япраҡ ярған
Бөрө еҫе…
(“Самолетта”).

…Офоҡтарым
Яндай бөгөлөп торһа,
Юлдарым бит
Атылып торған уҡ…
(“Һуҡмаҡта”).

Атаһын һуңғы тарпандай күргән лирик герой өләсәһен ниндәй ҙә оло бер һөйөү менән һүрәтләй (“Өләсәйем йәне”). Бындай әҫәрҙе уҡығандан һуң өләсәй ҡәҙерен күргән кем генә яҡты һағышҡа сорналмаҫ икән?!.

… Эңерҙә лә осошҡа әҙер шағир:
Батып барған ҡояш яҡтыһынан
Ҡалмаҫ өсөн ҡанат кирәмдер…
(“Ҡояш батҡанда”).

Ҡанатыңды көн килтереүсе ҡояшҡа табан да ҡағырға яҙһын, ҡәләмдәшем!

* * *
Ғалимдар раҫлауынса, һәр шәхестә потенциаль мөмкинлектәренең 50 проценты гендарына бәйле (йәғни атай-олатайҙарынан алған көс менән ныҡлы), 40 проценты үҙенең тырышлығынан, маҡсатҡа ныҡышмал ынтылышынан һәм ни бары 10 проценты ғына йәмғиәттәге, ысынбарлыҡтағы шарттарҙан тора. Тимәк, һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа тиеүҙә хаҡлыҡ бар. Ояһында ни күрһә, осҡанынды шул булыр, тип раҫлауҙарында ла хәҡиҡәт ярылып ята. Фәнгә нигеҙләнгән әлеге мәғлүмәттәр, әңгәмәнән күренеүенсә, шағир Хисмәтулла Юлдашев яҙмышы, уның ҡабатланғыһыҙ сағыу ижады, тормош тәжрибәһе менән дә ҡеүәтләнә. Ул ара­лаш­ҡан, уның менән Себерҙә бергә эшләгән яҡташтарыбыҙ ҙа, башҡорт ҡайҙа ла башҡорт бит ул, тигән уйҙарға һалып, милләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята. Эйе, әҙәмсә йәшәйем тигән кеше барыбер яйын таба. Улай ғына түгел, милләтенә лә тап төшөрмәй, үҙ ҡәҙерен дә ебәрмәй, башҡалар өлөшөнә лә инмәй, әсе тир түгеп, хәләл мал таба. Ә инде Илаһи көс барлығына инанып, Уның тарафынан һәр ҡәүемгә мәңгелектән мәңгелеккә үтә алыу, ике донъялыҡты тоташтырып бер бөтөн хасил итеү бурысы йөкмәтелгәндер, тип фаразлаһаң, тап ошондай әҙәм балала­рының был ғәмәлде сабыр, әммә тейешен­сә үтәп йөрөүҙәренә шик ҡалмаясаҡ.
Әңгәмәне Фәнил КҮЗБӘКОВ
ойошторҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506