Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел ял итһә – эш еңел

Яҡындарыбыҙҙы арыуҙан һаҡлайыҡ.

Хеҙмәт һәм ял. Көн менән төн кеүек үк, тормошта уларҙың икеһенең дә үҙ урыны бар. Исламда ла был инҡар ителмәй.

Заман хикмәттәренең бе­реһен иҫкә төшөрәйек. Уҡы­тыусы тәрән уйға батып ул­тырған малайға иғтибар иткән.
– Берәй нәмәгә борсола­һыңмы әллә? – тип һораған ул.
– Эйе. Атайым менән әсә­йем өсөн ҡурҡам...
– Бәй, ниңә?..
– Атайым беҙҙе, балаларын, ашатыу-эсереү, кейен­дереү, уҡытыу өсөн өҙлөкһөҙ эшләй, төнгө сменаға сыға. Әсәйемдең дә бер ҡасан да бушағаны юҡ: бешерә, йыйыштыра, йыуа, тегә, бәй­ләй... Беҙ мохтажлыҡ кисер­мә­һен өсөн баш күтәрмәй эшләйҙәр.
– Ә һине нимә хәүеф­ләндерә һуң?
– Туҡтауһыҙ эшләүҙән арып, хәлдән тайып, беҙҙән ҡасып китеп ҡуймаһындар тием...
Йәнә бер хикмәт. Атай ке­ше, һәр ваҡыттағыса, эштән бик һуң һәм ныҡ арып ҡайт­ҡан. Уны ишек төбөндә биш йәшлек улы көтөп тора, ти.
– Атай, һинән бер нәмә һорарға мөмкинме?
– Әйҙә.
– Һин эштә сәғәтенә күпме аҡса алаһың?
– Нимәгә ул һиңә? Унда ни эшең бар?!
– Кәрәк ине...
– 300 һум самаһы.
Малай, бер аҙ уйланып торғас, етди ҡарарға кил­гәндәй:
– Миңә 300 һум аҡса биреп тор әле, атай, – тигән.
– Ҡаңғыртма! – Арыған атай кешенең йәне көйә башлаған. – Ул хәтлем аҡса нимәгә һиңә?

– Һинең бер сәғәт эш ва­ҡы­тыңды һатып алырға. Иртә­гә алданыраҡ ҡайт әле, атай, бергәләп ашарбыҙ, уйнарбыҙ...

Хикмәттәрҙән күренеүен­сә, әҙәм балаһы тормошонда ялға урын булмауҙың кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Үҙеңә генә түгел, тотош ғаиләңә ауырлыҡ тыу­ҙырыуың бар. Динебеҙ быны хупламай. “Ваҡыты-ваҡыты менән күңелегеҙгә лә ял биреп тороғоҙ. Ул арыһа, тал­сыҡһа, күп нәмәне тоймай, күрмәй башлар”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Тимәк, күңел “һуҡырайһа”, бөтә тормошто “саңлауы” ихтимал.

Ошондай осраҡтар бул­ма­һын өсөн, дин әһелдәре фе­керенсә, тәү сиратта эшең­де яратыу, уны ниндәй маҡ­сатта башҡарыуыңды белеү зарур. Хеҙмәтеңдең асылына төшөнмәү, көсләп үтәү уны тағы ла ауырлаштыра. Өҫтәүенә түбән хаҡҡа эшләй икән, әҙәм балаһы физик яҡтан ғына түгел, рухи йәһәттән дә арыуға дусар булыр. “Хеҙмәт кешеһенә ти­ре кипмәҫ борон уҡ хаҡ түлә”, “Ҡәнәғәтлек килтер­мә­гән эш иманды кимерер”, “Кешенең көҙгөһө – уның шө­ғөлө: үҙен ихтирам итмә­гән күңеле ятмағанды баш­ҡарыр” һ.б. тиелә динебеҙҙә.

Хеҙмәт – Исламдың ни­геҙе. Мосолман биш намаҙ­ҙан ҡалған ваҡытын эштә үткәрергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, алда әйтелгәнсә, “күңелгә ваҡыты-ваҡыты ме­нән ял биреп торорға кәрәк”. Һис шикһеҙ, алда көтөлгән байрам көндәренә лә ҡағыла был. Йыл башының бер нисә көнө дәүләт тарафынан ял итеү өсөн бирелгән икән, улар­ҙы матур итеп файҙа­ланырға тейешбеҙ. Туған­дарҙың хәлен белешеү, ба­лаларыбыҙ, ғаиләбеҙ менән аралашыу күңелгә айырыуса ҙур кинәнес бирер. Күптәр, айырыуса коллектив хеҙмәт башҡарғандар, эш мәлендә ундай күрешеүҙәргә, һөйлә­шеүгә тейешле ваҡыт бүлә алмайҙыр, шунлыҡтан ял көндәрендә ошо бушлыҡты ҡапларға ынтылыу зарур. Һө­ҙөмтәлә, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә алдағы көн­дәр­гә яңы көс-ҡеүәт, бәрәкәт насип итер.

Шул уҡ ваҡытта йылды изге уй-теләк, яҡшы маҡсат­тар менән башлайыҡ. “Кем дә кем алдына яҡшы ниәт ҡуя, уға өлгәшергә Аллаһ Тә­ғәлә ярҙам бирер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Изге маҡсат, бәрәкәтле хеҙмәт – тормоштоң алға барыуының төп нигеҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 274

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 720

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 326

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598