43 йортҡа клуб кәрәкмәйме ни?24.01.2019
Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылынан Римма Сөләймәнова “Инцидент” системаһына бер сәбәпһеҙ былтыр клубтың ябылыуына, төрлө саралар үткәреү мөмкинлегенең сикләнеүенә зарланды.

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән шундай яуап килгән:
“Ауыл клубы халыҡ һаны аҙ булыу сәбәпле, бында 43 кенә йорт иҫәпләнә, 2017 йылда ябылған. Хәҙер уның эше яңыртыласаҡ. Киләсәктә клуб бинаһын төҙөкләндереү ҡарала. Әйткәндәй, балалар һаны түбән булыу арҡаһында ауылда мәктәп тә ябылғайны. Әле уҡыусыларҙы Ефремкин ауылына автобус йөрөтә. Ауылда һыу менән тәьмин итеү проблемаһы ла планға ярашлы хәл ителә”.





Вернуться назад

Яндекс.Метрика