Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәбиәт уҡылғанда ғына йәшәй
Әҙәбиәт уҡылғанда ғына йәшәйҺүҙ – һәр заманда ла иң ҡеүәтле ҡорал. Кәрәк сағында ул әҙәм балаһының осор ҡанаттарын һындырыр, шул уҡ ваҡытта бөгөлөп төшкәнгә ҡалҡынырға ҡул һуҙыр көскә эйә. Һүҙҙәр донъяһы булған әҙәбиәтебеҙгә иһә тотош кешелектең рухи донъяһын хәстәрләү бурысы йөкмәтелгән: ул йәшәүгә ынтылыш бирергә, һулар һауалай хеҙмәт итергә, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәргә тейеш.

Исламда борон-борондан һүҙ сәнғәтенә ҙур иғтибар бүленгән. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадынан күреүе­беҙ­сә, мәҫәлән, сәсәндәр араһында ярыштар уҙғарыу мәртәбәле йолаларҙың береһе булған. Һөҙөмтәлә тапҡыр теллеләр тотош йәмғиәттә абруй ҡаҙанған, терәк-таянысҡа әүерелгән. Сәсән һүҙе иң кәрәкле ваҡытта әйтелеп, милләт, өммәт, халыҡ тарихында мөһим ваҡиғаларҙың нигеҙе булып торған. Бындай тел ҡөҙрәте артабан яҙма әҙәбиәттең дә төп нигеҙенә әйләнгән.
Һүҙ көсөнөң иң юғары өлгөһө – “Ҡөрьән Кәрим”. Изге китапта, шу­лай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғә­ләй­һис-сәләмдең хәҙистәрендә кешелек өсөн ик­һеҙ-сикһеҙ аҡыл, асылып бөтмәгән хикмәт ята. Уларҙың бөйөк тәрбиәһе киләсәк әллә күпме быуын вәкилдәренә тура юл күрһәтәсәк, яңы асыштарға юлыҡтырасаҡ әле.
“Аллаһ Тәғәлә буш һүҙ менән ваҡыт үткәр­гәнде яратмай”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Әйтелгән һәр хәбәр, яҙылған һәр юл, әҫәр әҙәм балаһының йәшәүе өсөн файҙалы, фәһемле булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, мосолманға үҙ фекерен бел­дерерҙән алда башҡаларҙы иғтибар менән тыңлай бе­леү зарур. “Тел берәү, ҡолаҡ икәү” тигән әйтем юҡ­тан ғына барлыҡҡа килмәгән. Был йәһәттән пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Мосолмандың те­ленән дә, ҡулынан да, ғәмәлдәренән дә һис кем зыян күрергә тейеш түгел” тигән һүҙҙәре – тәрбиәнең мәңгелек өлгөһө.
Һүҙ – тыңланғанда, әҙәбиәт уҡылғанда ғына йәшәй, тамыр нығыта. Әгәр ҙә ки халыҡ уларҙан ситләшә икән, айырымланыу, тарҡалыу башланыуын иҫтә то­топ, балаларыбыҙ күңелендә нәфис әҙәбиәткә, китапҡа һөйөү тәрбиәләү мөһим, тип өйрәтә зыялыларыбыҙ. “Ҡөрьән Кәрим”дәге беренсе аят “Һине юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тип башланған, Пәйғәмбәребеҙ мөбәрәк хәҙисендә: “Шиғырҙа сихри көс бар”, – тигән икән, әҙәбиәтебеҙҙең тамыры дөйөм көс менән нығытылырға тейеш. Һөҙөмтәлә ҡәләм оҫталарының тел ҡөҙрәте тағы ла артыр.
Яҙыу, ижад эше менән шөғөлләнгәндәргә олуғ мәғ­рифәтсе Ризаитдин Фәхретдиновтың нәсихәттәре:
* Ишеткән нәмәләрегеҙҙең яҡшыларын яҙығыҙ, на­сарҙарын күңелегеҙҙән юйығыҙ. Аҡҡа төшкәнде иң тәүҙә дошман күҙе менән баһалап тикшерегеҙ.
* Яҙған ваҡытта ҡәләмегеҙгә хужа булығыҙ. Халыҡтың мәртәбәһен, ғәҙәттәрен хөрмәт итегеҙ. Яҙмаларығыҙ фанилыҡта аҡыл эйәләре алдында һәм ахирәттә йөҙ ҡыҙартырлыҡ булмаһын.
* Телегеҙ һәм ҡәләмегеҙ менән һис кемде рәнйет­мәгеҙ, һүкмәгеҙ, әҙәмдәрҙең йәнен ғазаплама­ғыҙ. Башҡаларҙан бигерәк үҙ хаталарығыҙҙы тикшерегеҙ, уларҙы төҙәтергә тырышығыҙ.
* Яҙған ваҡытта булдыра алмағанға тотонмағыҙ, мәртәбәлерәк күренеү өсөн көсәнмәгеҙ. Ошо рәүешле тыуған әҫәрҙәрҙең әһәмиәте юғала, яҙған кешенең дәрәжәһе түбән төшә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508