Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матур кейенһен, биҙәнһен...
Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була бара. Был, әлбиттә, Исламдың үҫешенә бәйле.

Әммә, динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙың урамда ғына түгел, өйҙә лә матур итеп кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп йөрөүе хәйерле һанала. Гүзәл зат ошолай йортҡа нур, йәм таратып, иренең күңелен хушландырып, уны яңы бейеклектәргә маҡсатландырып йәшәргә, балаларын яҡшы итеп ҡарарға, күркәм тәрбиә бирергә, аш-һыуға иғтибарлы булырға тейеш.

Ислам дине гүзәл затҡа биҙәнергә рөхсәт итә. Әйтәйек, йөҙөңдә бер аҙ һыр барлыҡҡа килде икән, быны ир күрергә тейеш түгел, уның алдында гелән матур булырға кәрәк. Урамға биҙәнеп сығыу иһә сит-ят күҙҙәрҙән һаҡлай, тиҙәр. Алтын, көмөш биҙәүестәр ҙә рөхсәт ителә. Яулыҡтың, күлдәктең, итәктең формаһына кил­гәндә, уларҙың, урындағы йолаларға бәйле, төрлө булыуы ихтимал.

“Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ мосолман кейемен мода өсөн генә кейә” тигән һүҙҙәрҙе лә ишетергә тура килә. Бындай дәғүә дөрөҫлөккә тап килмәй. Беренсенән, мосолман кейемендә мода булырға тейеш: ул ҡатын-ҡыҙға күркәмлек, нәзәкәтлелек өҫтәй. Икенсенән, мәғлүм ки, иманға килеү бер-ике көнлөк кенә юл түгел. Кемдер ошо аҙымды кейемдән башларға булған икән, дәғүәләр менән уның күңелен төшөрөү гонаһ булыр.

Гүзәллекте нисек һаҡларға?

Гүзәллек, әлбиттә, тәү сиратта эске донъяның торошона бәйле. Изге уйлы, мәрхәмәтле, тормошто, ғаиләһен яратҡан, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгән мосолман ҡыҙынан нур бөркөлөп торор.

Исламда матурлыҡты һаҡлауҙың элек-электән килгән алымдары ла бар.

Һөрмә – күҙ ҡабағы өсөн тәбиғи буяу. Уны көн һайын ҡулланырға мөмкин. Һөрмә, күҙҙәрҙең матурлығын бил­дәләп, ҡатын-ҡыҙҙың һөйкөм­лөлөгөн арттыра.

Ҡына – онтаҡ хәленә еткәнсе иҙел­гән үлән. Тирене, сәсте, тырнаҡтарҙы буяу өсөн ҡулланыла. Тәбиғи ҡына зарарлы түгел, тәнде яндырмай. Фабрикала эш­ләнгәненең составында иһә зыянлы химик матдәләр булыуы ихтимал.

Зәйтүн майы. Зәйтүн аға­сы Исламда элек-электән изге һаналған. Емештәре һоҡланғыс косметик үҙен­сәлеккә эйә. Зәйтүн майын биткә, тән­гә, сәскә һылайҙар, эсергә лә мөмкин. Ул тирене шымарта, тырнаҡты нығыта, йәшәртеү үҙенсәлегенә эйә.

Парфюмерия. “Был донъ­я­ла иң серлеләре – ҡа­тын-ҡыҙ һәм хушбуй”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләм. Гүзәл зат тәмле еҫте иренең кү­ңелен яулау, хистәрҙе яңыр­тыу өсөн ҡуллана. Мосолман донъяһында концентрациялы хушбуй киң фай­ҙа­ла­ныла. Уларҙың составында спирт юҡ, еҫе оҙаҡ һаҡлана.

Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм дөрөҫ туҡланыу. Мосолман һаулығына, күңел торошона зыян килтерер аҙыҡты ҡулланмай. Өҫтәүенә күңел сафлығы, тормошто, яҡын­дарын яратыу гүзәл затты бәхетле, нурлы йөҙлө итә. Тимәк, уның тормошо ла бәрәкәтле була.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне
Фото: freedatinginindia.in


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 135

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 127

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 253

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 260

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 737

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 346

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 336

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 411

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 284

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 256

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 496

Маяҡтарҙың күңелен уйлап

Маяҡтарҙың күңелен уйлап 01.02.2019 // Иман

Маяҡ ҡасабаһының имам-хатибы Миҙхәт Ҡоҙаҡаев иман йортона ремонт кәрәклеге хаҡында бәйән итте....

Тотош уҡырға 241