Ир баһаһы – хеҙмәттә21.09.2018
Ихтирам-хөрмәттең нигеҙе ниҙә?

“Ауылда эш булмағанлыҡтан, ирем өйҙә ултырырға мәжбүр”. Ошондай һүҙҙәрҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта ишетергә тура килә. Өйҙә ултырырға тейешме һау-сәләмәт ир кеше?

Исламда көслө затҡа ҙур урын бирелгән. Уның иңенә өммәт өсөн оло яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Ғаиләһен ҡараусы, балаларына яҡшы өлгө күрһәтеүсе, халҡына, иленә, диненә тоғро хеҙмәт итеүсе, киләсәкте хәстәрләүсе... Мосолман ирҙәренең барыһы ла бөгөн ошо сифаттарға тоғромо?

Ислам ҡушыуынса, көслө зат вәкиле тәү сиратта һөнәр белергә тейеш. Был йәһәттән бер хикәйәтте йәнә иҫкә төшөрөп үтәйек. Батша улын күпмелер ваҡытҡа остаз­ ҡарамағына тапшыра. “Уға барлыҡ ғилемде, һөнәрҙе өйрәтегеҙ”, – ти. Бер аҙҙан улынан һынау алырға үҙе килә. “Бына күрерһегеҙ: бары­һына ла өйрәнде. Белеме ташып тора!” – тип ҡәнәғәтлек менән ҡаршы ала батшаны остаз.

Һынауҙың башында уҡ атай кеше күмәкләп диңгеҙгә сығырға тәҡдим итә. Кәмәгә ултырып китәләр. Һыу ятҡылығының тәрәнерәк урынына еткәс, батша ярандарына улын һыуға ташларға бойора. Бала бата башлай. Хеҙмәтселәр уны кире тартып сығара. “Барыһын да белә тигән булаһың. Ә ниңә йөҙөргә өйрәтмәнең? – ти батша остазға. – Әҙәм балаһы ғилемде, үҙе белмәгән осраҡта, икенсе берәүҙән ала. Ә йөҙә белмәһә, уны кем ҡотҡарыр?”

Билдәле хәҙистәрҙе иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Бер егет Мөхәм­мәт ғәләй­һис-сәләм янына ярҙам һорап килгән. “Ауырый­һыңмы, әллә эшләй алмайһыңмы?” – тип һораған Пәйғәмбәребеҙ. Тегеһе ҡоралы юҡлығы хаҡында әйткәс, балта һатып алып биргән дә, утын ҡырҡып, халыҡҡа һатырға ҡушҡан. Егет бер аҙнанан йәнә килгән. Ҡулында – алтын аҡса, ти...

Барлыҡ ваҡытын мәсеттә үткәргән кешене күреп, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм башҡаларҙан: “Был әҙәм балаһы көнө-төнө ғибәҙәттә. Уны кем ашата икән һуң?” – тип һораған. “Кәсепселек менән шөғөл­ләнгән туғаны ризыҡ­ландыра”, – тип яуап­лаған ир-ат. “Тимәк, шул туғанының тормошо хәйер­лерәк”, – тип һығымта яһаған Аллаһ рәсүле.

Хеҙмәт һөйгән ир-ат йәмғиәттә лә, ғаилә лә хөрмәт ҡаҙана. Ә инде үҙ бурыстарынан ситкә киткән­дәр баһаһын ғына төшөрә. Араларында хатта ки ялҡаулығын дин менән ҡапларға тырышҡандар ҙа осрай: йәнәһе, көнө-төнө ғибәҙәт ҡылыуҙан ваҡыттары ҡалмай. Ә бит мосолмандың биш намаҙҙан башҡа мәле эш менән үтергә тейеш. Хеҙмәт ярҙамында ул ғаиләһен туйындыра, Ватанының именлеген хәстәрләй, иманын һаҡлай. “Дуғалы ерҙә доға бар” тигән һүҙҙәр буштан барлыҡҡа килмәгән. 

Ир кеше шулай уҡ ата-әсәһенә, балаларына, ҡаты­нына ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейеш. Исламда шундай ғаилә башлығы өлгө итеп ҡуйыла. “Ир менән ҡатын бер-береһенә һөйөү менән ҡарай икән, Аллаһ Тәғәлә уларға рәхмәтен ебәрә”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәренән 

l “Ир кеше үҙ көтөүе – ғаиләһе – өсөн ҙур яуаплылыҡ йөрөтә”.
l “Арағыҙҙа кем ҡатынына яҡшы мөнәсәбәттә, шул – иң яҡшыһы”.
l “Атай-әсәйегеҙгә ҙур ихтирам-хөрмәт күрһәтһәгеҙ, балала­рығыҙ үҙегеҙгә шундай уҡ мөнәсәбәттә булыр”.
l “Үҙ тәрбиәһендә булғандар хаҡында хәстәрлек күрмәгән кеше гонаһ йыя”.
l “Мосолмандың теленән дә, ҡулынан да, фекеренән дә һис кем зыян күрмәҫ”.
l “Аллаһтың рәхмәтен алғың киләме? Атай-әсәйең менән яҡшы мөнәсәбәттә бул!”


Вернуться назад

Яндекс.Метрика