Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҫҡар мәсете имамы
Аҫҡар мәсете имамы1770 йылда хәҙерге Ейәнсура районының Үрген ауылында тәүге мәсет асыла. Уны һалдырыусыһы һәм беренсе муллаһы – ауылдашыбыҙ Әхтәм. Бындай сауаплы ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыуға атаһының улыс старшинаһы булыуы, ә үҙенең данлы Ҡарғалы мәҙрәсәһендә белем алыуы ла булышлыҡ иткән булырға тейеш. Ата-бабаларыбыҙҙың Ислам дине көслө булған Урта Азия илдәре менән урынлаштырған мәҙәни һәм сауҙа-ара бәйләнештәрҙең дә йоғонтоһо теймәй ҡалмағандыр. Артабан Әхтәмдең нәҫеленән Ғәлиәкбәр, Шаһиәхмәт, Сәләхетдин ахун, Нәжметдин, Әбделәхәт, Мөтиғулла Абдуллиндар ике быуатҡа яҡын, хатта совет осоронда ла, тәрән белемле, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы дин әһелдәре булып таныла. Шулай уҡ ауылда аталы-уллы Ибраһим һәм Йосоп Ҡолтаевтар, Хәбибрахман менән Вәлиулла Ҡолдәүләтовтар, Әхмәтшәриф һәм Әбделхаҡ Солтанбаевтар үҙ заманының абруйлы имамдары иҫәпләнгән. Уларҙың күпселеге билдәле Ҡарғалы, Яманболаҡ мәҙрәсәләрендә уҡыған.

Фәхретдин мулла Аҡъюловтың 1860 йылда тыуған улы Әхмәтбаҡый XIX быуат аҙағында Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәлә Әл-Әсхар университетын тамамлай, ике тапҡыр хаж ҡыла. Ауылда икенсе мәсет төҙөтә һәм мәҙрәсә аса. 1930 йылда нахаҡҡа ҡулға алынып, төрмәлә ултырып ҡайтҡас, дини эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр була. Үрген ауылы мәсеттәре һәм мәхәлләләре, дин әһелдәре тураһында байтаҡ мәҡәләләр яҙылып, республикабыҙҙың ваҡытлы матбуғатында донъя күрҙе.
Декабрь айында Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының ойошторолоуына 100 йыл тулды. Респуб­ликаның Милли архивында ошо датаға бәйле материалдар менән танышҡанда, яҙмыш ҡушыуы буйынса, 1910-1911 йылдарҙағы быға тиклем билдәһеҙ документтарға юлыҡтым. Улар үрҙә телгә алынған атаҡлы хажи хәҙрәт Әхмәтбаҡый Аҡъюловтың өлкән улы Әхмәтдингә ҡағыла һәм уның Аҫҡар ауылы мәсете имамы булып эшләүе тураһында бәйән итә. Оло Һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан был ауыл ул ваҡытта Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең 1-се Үҫәргән улысына ҡараған, бөгөн Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районына инә. Быға тиклем Әхмәтдин олатайҙың Ҡарғалы мәҙрәсәһендә уҡыуы, Октябрь революцияһынан һуң Үргендә яуаплы вазифалар башҡарыуы тураһында хәбәрҙар инем, ләкин дини эшмәкәрлеге хаҡында бер кемдән бер нимә лә ишетергә тура килмәгәйне.
2010 йылда Үргендә Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәттең 150 йыллығы айҡанлы үткәрелгән ҙур сарала ҡатнашҡан балалары, ейән-ейәнсәрҙәренән дә был турала бер һүҙ ҙә ишетелмәне. Документтар менән танышҡас, хәҙер инде өлкән йәштәге ике улына һәм ауылыбыҙҙың киң мәғлүмәтле зыялыһы 93 йәшлек Фәтих Зариповҡа мөрәжәғәт итеп, уларҙың да бер нәмә лә белмәүен асыҡланым. Тик ейәндәренең береһе, әле Сибай ҡалаһында йәшәүсе Рәшит Аҡъюловтан ғына ыңғай яуап алынды, уға был турала малай сағында атаһы менән әсәһе сер итеп кенә һөйләгән икән.
Әхмәтдин Аҡъюлов Аҫҡар мәсетендә 1910 – 1914 йылдарҙа имам вазифаһын башҡара. Уның ни өсөн Аҫҡарҙан китеүен Рәшит Рафиҡ улы ошолай аңлатты: “Ауыл бәләкәй, халыҡ әҙ була, шул сәбәпле мәсеттә башҡа дин әһелдәре хеҙмәт итмәй, имам-хатипҡа аҙансы, мәзин вазифаларын, хужалыҡ эштәрен бер үҙенә алып барырға тура килә. Һөҙөмтәлә ул дүрт йылдан имамлыҡты ҡалдыра”.
Хәҙер инде архив материалдарына күҙ һалайыҡ. 1910 йылдың 14 июне ме­нән даталанған 1-се документ Ырымбур губерна идаралағы тарафынан бирелгән. Ул – Аҫҡар ауылы мәсете имамы вази­фаһына һайланған Әхмәтдин Аҡъюлов­ҡа, Өфө ҡалаһына, мосолмандарҙың Диниә назаратына, барып ислам дине ҡағиҙәләрен белеү буйынса имтихандар тапшырыуға хоҡуҡ биреүсе танытма. Унда шулай уҡ Диниә назаратына имтихан һөҙөмтәләрен губерна идаралығына еткерергә ҡушыла. Бындай рөхсәт, власть даирәләре тикшереүенән һуң, ышаныслы тип табылған дин әһелдәренә генә бирелгән. Мәсет имамы вазифаһына һайланып та, ошондай рөхсәткә эйә булмаусылар йәки имтихандарҙы тапшыра алмаусылар вазифаларын ҡалдырырға мәжбүр булған.
2-се документта Әхмәтдин Аҡъюлов­тың 1910 йылдың 3 октябрендә имтихан­дарҙы уңышлы тапшырып, имам-хатип һәм мөғәллим вазифаларына эйә булыуы тураһында белдерелә. Имтихан комис­сия­һының ҡарары Диниә назаратының ул ваҡыттағы мөфтөйө Мөхәмәтйәр Солтановтың ҡултамғаһы менән губерна идаралығына ебәрелә.
Һуңғы документ 1911 йылдың 20 ғинуарында Ырымбур губерна идаралығы тарафынан башҡорт Әхмәтдин Әхмәт­баҡый улы Аҡъюловтың Аҫҡар мәсете имамы һәм мөғәллим итеп раҫланыуы тураһында бәйән итә. Әйтергә кәрәк, бөтә мәсеттәрҙең һайланған имамдары ла раҫланыуға тиклем ошондай бигүк еңел тойолмаған һәм үтә лә мәшәҡәтле процедураны үтергә тейеш булған. Орск өйәҙе ауылдарынан уртаса 400–700 саҡрымда ятҡан Өфө ҡалаһына барып ҡайтыу үҙе генә күпме ваҡыт һәм сығым талап иткәнен бөгөн күҙ алдына кил­те­реүе лә ҡыйын. Шул осор дин әһел­дә­ре­нең үҙҙәре өсөн генә түгел, ә ябай ха­лыҡ мәнфәғәтенән сығып, ошондай ауыр­лыҡтар кисереүе оло ихтирамға лайыҡ.
Үргенгә ҡайтҡас, Әхмәтдин үҙенең хужалығын алып бара. Башҡаса имамлыҡҡа тотонмай, ауылда атаһы асҡан мәҙрәсә эшләһә лә, мөғәллимлек менән дә шөғөлләнмәй. Уның был аҙымға барыу сәбәптәре тураһында бөгөн фараз ҡылырға ғына ҡала... Ә бына төплө белемле булыуы тураһында иҫтәлектәр һаҡланған. Ғәрәпсә һәйбәт уҡып-яҙыуы менән бер рәттән, ул урыҫ грамотаһын да яҡшы белгән. Үткән быуаттың 20-се йылдарында Әхмәтдин ауылдағы кооператив лавкаһында һатыусы булып эшләй. 30-сы йылдарҙа иһә Үрген ауыл советында эштәр башҡарыусыһы. Заманына күрә ауылда был дәрәжә абруйлы һанала, совет власының вәкиле тип күреп, уларға ҙур ихтирам менән ҡарағандар. Әхмәтдингә халыҡ араһында күп йөрөргә тура килә. Аяғында сандали, ялан баш, ә кепкаһы урта биленән тотоп алынған килеш һәр саҡ ҡулда булған бик еңел кәүҙәле кеше ине, тип хәтерләй уны өлкәндәр.
Ул шиғырҙар яҙыу менән мауыҡҡан, халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалғанда­рының бер нисәһенән өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. Бригадир Хәсәнов Ишмырҙаға арналғаны былай.
Үрген генә буйы бөгөл-бөгөл,
Бөгөл генә һайын ҡуш мурҙа.
Иртән генә тороп беҙ эшләйбеҙ,
Табель яҙа микән Ишмырҙа.
Үрген ауылынан Вәлиулла Аҙнабаев тигән кеше вафат булғас, ҡатыны Фәрхиямал улым Әхмәт бәләкәй генә көйө атайһыҙ ҡалды, нисек көн итер инде, тип илай икән. Быны ишеткән Әхмәтдин шунда уҡ шиғыр сығара.
Беҙҙең ауылда әбей бар,
Өс тин тапһа мал итер.
Хафаланма, Фәрхи әбей,
Һинең улың көн итер.
Элек-электән Үргендә кешеләргә ҡушамат тағыу көслө була. Бер осорҙа йәшәгән Әхмәттәр генә лә “Бүре”, “Дөлдөл”, “Аҡъюл” һ.б. тип йөрөтөлә. Малайға ҡушамат йәбешә лә ҡуя, ғүмере буйы “Көнитәр” Әхмәт булып йөрөй. Ысынлап та, ул донъя ауырлыҡтарына бирешмәй, ир ҡорона инә, 30-сы йылдарҙа “Ҡыҙыл таң” колхозының алмаштырғыһыҙ бригадиры була, хатта бер нисә йыл Иҙәш ауылында колхоз рәйесе вазифаһын башҡара. Әхмәт Аҙнабаев Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк фронтҡа алынып, Мәскәүҙе обороналау өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа, 1941 йылдың декабрендә, батырҙарса һәләк була. Колхоз тормошона арналған шиғырҙар ҙа фәһемле.
Колхоздарҙың быймаһы
Оло юлға һыйманы.
Үрген буйын тултырып сәсеп,
Тамаҡтары туйманы.

***
Колхоз тарала микән,
Совхоз ҡаҙала микән.
Урам тулы полномочий,
Эттән ярала микән.
Ошо һәм башҡа шиғырҙарын халыҡ яттан һөйләп йөрөй, комсомол йәштәр концерт-спектаклдәр ҡуйғанда ла файҙаланған. Берәү ҙә уларҙа хилафлыҡ күрмәй. Ләкин ҡәһәрле 1937 йылдың август айында Әхмәтдин Аҡъюловты район үҙәгенә урындағы НКВД бүлеге саҡырта һәм бик оҙаҡ һорау алғандан һуң, иртәгәһенә тағы килергә тейешһең тип, ҡайтарып торалар.
Һорау алғанда, колхоз ҡоролошона ҡаршы тип табылған шиғырҙар менән бергә, 1936 йылда үлгән атаһы һәм үҙенең имамлыҡ эшмәкәрлеге тураһында ғәйепләүҙәрҙең булыуы ла шик тыуҙырмай. Быға тиклем ауырыуҙың нимә икәнен дә белмәгән һап-һау ир, ҡайтыу менән түшәккә ауа һәм 50 йәшенә лә етмәй, таң атыуға вафат була. Ваҡытһыҙ үлеме менән ул үҙен – золом йәберләүҙәренән, ә ғаиләһен нахаҡҡа рәнйетеүҙәрҙән ҡотҡара. Ләкин уларға барыбер Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәттең башҡа балалары, ейән-ейәнсәрҙәре кеүек ҡырын ҡараш, ауыр һүҙҙәрҙе оҙаҡ йылдар күп татырға тура килә әле.
Әхмәтдиндең ҡатыны Хәтирә – Яманболаҡ (хәҙерге Яңы Себенле) ауылынан заманының бик хәлле кешеһе Йыһангир Түләбаевтың ҡыҙы. Ун бер балалы ғаиләлә үҫкән ҡыҙ егәрле, сабыр, йомарт һәм ҡул эштәренә оҫта була. Хәтирә үҙенең теген машинаһы менән Үрген халҡына күп хеҙмәт күрһәтә. Был кәсебе ире үлгәндә әле береһе лә бәлиғ булмаған дүрт балаһын тәрбиәләп үҫтереүгә ныҡ ярҙам итә.
Аҡъюловтарҙың өлкән ҡыҙҙары Сәйҙә апай, ғүмер буйы Баймаҡ районы мәктәптәрендә эшләп, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булды.
1926 йылғы Рафиҡ ағай, йәшенә ике йыл өҫтәп, 1942 йылда 16 йәштә генә үҙе теләп фронтҡа китә. 1945 йылдың апрелендә Берлин операцияһының тәүге көнөндә үк ҡаты яраланып, егерме көн госпиталдә иҫенә килә алмай ята. Һуғыштан беренсе төркөм инвалиды булып ҡайтһа ла, колхозда бухгалтер булып эшләй. Улар ҡатыны Зәкиә Әғзәм ҡыҙы менән туғыҙ балаға ғүмер бирҙе. Рафиҡ ағай 1965 йылда 39 йәшендә вафат булғанда, кинйә ҡыҙҙары Сәкинә тыумай ҙа ҡала. Өлкән ҡыҙҙары Зифа Рафиҡ ҡыҙы районда ғына түгел, ә республикала билдәле шәхес ине. 25 йәшендә мәктәп директоры, 27 йәшендә район хакимиә­тенең мәғариф бүлеге мөдире вазифаларына тәғәйенләнеп, бик уңышлы хеҙмәт күрһәтте. Артабан биология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә булып, оҙаҡ йылдар Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡытты, күп яҡташтарына юғары белем алырға ярҙам итте, әүҙем йәмәғәтсе булды.
Икенсе улдары Ламиҡ ағай политехник институт тамамлап, Магнитогорск металлургия комбинатында инженер-энергетик булып эшләне.
Атаһынан 40 көнлөк булып ҡалған кинйә малай Рафаэль педагогия институтын тамамлап, Йылайыр районының Юлдыбай урта мәктәбендә математиканан уҡытты. Ул – РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
Шулай итеп, бөтә балалар ҙа ата-бабаларынан күскән һәләттәрен үҫтереп, лайыҡлы тормош юлы үтте. Бында кеше яҙмыштарына битараф булмаған совет йәмғиәтенең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тик балаларының уңыштарын атайҙа­рының ғына күрә алмауы үкенес.
Әхмәтдин Аҡъюлов ҡулға алынып төрмәләрҙә ултырманы, ауыр михнәттәр­ҙән ҡотолоп ҡалды. Ләкин документтар буйынса булмаһа ла, уны золом ҡорбаны тип әйтергә тулы нигеҙ бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511