Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Изге Рамаҙан шәриф айын еләк-емешкә бай йәй менән сағыштыралар. Ниғмәт шул ҡәҙәр күп – йыйырға ғына өлгөр! Был мәлдә мөьмин мосолман фарыз ғәмәл-ғибәҙәттәрҙе үтәп, Аллаһ Тәғәләнең әжер-сауабына өлгәшеп ҡалырға ынтыла.

Мәғлүм ки, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Рамаҙан айының һуңғы төндәрен тотошлайы менән ғибәҙәттә үткәрер булған. Ғаиләһен дә шундай тәртипкә өйрәткән. Белеүебеҙсә, изге айҙың был осоро айырыуса әһәмиәтле. Ни өсөн тигәндә, һуңғы ун төндөң таҡ һанлыларының береһендә (21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы) Ҡәҙер кисе була. Уларҙың ҡайһыһындыр айырып әйтеү дөрөҫ түгел, сөнки Аллаһ Тәғәләнән был турала бер ниндәй ҙә күрһәтмә килмәгән. Бында, әлбиттә ки, ҙур хикмәт ята. Ни өсөн тигәндә, әгәр әҙәм балаһы Ҡәҙер төнөнөң ҡасан икәнен белһә, тап унда ғына ғибәҙәт ҡылып, башҡаларын иғти­барһыҙ ҡалдырыр, һөҙөмтәлә бихисап әжер-сауаптан мәхрүм ителер ине.
“Ҡөрьән Кәрим”дә был кис хаҡында айырым сүрә бар. Уның изге китапҡа индерелеү тарихын йәнә бер ҡат иҫкә алып үтәйек. Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләмдең янына һикһән йылдан ашыу хаҡ юлда йөрөгән аҡһаҡал килгәнен күргәс, сәхәбәләр уйға ҡала. “Әгәр ғүмеребеҙ уныҡы кеүек үк оҙон булмаһа, шундай дәрәжәгә өлгәшә алыр­быҙмы һуң?” – тип һорай улар Пәйғәмбәребеҙҙән. Һөҙөмтәлә яуап рәүешендә Ҡөрьәндә Ҡә­ҙер кисе тураһында айырым сүрә барлыҡҡа килә. Мәғәнәһе шулай: әгәр ошо төндә әҙәм балаһы фарыз ғәмәл-ғибәҙәт ҡылһа, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә юлында һикһән йылдан ашыу хеҙмәт иткән кешенекенән дә ҙурыраҡ сауапҡа өлгәшәсәк.
Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, был кис бүтәндәренә оҡшамаған. Ул ныҡ яҡты була, ай һәм йондоҙҙар сағыуыраҡ балҡый, еләҫ ел иҫә. Бындай илаһилыҡтан әҙәм балаһы һүҙ менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ кинәнес кисерә, уҡыған намаҙҙарынан айырыуса ҙур рәхәтлек ала, күңелендә иман нуры арта. Ҡәҙер кисендә фәрештәләр ергә төшөп, фарыз ғәмәл-ғибәҙәт­тәрҙе үтәгән – намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән иманлыларға доға ҡылған. Улар алдағы йылда ниҙәр көтөлөүе хаҡында мәғлүмәт ала.
Ошондай мөһим төндөң ҡәҙерен белергә, намаҙ уҡырға, Ҡөрьәнде өйрәнеүгә күберәк ваҡыт бүлергә, саҙаҡа таратырға кәрәк. Дини китаптарҙа, Пәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә, “Эй, Раббым, Һин ғәфү итеүсе затһың, минең гонаһ­тарҙы ла ярлыҡа” тигән доғаны уҡыу зарурлығы әйтелә. Изге кисте ғибәҙәткә бағышлаған әҙәм балаларына әжер-сауап мул яҙыла. Фәрештәләр менән бергә ергә изгелек, бәрәкәт һәм мәрхәмәт төшә. Ошо мәлдә мосолман йоҡлап ҡалмаҫ. Изге төндөң бөйөклөгөнә ихлас ышаныу, гонаһтарҙың кисерелеренә өмөтләнеү киләһе көндәргә бәрәкәт өҫтәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511