Юлға фатиха бирер29.03.2019
Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам итеүҙәрен һорай.

“Оло Ыҡтамаҡ – Екатеринбург” трас­саһы буйында, “Ҡарағай” шифахана­һынан Әжекәй ауылы яғына сыҡҡан урында 24 квадрат метр майҙанлыҡ бина бар. Уны мәсет итеп үҙгәртеп ҡорорға булдыҡ. Ғибәҙәтхана ошо юлдан үткән халыҡҡа хеҙмәт итәсәк, изге сәфәрҙәргә фатиха биреп торасаҡ”, – ти имам-мөхтәсиб.

Диндар әйтеүенсә, был бина иман йорто өсөн бик ҡулайлы: эргәһендә водителдәргә туҡтауға урын киң, халыҡ туҡланһын, ял итһен тигән маҡсатта кафе асылған. Тимәк, ғибәҙәтхана төҙөлһә, юлсыларға доға, намаҙ уҡып китергә лә мөмкин буласаҡ.

“Бинаны һатып алыу өсөн быйыл февралдә аҡса йыйыу ойошторолдо. Тағы 381 мең һум тупларға ҡалды, – ти имам-мөхтәсиб. – Замандаштарыбыҙ хәленән килгәнсә изге эштә ҡатнашһын ине, тип һорайбыҙ. Берҙәмлектә – көс: күмәкләп тотонһаҡ, бурысты атҡарып сығырбыҙ, иншаллаһ”.
Һорауҙар менән Азамат хәҙрәт Вәлиевкә 8-963-144-82-42 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.


Вернуться назад