Изгелектең емеше мул21.08.2018
Етемдәр, мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреү – Исламда төп ғәмәлдәрҙең береһе. “Аллаһ юлында ярҙам күрһәтеү, изгелек ҡылыу, гүйә ки, орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” – тиелә “Әл-Бәҡара” сүрәһендә. Ихлас күңелдән башҡарылған изге эшкә Раббыбыҙ сауабын арттырып бирә.

Балтас районының Үрге Ҡарыш ауылында, мәғлүм булыуынса, социаль приют эшләй. Унда әле 14 бала тәрбиәләнә. Урындағыларҙан тыш, Мишкә районынан килтерелгәндәр ҙә бар.
Приютҡа халыҡ төрлө яҡлап булышлыҡ ҡыла, мәрхәмәтлек ярҙамы күрһәтә. Ҡорбан байрамы алдынан да балаларҙы һөйөндөргән ваҡиғалар күп булған. Мәҫәлән, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре приютҡа стенка бүләк иткән, шулай уҡ, һәр ваҡыттағыса, мул күстәнәс өләшкән.
– Балалар өсөн бындай иғтибар ҙур әһәмиәткә эйә, – ти мөдир Ләйсән Бәҙриева. – Әлеге стенканы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙҙең теләген иҫәпкә алып, улар тәҡдим иткән өлгө буйынса заказ биреп эшләтте. Балаларҙың рәхмәте сикһеҙ. Улар өлкәндәргә үҙ ҡулдары менән яһаған бүләктәрҙе тапшырҙы, приюттағы тормошо, ниндәй түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүе, уңыштары тураһында ихлас бәйән итте.
Ғәйет мәлендә халыҡ приютҡа айырыуса күп килә. Мәрхәмәтлек ҡулын һуҙып, етемдәрҙең күңелен үҫтереү, уларға яңғыҙ түгеллектәрен йәнә бер ҡат төшөндөрөү ниәте алға әйҙәй уларҙы.
Әйткәндәй, Балтаста 280 йыл дауамында өҙлөкһөҙ эшләгән, төньяҡ төбәктәге 18 районға хеҙмәт күрһәткән иман йорто бар. Иҫке Яҡшый ауылындағы был мәсет совет заманында ла халыҡтың рухи терәге булыуҙан туҡтамаған. Ул XVIII быуаттың архитектура һәйкәле тип танылған, Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫ объекттарының Берҙәм дәүләт реестрына индерелгән.
Балтастар быйыл ошо мәсеттең 280 йыллығын үткәрергә йыйына. Әле бинаны яңыртыу эштәре бара.


Вернуться назад