Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаранай Моратов урамын да мәсет биҙәр
Ҡаранай Моратов урамын да мәсет биҙәр Әл-хәмдү лил-ләһ, изге Рамаҙанға аяҡ баҫтыҡ. Был айҙа яҡты уй-хыялдар, теләктәр тормошҡа ашыр, гонаһтар ярлыҡаныр, иншаллаһ. Мәрхәмәтле, шәфҡәтле булайыҡ, бер-беребеҙгә яҡшы һүҙҙе йәлләмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Арабыҙҙа изгелек таратып йәшәгән кешеләргә лә йылы тойғоларҙы еткерергә ваҡыт табайыҡ. Мин үҙ сиратымда һеҙгә хөрмәтле ҡәрҙәшебеҙ Салауат хажи Яппаров тураһында һөйләмәксемен.

Ете йәшендә атайһыҙ ҡала ул. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, әсәһе, ике һеңлеһе өсөн ҙур терәк-таянысҡа әйләнә. Ауырлыҡтарға бирешмәй, йомшаҡ күңеллелеген, миһырбанлығын юғалтмай.
– Мөхәммәтсәлим олатайым диндар кеше булған, – тип һөйләне бер мәл Салауат хажи. – Ауылдаштарын Ислам ҡанундары буйынса йәшәргә әйҙәгән, доға ҡылырға өйрәткән. Әсәйемдең дә төнөн сүрәләр уҡығанын ишетеп үҫтем. Шул ваҡытта уҡ кешеләрҙе Аллаһҡа яҡынайтҡан изге йорт төҙөргә үҙемә һүҙ биргәйнем.
Ҡаранай Моратов урамын да мәсет биҙәрХыялын тормошҡа ашырыуға бөтөн көсөн һала Салауат Миҙхәт улы. Бөгөн ул төҙөткән иман йорттары Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған, Талас ауылдарын – әсәһе менән атаһы тыуған төйәктәрҙе – биҙәй. Халыҡтың ҡыуанысының сиге юҡ. Айырыуса аҡһаҡалдар Салауат хажиҙы маҡтап туймай.
– Беҙҙе бер ваҡытта ла онотмай, хәл белешеп тора, – тиҙәр. – Ауылдағы бер сара ла Салауаттың ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Әлеге мәсеттәрҙә теләге булған балаларға йәйгеһен Ислам нигеҙҙәре өйрәтелә. Салауат Миҙхәт улы төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен саҡырып, улар менән йәш быуын вәкилдәре араһында фәһемле осрашыуҙар ойошторорға ла ваҡыт таба.
Диндар яҡташыбыҙ бер нисә йыл элек хаж ҡылды. Әйтеүенсә, сәфәрҙә сағында күңелендә күптән йөрөгән йәнә бер изге хыялын – Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Мөхәм­мәт­сәлим” мәсетен төҙөүҙе – тормошҡа ашыра башларға ныҡлы ҡарар иткән. Һөҙөмтәлә Ҡаранай Моратов урамында яңы иман йортона нигеҙ ташы һалынды. Мәсетте төҙөй башлау уңайынан уҙғарылған тантанаға Бүреҡаҙған, Талас ауылдарының халҡы тотош тиерлек килеп, яҡташына изге теләктәрен еткерҙе, уңыш теләне, бар хәленсә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.
– Аллаһ һәр саҡ беҙҙең менән, – ти Салауат Миҙхәт улы. –Күңелеңдә миһырбанлыҡ булһа, тормош асылын аңлап, яҡындарыңа, эргә-тирәңдәге кешеләргә изгелек өләшеп йәшәһәң, Раббыбыҙ, ысынлап та, бәрәкәтен бирә. Донъяға беребеҙ ҙә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ. Ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, матур йәшәргә тырышырға кәрәк.
Яҙмамдың һуңында фәһемле хикәйәтте иҫегеҙгә төшөрөп уҙайым. Бөйөк Сөләймән батша, ғүмере бөтөп барғанын тойоп, ғәскәр башлығын саҡыртып алған һәм аманатын әйткән. “Табутымды Ғосман империяһының иң яҡшы табиптары күтәреп барһын, – тигән. – Китеп барғанда ергә туҡтауһыҙ алтын аҡса, ҡиммәтле таштар һипһендәр. Шулай уҡ минең ҡулдарым табут ситенән һәленеп барһын, быны һәр кем күрһен”. Ғәскәр башлығы бындай талапты ишетеп, аптырауға ҡалған. Сәбәбен һорашҡас, солтан шулай тип яуап биргән: “Табутымды иң яҡшы табиптар күтәреп барғанын күргән халыҡ хатта уларҙың да үлем алдында көсһөҙ икәнлеген аңлаһын. Ергә һибелгән алтын аҡса, ҡиммәтле таштар иһә байлыҡтың фани донъяла ҡалғанын, уны үҙең менән алып китеү мөмкин түгеллеген төшөндөрөр. Табуттан һәленеп барған ҡулдарымды күреп, халыҡ хатта батшаның да баҡыйлыҡҡа буш, бер ниһеҙ юлланғанын белһен”.
Ысынлап та, барыһы ла ерҙә ҡала. Изге ғәмәлдәрҙе, яҡшылыҡты күберәк ҡылайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Арабыҙҙа Салауат хажи Яппаров кеүектәр күберәк булһын, иншаллаһ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512