Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Апрелдең изге кистәре

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң изгеләрҙән һанала, Рамаҙанға әҙерләнеү мәле булып тора. Исламдағы изге кистәрҙе лә үткәрәсәкбеҙ быйылғы апрелдә.

Миғраж кисе. Ул 26 рәжәб, шишәмбе (2 апрель) ҡояш байыу менән башлана.
Ошо изге кистә Аллаһ Тәғәлә пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләмде үҙенә саҡырып, бик күп хикмәтте, йәннәт менән йәһәннәмде күрһәткән. Мосолмандар өсөн ҡиәмәт көнөнә тиклем бүләк, динебеҙҙең ныҡлы терәге булған биш ваҡыт намаҙ ҙа Миғраж мәлендә фарыз ҡылынған.
Риүәйәттә бәйән ителеүенсә, төндә Пәйғәмбәребеҙгә Ябраил фәрештә килә һәм Ҡотдосҡа сәйәхәт ҡылырға тәҡдим итә. Ҡаланың “Әл-Аҡса” мәсетендә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Ибра­һим, Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәр менән осраша, унан Ябраил фәрештә менән күккә күтәрелә.

Беренсе ҡатта уға Әҙәм күк ҡапҡа­ла­рын аса, икенселә – Яхъя һәм Ғайса, өсөнсөлә – Йософ, дүртенселә – Иҙрис, би­шенселә – Һарун, алтынсыла – Муса, етенселә Ибраһим пәй­ғәмбәрҙәр осрай. Күктең бар ҡаттарын үтеп, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәлә менән осраша, һөйләшә. Был юлда Пәйғәм­бәребеҙгә, алда әйтелгәнсә, ожмахты, тамуҡты күрһәтәләр, шулай уҡ Раббы­быҙҙан, мосолмандар биш тапҡыр намаҙ уҡырға тейеш, тигән әмер алына.

Мәккәгә кире ҡайтҡас, сәйәхәттең бик аҙ ваҡытта, бер генә мәлдә үткәне асыҡлана. Пәйғәмбәрҙең юлға сығыр алдынан ҡолатҡан һауытынан һыу ҙа ағып бөтмәгән була.

Миғражға тиклем мосолмандар көн дауамында, ҡояш байығанға тиклем, ураҙа тота. Изге кисте иһә доға ҡылып, Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорап үткәрәләр, ғибәҙәттә булалар.
Миғраж һүҙе “күккә күтәрелеү” тигәнде аңлата.
* * *
Бәрәат кисе. Ул 14 шәғбан, йома (19 апрель) ҡояш байығас инә.
Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙи­сендә был мәлде ғибәҙәт ҡылып үткәрергә, көндөҙ иһә ураҙа тоторға нәсихәт бирә. “Әлеге кистә, төндә Аллаһ Тәғәлә ҡояш сыҡ­ҡансы кешелек донъяһына рәхмәт­ле­лек менән ҡарар, “Тәүбә итеп, гонаһ­тарын ғәфү итеүемде үтенгәндәрҙең яңы­лыш­лыҡтарын кисерәм. Ризыҡ һорағандарға теләгәнен бирәм. Ҡайғы-хәсрәткә тарып, һаулығы юғалып яфа сик­кән­дәрҙең тәненә – шифа, йәненә тын­ғылыҡ юллайым. Әҙәм балалары, ниндәй генә теләктәре булһа ла, һораһын – барыһын да үтәйем”, – тиер. Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү таңға тиклем барыр”, – тигән пәйғәм­бәребеҙ.

Шәғбан айының 14-енән 15-енә ҡарай был кистә әҙәм балаларының артабанғы яҙмы­шы, ашар ризығы, байлыҡ йә ярлылыҡ хәле, тормоштағы дәрәжәһе һ.б. билдәләнеп ҡуйыла, тиелә дини китаптарҙа. Был мосолман байрамының ғәрәпсә атамаһы – “Ләйләтүл-бәрәат”. Беҙҙең телгә тәржемә иткәндә, аҡланыу, ҡотолоу тигән мәғәнәне бирә. Мәғлүм ки, халҡыбыҙҙа Ләйлә тигән исем бар. Ул төн тигәнде аңлата. Тимәк, тәүлектең ошо мәлендә тыуған ҡыҙға бирелә был исем.

Дини китаптарҙа әйтелгәнсә, кем­деңдер фани донъяла көнө бөтөүе лә ошо кистә билдәләнә. Шуға күрә был мәлдә Раббы­быҙҙан атай-әсәйебеҙгә, бала­ларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡын­дарыбыҙға, үҙебеҙгә хә­йерле ғүмер, бәхет һорап мөрәжәғәт итәбеҙ, һәммә­беҙҙең дә ике донъя рәхәтен күреүен үтенәбеҙ.

Бәрәат кисендә Аллаһ Тәғә­ләнән мәрхүмдәрҙең дә гонаһ­тарын ярлыҡа­уын ялбарабыҙ, ихлас күңелдән күп итеп доғалар уҡыйбыҙ. Шулай уҡ, дини китап­тарҙа әйтелгәнсә, был кистә, уны ҡаршыларға әҙерләнгәндә лә изге ғәмәлдәр ҡылыу зарур. Мохтаждарға, сирлеләргә, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә хәйер-саҙаҡа биреү айырыуса сауап­лы. Мосолмандар элек-электән был кисте бергә үткәрергә тырыша, ҡунаҡҡа саҡырыша.

Мәғлүм ки, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан – минеке, рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән. Ошо изге айҙарҙа яҡшылыҡтарҙы тағы ла күберәк ҡылырға, бер-беребеҙҙе ғәфү итергә, хаҡ юлдан тайпылмай барырға, гелән хеҙмәттә булырға тырышһаҡ ине. Рамаҙанды лайыҡлы ҡаршыларға яҙһын, иншаллаһ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506