Берләштерер, күрештерер...25.05.2018
Берләштерер, күрештерер...Рамаҙан айын мосолман өммәте изге эш-ғәмәлдәр менән ҡаршы алды. Мәҫәлән, Кушнаренко районының Иҫке Ҡормаш ауылында күптән көтөлгән күркәм сара уҙҙы – иман йорто асылды. Әйтеүҙәренсә, дүрт йыл элек башланған эш күмәк көс менән тормошҡа ашырылған.

Көҙөшлө йылғаһы буйында ятҡан Иҫке Ҡормашҡа 1714 йылда нигеҙ һалына. Аҫаба башҡорт ерендә урынлашҡан ул. Боронғо мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ауылда 1865 йылда 130-ҙан ашыу йортта 90-дан күберәк кеше йәшәгән. Улар айырыуса игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ауылда шул ваҡытта мәсет булғаны мәғлүм.
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 1906 йылда Иҫке Ҡормашта меңдән ашыу кеше көн иткәне билдәле. Хәҙер әҙерәк, шулай ҙа борондан килгән берҙәмлек, татыулыҡ, рух тәрәнлеге тамырҙарҙы ныҡлы һаҡлай. Ауылда мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, мәҙәниәт йорто эшләй, крәҫтиән (фермер) хужалығы бар.
– Мәсет булмауы ғына күңелде өйкәп тора ине, – ти ололар. – Иҫке Ҡормашта тәүге иман йорто 1800 йылда асылған. Совет осоронда иһә, башҡа мәсеттәр кеүек үк, ябылыуға дусар ителгән. Йорт оҙаҡ йылдар мәктәп, унан клуб, колхоз идараһы бинаһы хеҙмәтен үтәне. Аҙаҡ бөтөнләй һүтеп ташланды.
Боронғо иман йорто нигеҙендә яңыны төҙөргә кәрәк. Ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итә халыҡҡа Марс һәм Малик Мирвәлиевтәр. Әйткәндәре дәррәү күтәреп алына. Төҙөлөштөң беренсе көнөндә үк иллегә яҡын кеше йыйыла. Халыҡтан тупланған аҡсаға ойоштороусылар техника, кәрәкле материал йүнләй. Ирҙәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙ ҙа төҙөлөштә ихлас ҡатнаша. Иҫке Ҡормашта тыуып, әле ситтә йәшәгәндәр ҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә.
– Эштең сифатына ҙур иғтибар бүленде, – ти халыҡ. – Барыһын да уйлап, кәңәшләшеп башҡарҙыҡ. Үҙебеҙҙә мәсет буласағы, уның манараһынан көн дә аҙан яңғыраясағы хаҡында бығаса хыяллана ла алмай инек бит. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙ хаҡ юлға баҫты. Йәштәребеҙҙең дингә килеүе айырыуса һөйөнөслө. Беҙҙең ауылдыҡылар Ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү ниәтендә быға тиклем Кушнаренко мәсетенә йөрөргә мәжбүр ине. Хәҙер, шөкөр, үҙебеҙҙә иман йорто бар. Унда ғибәҙәт ҡылыу, йома намаҙҙары үткәреү менән бер рәттән дини ғилем дә бирелер, никах, исем ҡушыу саралары үткәрелер тигән ышаныстабыҙ.
Мәсетте асыу тантанаһында эргә-тирәләге ауылдарҙан да кешеләр күпләп ҡатнашты. Сығыш яһаған һәр кем иман йортоноң тупһаһына саң ҡунмауын, аҙан тауышы тынмауын теләне, төйәктең яңы һулыш алырына, халыҡтың тағы ла нығыраҡ берләшеренә, яңы уңыштарға нигеҙ һалынырына, ҡот-бәрәкәт артырына ышаныс белдерҙе.
– Мәсет асылыуы – ифрат мөһим, һәр яҡлап әһәмиәтле ваҡиға. Иҫке Ҡормаш ғибәҙәтханаһы, мәғлүм ки, төҙөлөш башында уҡ бөтөн халыҡты берләштергән. Иншаллаһ, киләсәктә лә ул ошо юлды дауам итер, рухи-әхлаҡи тәрбиә үҙәге булараҡ, өммәтебеҙ тормошона күркәм өлөшөн индерер, – тине Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин. – Ҡөрьәндә “Фанилыҡта мәсет төҙөгән кешегә йәннәттә һарай һалырмын” тигән һүҙҙәр бар. Иман йортонан килгән бәрәкәт икһеҙ-сикһеҙ. Мәҫәлән, хәҙистәрҙең береһендә: “Ике мосолман ҡул биреп кү­решһә, бармаҡтары араһынан го­наһтары юйылып төшөр”, – тиелә. Ә мәсеттәр күпме ҡәрҙәштәребеҙҙе осраштыра! Бер ҡорға тупланып, уртаҡ маҡсат ҡуйып йәшәгән халыҡ, ысынлап та, нисек хаҡ юлдан тайпылһын, гонаһ йыйһын?
Тантаналы саранан һуң диндәштәребеҙ мәсеттә тәүге йәмәғәт намаҙын уҡыны, күмәкләп фекер алышты, киләсәккә пландар ҡорҙо. Изге Рамаҙан алдынан насип ителгән оло бүләк күңелдәргә нур өләште, яңы күркәм ниәт-маҡсаттарға юл асты.

Кушнаренко районы.


Вернуться назад