Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көн яҡтыһы – изге уй сатҡыһы
Көн яҡтыһы – изге уй сатҡыһыХалҡыбыҙҙа төрлө ырымға ышанып, ҡурҡыу, шомланыу, хәүефләнеү күренештәре йыш осрай. Һөҙөмтәлә күңелгә “саң” ҡуныуы, тормошҡа зыян килеүе ихтимал.

Мәҫәлән, бәғзе көндәргә “ҡоро” тигән мөһөр баҫып ҡуялар. Атҡан һәр таң – Аллаһ Тәғәләнең бүләге. Ә ваҡытты нисек үткәреүең – үҙең­дең намыҫыңда. Ҡыл да ҡыбыр­латмай ултыраһың икән, әлбиттә, был көн һинең өсөн файҙаһыҙ, “ҡоро” буласаҡ. Икенсе берәү иһә йүгереп йөрөп эштәрен бөтөрһә – бәрәкәт арта.
“Май айында өйләнешергә ярамай” тигән яңылыш фекер ҙә яңғырап ҡуя ҡайһы саҡта. Шундай матур мәлдә, тәбиғәттең яңы һулыш алған миҙгелендә ғаилә ҡороуҙың ниндәй насарлығы булыуы ихтимал? Быйылғыһына килгәндә, ошо айырма ғына бар: Рамаҙан осорона бәйле, никах көндөҙ уҡытылған хәлдә лә, аш-һыу мәжлесен ифтар ваҡытынан алда үткәрергә ярамай, ҡояш байығанын көтөү зарур.
Бәпес көткәндә бәйләргә, сигергә, сәс ҡырҡтырырға ярамай, балаға кәрәк-яраҡты алдан алыу – насар­ға... Ниңәлер буласаҡ әсәйҙәрҙе шулайтып тыялар, ҡурҡыталар.
Тап шул бәйләү, сигеү, тегеү ҡатын-ҡыҙҙың наҙлы, гүзәл эше түгелме һуң?! Йөрәк аҫтыңда бала яралып үҫешкән мәлдә, уй-хистәрең менән әсәй булырға әҙерләнгән мәлдә нисек матурлыҡ тыуҙырмай ултырмаҡ кәрәк?! Үҙе бер ял, йәм бит ул! Әлеге шөғөл кәйефте күтәрә, күңелгә илһам өҫтәй, тимәк, тирә-йүн йәнә лә күркәмләнә. Әгәр был эш ауырлы ҡатынға ауырлыҡ килтермәй, хәлен бөтөрмәй икән, ниңә уның менән булышмаҫҡа ти?
Йөклө саҡта, әлеге лә баяғы ырымдарға бәйләп, физик күнекмә­ләрҙең хәүеф менән янауы тура­һында ла имеш-мимеш ишеттереп ҡуялар. Әлбиттә, был төрлө кеше­нең хәленә ҡарап билдәлә­нәлер. Шулай ҙа, мәҫәлән, бер аҙ булһа ла йәйәү йөрөүҙең зыяны юҡтыр. Саф һауа һулап, ҡоштарҙың иртәнге йырын тыңлап үтеү күңелгә күпме көс, аһәң өҫтәй! Йәнгә ләззәт, тәнгә сихәт биргән илаһи мәл бит ул!
Әйткәндәй, мәғлүм ки, ауырлы саҡтағы һәр көн өсөн көнө буйы ура­ҙа тотҡан, төн дауамында ғибә­ҙәт ҡылған күләмдә сауап яҙыла. Тулғаҡ мәлендәге ауыртыныуҙарға күпме “бүләк” әҙерләнгәне хатта ерҙәге һәм күктәге фәрештәләргә лә билгеле түгел... Бала тыуғас иһә, уға имеҙгән һәр йотом һөт өсөн дә сауап яҙыла. Аллаһтың ошондай йомартлығы хаҡында уйлағанда, күҙҙәргә шатлыҡ йәштәре төйөлә, йөрәк дөпөлдәп тибә башлай... Ырымдарға түгел, Раббыбыҙға ғына ышанып, Уның ҡушҡандарын еренә еткереп эшләп йәшәүҙең ни ҡәҙәр оло бәхет, ырыҫ-бәрәкәт икәнен һәр саҡ иҫебеҙҙә тотһаҡ ине.
Әҙәм балаһы яңылыш юлдан китмәһен, хаҡ йәшәһен өсөн Аллаһ Тәғәлә динен биргән. Изге ҡанун тормош асылын төшөндөрә, ғәҙел тормошҡа өйрәтә. Ислам шомла­нырға, шикләнергә рөхсәт итмәй. Мәҫәлән, көҙгө ватылһа, тәҙрә сатнаһа – насарға юрау, ҡара бесәй осраһа, йә буш күнәкле кеше тап булһа, өйҙән сығыр мәлдә төймә өҙөлөп төшһә, юл уңмаҫ тип кире боролоу динебеҙгә бөтөнләй тап килмәй. Ырымға ышанып, бөгөн башҡарыр мөһим эште һуңға ҡал­дырырғамы ни? Алда бит ни булыры билдәһеҙ. “Бөгөн башҡа­рыр эшеңде иртәгәгә ҡалдырма”, – тигән был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Динебеҙ өйрәткәнсә, әҙәм балалары һәр ваҡыт күркәм уйлы, матур һүҙле булырға, бер-береһен рухландырып, яҡшы кәңәш биреп, ярҙамлашып йәшәргә тейеш. Ә төрлө ырымдарҙың тормошҡа, күңелгә зыян килтереүе, кешене тура юлдан яҙҙырыуы ихтимал. Һәр көндө Аллаһ Тәғәләнең ихтыярына тапшырып, ҡөҙрәтенә инанып, хәләл көсөңдө һалып үткәрер­гә кәрәк, тиелә динебеҙҙә. Ошо ҡағиҙәгә таянып, ваҡытыбыҙҙы тик изге ғәмәл­дәргә бүлеп, нур өләшеп, гелән яҡты ниәттәр менән йәшәһәк ине.


Автор: Г. МОСТАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 442

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513