Ғүмер арғымаҡтарында елдереп...25.01.2019
Сурай мәсетендә бер юлы өс ғаилә алтын туйын билдәләне.

Ап-аҡ ҡарлы урамдар буйлап “Ағинәй” мәсетенә табан туй кортежы елдерә. Кәләштәр зауыҡлы ап-аҡ күлдәк һәм фата урынына мосолманса кейенгән, ә Мендельсон маршы урынына аҙан тауышы яңғырай. Сәскә гөлләмәләре, тулҡынланыу, изге теләктәр, бүләктәр, байрам табыны – быларҙың барыһы ла ғаилә парҙары тормошондағы мөһим ваҡиғаның – алтын туйҙың – онотолмаҫ миҙгелдәре булып хәтерҙә уйылыр.

Дим йылғаһы буйында урын­лашҡан был башҡорт ауылы, әйтерһең дә, үҙенә генә хас айырым ҡанундар буйынса йәшәй. Сурай бәләкәй булһа ла, унда проблемалар юҡ, тип әйтеү мөм­кин түгел, әммә халыҡ зарланып ултырмай, ауыр мәсьәләләрҙе бергәләп, кәңәшләшеп хәл итеү сараһын күрергә тырыша.

Күрше ауылдарҙағы аҙ комплектлы мәғариф учреждениелары бер-бер артлы ябыла башлағас, Сурай уҡытыусылары, ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләп, үҙҙәрендәге мәктәпте һаҡлап ҡала. Күптән түгел халыҡ урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, зыяраттарҙы кәртәләүгә өлгәшкән. Бөгөн иһә яңы проект әҙерләү менән мәшғүлдәр.

Ә яҡташтары ярҙамында тө­ҙөл­гән мәсет – ысын мәғәнәһендә ауылдың йөҙөк ҡашы. Сурай халҡы һәр байрамда ошонда йыйыла. Өҫтәүенә ошо биләмәлә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл асылып, иман йорто тирәһе матурлап ҡоймаланған. Мәсеттән һәр көн яңғыраған аҙан тауышы кешеләр күңеленә иман нуры өҫтәй.

Алда әйтелгәнсә, өс ғаилә парының алтын туйын сурайҙар “Ағинәй” мәсетендә уҙғарҙы. Юбилярҙарҙы – Ғәзизә Ғата ҡыҙы һәм Марат Тимерхан улы Мөхә­мәтшиндар, Гөлсәсәк Сәйетгәрәй ҡыҙы һәм Урал Ғәйнулла улы Вәлиуллиндар, Рәшиҙә Хайтур ҡыҙы һәм Уралбай Алсынбай улы Хәсәновтарҙы – матур ғүмер байрамы менән ҡотларға балалары, ейәндәре, туғандары, күршеләре килде. Тантананы ауыл Советы депутаты, староста, ағинәй Зөбәржәт апай Ғәбдел­мәнова ойошторҙо.

– Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе ярты бы­уат элек ҡауыштырған. Бөгөн ғаиләгеҙ йылъяҙмаһының алтын битен асаһығыҙ. Бер-берегеҙгә ҡа­рата һөйөү хисен һаҡлап, мө­хәб­бәтегеҙгә тоғро ҡалып, шат­лыҡты ла, ҡайғыны ла бергә уртаҡ­лашып, ауырлыҡтарға би­реш­мәй, оҙон тормош юлы үт­тегеҙ. Һеҙ – ысын мәғәнәһендә бәхетле кешеләр. Күңелегеҙгә оҡшаған һөнәр һайлап, тыуған ерегеҙҙә ал-ял белмәй хеҙмәт иттегеҙ, лайыҡлы балалар үҫтер­ҙегеҙ, хәҙер инде ейәндәрегеҙ, бүләләрегеҙ үҙегеҙҙе уңыштары менән ҡыуандыра. Һеҙҙең тормош юлығыҙ – йәш быуын өсөн баһалап бөткөһөҙ матур өлгө, – тип ихлас күңелдән тәбрикләне Зөбәржәт Садиҡ ҡыҙы.

Ҡармыш ауыл Советы етәксеһе Дауыт Шәкүров алтын туйын билдәләгән өлкәндәргә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан килгән ҡотлау открыткаһын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ғаилә парҙарын тәбрикләргә Зәкиә Солтангәрәева етәкселегендә мәктәп уҡытыусы­лары делегацияһы ла килгәйне. Оҙаҡ йылдар урындағы хужалыҡ рәйесе булып эшләгән ветеран Хәмит Ризуанов та юбилярҙарға изге теләктәрен әйтте.

Мәсеттең имам-хатибы Жәүит хәҙрәттең фатихаһын алғас, йола буйынса, кейәүҙәр кәләштәренә бүләк бирҙе. Ҡул эштәренә маһир хәләл ефеттәре лә яуапһыҙ ҡал­маны: ирҙәренә генә түгел, тан­танаға килгән һәр кемгә бүләк­тәрен өләште. Бәхетле парҙар бер-береһенә туй балдаҡтары ла кейҙерҙе.

Ә инде ғаиләнең ырыҫ-бәрәкәт сере менән уртаҡлашыуҙарын һо­рағас, улар: “Илле йыл күп һымаҡ тойолһа ла, ғүмер бер миҙ­гелдәй үтте лә китте, – тип йыл­майып яуапланы. – Яҙмыш­тың күп тапҡыр һынауына ҡара­маҫтан, бәхетле һәм шатлыҡлы мәлдәр генә хәтерҙә ҡалды... Сабыр булыу, бер-береңде һөйөү, ихтирам итеү һәм хәстәрлектән айырмау – ғаилә бәхетенең сере бына шунда инде”.

Әйтелгәндәргә өҫтәп, бәхетле парҙар һәр ауылды биҙәп йә­шәһен, ә сурайҙар бындай тантаналарҙы йышыраҡ үткәрһен тигән теләктәбеҙ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика