Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Орлоғона күрә – уңышы
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнөң бурыс-маҡсаттары Ислам ҡануниәтенә тулыһынса тап килә. Динебеҙҙә йәш быуынды тәрбиәләүгә, хәстәрләүгә ҙур урын бирелгән.

Ҡөрьәнгә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормош өлгөһөнә ярашлы, мосолман ғаиләһендә балаларға, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленергә тейеш. Был йәһәттән төп бурыс атай кешегә йөкмәтелә. Исламда ата-әсәһенә, ҡаты­нына, балаларына ҡарата ихтирамлы, терәк-таяныс була белгән ғаилә башлығы өлгө итеп ҡуйыла.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм – шундай сифаттары менән оло үрнәк. “Өйләнегеҙ, күп бала үҫтерегеҙ. Ҡиәмәт көнөндә өммәтемдең ҙурлығы менән ғорурланыр­мын”, – тигән ул бер хәҙисендә. Балалар менән һәр саҡ үҙе башлап иҫәнләшкән, хәл-әхүәлдәрен һорашҡан, уйнаған, шаярған. “Бәләкәстәргә бүләк бирегеҙ, – тип өйрәткән. – Тәрбиәгеҙ ҙә яҡшы булһын”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә бер ваҡыт яңы уңыштың тәүге емештәрен алып килгәндәр. Пәйғәмбәребеҙ: “Эй, Аллаһ! Илгә бәрәкәт бир, уңыштарыбыҙ мул булһын!” – тип теләп, емештең иң яҡшыһын эргәһендә торған сабыйға һонған. Йәнә бер миҫал. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең сәждәлә оҙаҡ тороуына аптыраған сәхәбәләр: “Эй, Аллаһ илсеһе! Намаҙҙы бөгөн оҙағыраҡ уҡының. Нимә булды?” – тип һораған. “Елкәмә ейәнем менеп ултырғайны, уның күңелен ҡырмайым тип, сәждәнән оҙаҡ торманым”, – тип яуап биргән ул.
Ошондай мәңгелек күркәм өлгөгә эйәреп, йәмғиәте­беҙҙә лә, ғаиләләрҙә лә йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленеүе мөһим. Әҙәм балаһы үҙ артынан яҡшы исем, үрнәк, лайыҡлы алмаш ҡалдырырға бурыслы. Ул-ҡыҙ­ҙары йәшәйеш ҡанундарын, йолаларын, динен, телен, мәҙәниәтен һәм башҡа рухи ҡиммәттәрен дауам итерҙәй, һаҡларҙай түгел икән, бындай кешенең ғүмер һөрөүенән ни фәтүә? Балаларға дөрөҫ юл күрһәтмәгән йәмғиәттең дә тамыры ныҡлы түгел тигән һүҙ. Тәрбиәләп тормаһаң, баҫыу мул ашлыҡ менән һөйөндөрмәй, баҡса емешкә туйындырмай. Шуның шикелле, баланы тәрбиәләү, уны һаҡлау, яҡлау ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш быуын һәр саҡ күҙ уңыбыҙҙа булырға тейеш. Уларһыҙ тормоштоң, эш-ғәмәлдәрҙең киләсәге юҡ.
Билдәле хикәйәттәрҙең береһен йәнә иҫкә төшөрәйек. Бик бай кеше улын үҙе менән илдәр буйлап сәйә­хәткә алып сыҡҡан. Маҡ­саты – малайға бәғзеләрҙең нисек йәшәгәнен күрһәтеү. Аҡсаһыҙ­лыҡтан интегеүҙең ни икәнен күрһен әле!
Улар бер аҙ ваҡытын ярлы ғаилә көн иткән ауыл йәй­ләүендә үткәргән. Ҡайтырға сыҡҡас, ир улының тәьҫорат­тары менән ҡыҙыҡһынған.
– Бик ныҡ оҡшаны, атай, – тигән малай.
– Ҡайһы бер кешеләрҙең ни тиклем ярлы икәненә төшөн­дөңмө?
– Эйе!
– Ниндәй айырмалыҡ күрҙең? – тип ныҡышҡан ир.
– Беҙҙең бер эт бар, ә йәйләүҙәгеләрҙеке – дүртәү, – тип сағыштырып һөйләй башла­ған улы. – Беҙҙең бассейн баҡса­ның яртыһын ғына биләй, ә улар­ҙың йылғаһының иге-сиге юҡ. Йортобоҙ алдына ҡуйылған бер нисә фонарь төнөн үҙебеҙҙең эргәне генә яҡтыртһа, ауылдағыларҙың баш осонда һанап бөткөһөҙ йондоҙ нур сәсә. Йәшәгән биләмәбеҙ тимер ҡапҡалар менән уратып алынған, ә уларҙа – күҙ күреме етмәҫ яландар, баҫыуҙар, урмандар. Беҙ аҙыҡты һатып алабыҙ, ауылдыҡылар иһә үҙҙәре үҫтерә...
Малай тын ҡалып уйланып торған да өҫтәп ҡуйған:
– Эйе, беҙ шул хәтлем ярлы шул, атай...
Ошо һәм башҡа аҡылды иҫтә тотоп, балаларыбыҙҙы күркәм өлгөлә, ысын матурлыҡты күрергә, һөнәргә, хеҙмәткә өйрәтеп, белемле, әҙәпле, иманлы итеп үҫтерергә насип булһын, иншаллаһ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599