Вәғәҙә – иман16.11.2018
Ҡайһы бер ғибәҙәттәр фарыз ҡылынған кеүек, Ислам динендә бәғзе бер эштәр һәм ғәмәлдәр ҙә мотлаҡ һанала. Шуларҙың береһе – вәғәҙәлә тороу.

Вәғәҙәне үтәмәү зарар ғына килтерә. Ундай кешеләргә, ғәҙәттә, бер кем дә ышанмай. Ихтирамын юғалтҡан, ышанысты аҡламаған әҙәмдәрҙе хөрмәт итмәйҙәр, яратмайҙар.

“Ҡөрьән”дә Аллаһ Тәғәлә шулай тигән: “Килешеүҙә биргән һүҙегеҙҙе һәм вәғәҙәләрегеҙҙе үтәгеҙ, боҙмағыҙ! Вәғәҙәһен боҙған кешеләр Ҡиәмәт көнөндә яуапҡа тарттырылыр”.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика