Йәштәрҙән – балаларға18.01.2019
Йәштәр араһында мәрхәмәтле, шәфҡәтлеләрҙең күп булыуы ифрат һөйөнөслө. Әҙәм күңелендәге юғары ҡиммәттәрҙең тамыры ныҡ.

Күптән түгел, мәҫәлән, Балтас районынан егерменән ашыу егет һәм ҡыҙ бергә тупланып, аҡса йыйып, урындағы балалар приютына ҡыҙыҡлы уйынсыҡтар, бишәр пар саңғы һәм самокат, бәләкәй ҡыҙҙар өсөн “аш-һыу бүлмәһе” бүләк иткән, тәмлекәстәр таратҡан.

Приютта 25 бала тәрбиәләнә. Улар мәрхәмәтле ағай-апайҙарын йыр-бейеү, башҡа төрлө һәләттәре менән һөйөндөргән, ихлас рәхмәт белдергән, яҡшы уҡырға, тәртипле булырға һүҙ биргән.





Вернуться назад