Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хаҡ һорарға хаҡым бармы?
– Көҙ һатырға тип утыҙҙан ашыу ҡаҙ аҫрағайныҡ. Күптән түгел күршенең эте инеп ҡош-ҡорттоң яртыһын тиерлек тамаҡлап сыҡҡан. Хаҡын түләттереп алам, ти ирем. Ислам ҡануны буйынса был дөрөҫ булырмы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Х. АҪЫЛОВА.
Ауырғазы районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһ, Ислам дине тормоштоң барлыҡ мәсьә­ләләрен үҙ эсенә алған: унда ғилем, мәғрифәт, ғаилә ҡороу, тән, рух сәләмәтлеген һаҡлау, башҡалар менән яҡшы мөнә­сәбәткә ынтылыу, хоҡуҡтарҙы яҡлау, һаҡлау һ.б. – барыһы ла бар. Изге ҡанун итеп индерелгән “Ҡөрьән Кәрим” хөкөмдәрен пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм үҙенең тормошо, ғәмәл-ғибәҙәттәре аша аңлатып, шәхси үрнәгендә күрһәтеп йәшәгән. Китапта әйтелгәндәрҙе хәҙистәре менән киңәйтеп, аныҡ миҫалдар нигеҙендә төшөн­дөргән. Ошоға ҡарап, мосолман төрлө өлкә буйынса һорауҙарына яуап таба, хаҡ юлдан тайпылмай йәшәй.
“Мосолмандың ҡулынан да, теленән дә башҡалар зарар күрмәҫкә тейеш”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Әлеге һорауға килгәндә иһә, күршенең хаҡын үтәргә бойорған. Уны яҡын кешеләр рәтенә ҡуйған. “Күршеләрең дүрт яғыңдан ҡырҡар өйҙә йәшәй”, – тигән. Тимәк, 160 йорт тигән һүҙ – тотош бер бәләкәй ауыл. Ана шулай бөтөн кешенең бер-береһе менән дуҫ-татыу, күркәм мөнәсәбәттә йәшәргә тейешлеге – Исламдың оло тәрбиәһе. Пәйғәмбәребеҙ йәнә бер хәҙисендә: “Әгәр ҙә ки йорт һала икәнһең, күршеңдең өйөнә төшкән яҡтылыҡты ҡапламау зарурлығын онотма”, – тигән. Тимәк, алдан уҡ барлыҡ мәсьәлә хаҡында кәңәшләшеп эшләү, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү мөһим.
Тормош булғас, әлбиттә, аңғармаҫтан, белмәҫтән бер-береңә зарар ҡылыу осраҡтары ла килеп сыға. Әлеге һорауҙан күреүебеҙсә, ҡош-ҡортҡа, йорт хайуандарына бәйле аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал. Был осраҡта, әгәр ҙә күршеңдең эте һинең мөлкәтеңә зыян килтергән икән, хужаһы тейешле хаҡты түләргә тейеш. Борон ундай мәсьәләләр дини ҡанунға ярашлы хәл ителгән. Ҡазыйҙар барып тикшереп, зыян күләмен хисаплап, ғәҙел хөкөм сығарған. Иң мөһиме – ике яҡ та риза булырға тейеш. Юҡ икән, үҙ-ара мөнәсәбәт ҡырҡыуланасаҡ, ә был уларҙың ғына түгел, тотош ҡәүемдең рухи сәләмәтлегенә кире йоғонто яһаясаҡ.
Хәҙер ауылдарҙа ҡазыйҙар ҙа, үткән быуаттағы кеүек, йәмәғәт судьялары ла юҡ. Тимәк, милкенә ҡаза килгән кеше иң тәүҙә күршеһе менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә тейеш. Зыян күләмен бергәләп хисаплап сығарып, уртаҡ фекергә килеп, мәсьәләне теүәл хәл итеү кәрәк. Ниҙелер әйтмәйенсә ҡалдырып, аҙаҡ үпкәләшеп йөрөрлөк булмаһын. Шул саҡта ғына үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт һаҡланыр, күрелгән ҡаза тиҙ онотолор.
Ғөмүмән, бындай бәләләр – Аллаһ Тәғәлә ебәргән имтихан ул. “Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа хәүеф, аслыҡ, йәндәрҙең, малдың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынайбыҙ”, – тиелгән Ҡөрьәндә. Тимәк, бындай халәттән бер әҙәм балаһы ла ситтә ҡалмай. Һынауҙы лайыҡлы үткәндәрҙең, кешелек сифаттарын юғалтмағандарҙың артабанғы тормошонда бәрәкәт артыр, иншаллаһ.
Ә инде күршеһенең милкенә зыян килтергән яҡ хаҡ түләүҙән баш тартһа, төрлө сәбәп, һылтау менән ситкә тайпылырға тырышһа, дәүләт ҡанунына ярашлы, уны судҡа биреү юлы бар. Ҡош-ҡорт, мал аҫрау еңел эш түгел бит. Бының өсөн байтаҡ көс, сығым түгелә. Бөгөнгө ауылдарҙа тап ошондай кәсеп арҡаһында ғына көн күргән ғаиләләр бар. Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Этте лә бит күршелә тамаҡ туйҙырһын башбаштаҡлыҡ ҡылып йөрөһөн өсөн алмайҙар. Был йән эйәһен тотаһың икән, тейешенсә аҫрарға, хәстәрлек күрергә, бурыслыһың.
Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙгә ҡарата күркәм мөнәсәбәт күрһәтеп, дуҫ, татыу йәшәргә яҙһын, иншаллаһ. Ғаиләләрҙең, ауылдың, ҡәүемдең, өммәттең, илдең ҡеүәте тап шунда. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507