Дини календарь алып ҡал13.07.2018
Китап” нәшриәте мосолмандар өсөн “Башҡортса дини календарь”ҙың 2019 йылға тәғәйенләнгән яңы баҫмаһын тәҡдим итә. Уны төҙөүсе-авторҙар: Сәләхетдин Хөсәйен улы Суҡбаев, Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Ғәлимова, Фирҙәүсә Миңнулла ҡыҙы Бикташева һәм Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙы Иликәева. Баҫмалағы аят, доға һәм сүрәләрҙең ғәрәпсә яҙылышы, транскрипцияһы, дини даталар мөфтөй Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллин тарафынан әҙерләнгән.

“Башҡортса дини календарь”ҙа ислам тәғлимәте, мосолман байрамдары, ай һәм ҡояшҡа бәйле астрономик мәғлүмәттәр, намаҙ уҡыу ваҡыттары бирелгән, мосолман ай иҫәбе күрһәтелгән. Баҫма халҡыбыҙҙы исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре, дин хөкөмдәре, иман нигеҙҙәре, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу маҡсатында эшләнде.

Китапты нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь прос­пекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.


Вернуться назад