Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рамаҙан мәктәбен тамамлағас...
Изге Рамаҙан да тамамланды. Ай буйы ураҙа тотҡан, ғибәҙәттә булған мосолмандың тормошо артабан ниндәйерәк үҙгәрештәргә дусар ителә? Рамаҙанда алған һабаҡты һәр кем дөрөҫ файҙаланамы?

Мәғлүм ки, мосолмандар ураҙаны һағыш менән оҙата. Сауап-бәрәкәтте күпләп алыу мөмкинлеген биргән, мәрхәмәт-шәфҡәткә, күркәм ғәмәлдәргә бай, тимәк, бөтөн кешелектең хыял-маҡсатына тап килгән изге айҙан айырылыу еңел түгел, әлбиттә. Диндарҙар әйтеүенсә, был мәлде уҡыусыларҙың мәктәпте тамамлауы менән сағыштырырға мөмкин. Ураҙала алған һабаҡ шул килеш ҡалырға тейеш түгел, уны ғәмәлдә файҙалана башлау, белемде артабан камиллаштырыу, юғарыраҡ үрҙәргә ынтылыу мөһим.
Мәҫәлән, Рамаҙанда мосолмандар мәсеткә күмәкләшеп йыш йөрөй. Ир-аттың ошолай тупланыуы, бергәләп фекер алышып, кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсаттар ҡороп йәшәүе Исламда юғары баһалана. Был ғәмәл ураҙа айында ғына түгел, һәр саҡ башҡарылырға тейеш. Ир-уҙамандары бергә булған халыҡтың иртәгәһе ышаныслы, ундай өммәттең тамыры ныҡлы.
Рамаҙан дауамында мосолман тәрәүих намаҙҙары уҡый, ҡояш сыҡмаҫ борон сәхәр эсә, һуңғы ун төндә ғибәҙәт ҡылыуға айырыуса ҙур урын бирә. Ошолай өйрәнһә, уға артабан да йоҡоно ҡалдырыу, иртә уяныу йәһәтенән ауырлыҡ булмаясаҡ. “Таңдағы доғаларҙы фәрештәләр тыңлай”, тиҙәр. Иртә торғандың юлы уңа, тормошона ҡот-бәрәкәт өҫтәлә. Йоҡоһона баш була алмағандан, ваҡытын бушҡа уҙғарғандан иһә ырыҫ ҡаса.
 Изге айҙа күптәр Ҡөрьән аяттарын ятлап ала. Был ғәмәл, әлбиттә, ураҙанан һуң туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Мосолмандың һәр көнө – алға ынтылыу. Булған белем менән ҡәнәғәт ҡалыуҙың, үҫешергә тырышмауҙың артҡа тәгәрәүгә килтереүе ихтимал. “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрән”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Динебеҙҙә белем тормоштоң асҡысы, яҡшы, мул, имен йәшәү нигеҙе тип тәҡрарлана.
 Ураҙала әҙәм балаһы ашау-эсеүҙән тыйылып тора. Бының, мәғлүм ки, файҙаһы бихисап. Асығып, әҙәм балаһы организмын таҙарта. Шул уҡ ваҡытта эҫе көндәрҙә лә бер йотом һыуһыҙ йөрөү ихтыяр көсөн нығыта, сыҙамлыҡҡа, ныҡышмаллыҡҡа өйрәтә. Бындай хәлдә әҙәм балаһы ризыҡтың ҡәҙерен нығыраҡ аңлай башлай, сирлеләргә, мохтаждарға ҡарата мәрхәмәт-шәфҡәте арта. Өҫтәүенә асығып өйрәнгән кеше төрлө ҡатмарлы ваҡиғаларҙа, мәҫәлән, ҡара урманда аҙашҡанда, баҙап ҡалмаясаҡ, үҙ юлын табасаҡ. Ризыҡһыҙ тора алмаған, сабыр итә белмәгән ихтыярһыҙ әҙәмдең иһә бындай һынауҙарҙы үтә алмауы ихтимал.
Ғөмүмән, ашау-эсеүҙән тыйылыуҙың һабаҡтары бихисап. Әҙәм балаһы уларҙы артабанғы тормошона нигеҙ итеп алып, туҡтауһыҙ хаҡ юлға ынтылып йәшәргә тейеш. Әгәр ҙә ки дөрөҫ ғәмәлдәргә ураҙа тамамланыу менән “нөктә ҡуйыла” икән, Аллаһ Тәғәлә Рамаҙанда ҡылғандарҙы ҡабул итерме? Артабан фарыз ғибәҙәттәрҙән тайпылған кеше изге айҙа “күҙ буяп” йөрөгән кеүек килеп сыҡмаймы?
Бәғзеләр, мәҫәлән, ураҙа тамамланғас, мәсеткә юлды “онота”. Икенселәр доға уҡымай, хәйер бирмәй, мәрхәмәтһеҙлек күрһәтә, ғәйбәт һүҙ йөрөтә, саманан тыш күп ашай башлай. Тимәк, бындай кешенең ураҙала асығып йөрөгәненән ни фәтүә? Төҙөй башлағанды үҙ ҡулдарың менән емереү был, икеләтә гонаһҡа батыу. “Иләп бөткән ебен кире тағатҡан ҡатын һымаҡ булмағыҙ”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә.
Рамаҙан – Аллаһ ҡушыуы буйынса йәшәүҙең ауыр түгеллеген, ихтыяр көсө, сыҙамлыҡ булғанда, барыһын да үтәү мөмкинлеген раҫлаған ай. Арабыҙҙа дини ғилем туплап та, уны ғәмәлдә тормошҡа ашырырға ҡурҡҡандар бар: мәҫәлән, намаҙ уҡый башларға ҡыйыулыҡтары етмәй. Был – сәбәп кенә, ти белгестәр. Ысын күңелдән теләйһең икән, көс етмәҫлек ғәмәл юҡ. “Ҡөрьән Кәрим”дә белеме булып та, уның буйынса йәшәмәгән кешеләр китап йөгө менән баҫылған ишәккә сағыштырылған.
Ураҙа айы – ҙур мәктәп. Әҙәм балаһы унан һабаҡ алып, һығымта яһап, тормошта яңы баҫҡысҡа күтәрелергә тейеш. Рамаҙан емештәрен башҡа бөтөн айҙарға сәсеү, таратыу – һәр мосолмандың изге бурысы. Был ғәмәл тормошто тағы ла нурландырыу, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу, ғүмерҙең асылын тәрәнерәк аңлап, гелән дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа, именлеккә ынтылып, изгелек өләшеп йәшәү маҡсатын нығытасаҡ.­­­­­­­




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 058

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 859

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 605

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504