Нәсихәт көсө мәңгелек18.01.2019
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында олуғ мәғрифәтсе, тарихсы, педагог, яҙыусы һәм дин әһеле Ризаитдин Фәхретдиновтың тыуыуына 160 йыл тулыу айҡанлы “Ризаитдин нәсихәттәре” тип аталған китапхана дәресе үтте.

Сара шәхестең “Ҡыҙ-ҡатындарға”, “Атайҙарға”, “Ир балаларға”, “Йәш кәләшкә” тигән нәсихәттәре һәм ижады, тормош юлы сағылдырылған видеояҙма менән үрелеп барҙы.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары барыһын да иғтибар менән тыңланы, өҫтәүенә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Төбәк ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов йәштәргә дини тәрбиә һабаҡтары бирҙе, атай-әсәйгә яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеү, булғандың ҡәҙерен белеү, өҙлөкһөҙ ғилемгә ынтылыу мөһимлеген әйтте, яҡты киләсәк теләне. 

“Донъя бер театр булһа, әҙәм балалары – шунда уйнаусылар”, – тигән Ризаитдин Фәхретдинов. Хаҡ һүҙҙәр. Донъябыҙ ғына имен булһын, үҙебеҙ дөрөҫ йәшәйек.





Вернуться назад

Яндекс.Метрика