Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хаҡ юлдың башы – белем
Хаҡ юлдың башы – белем“Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” Шулай башлана “Ҡөрьән Кәрим”дәге тәүге аят-кәлимә. Бойороҡ һөйкәлешен­дәге ҡылымға оло мәғәнә һалынған, уның аша белемдең юғары ҡиммәте, әһәмиәте төшөндөрөлгән.

Ғилем – әҙәм балаһындағы бар­лыҡ күркәм сифаттарҙың нигеҙе. Исламда ул – иң юғары төшөнсә­ләрҙең береһе. Ҡөрьәндә лә, хәҙистәрҙә лә белемдең баһа­һы күп мәртәбә тәҡрарлан­ған, ғилемгә, үҫешкә ынтылмаған­дың иманһыҙға яҡын тороуы билдәлән­гән, бындай күренештәрҙе бөтөрөү юлдары күрһәтелгән. “Мосол­ман­дың наҙан булыуы ярай торған эш түгел, – тигән, мәҫәлән, Ғүмәр бин Хаттаб. – Белгәндәр өйрәтергә, белмәгән­дәр өйрәнергә тейеш”.
Тормоштоң “асҡысы” булараҡ, ғилем тәү сиратта яҡшы, мул, имен йәшәүгә нигеҙ һала. Дини белемгә килгәндә, уның бөгөнгө йәмғиәт вәкилдәренә дөрөҫ юл күрһәтеү йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Халҡыбыҙҙа күпселектең был ғилем нигеҙенә тәүләп төшөнә башлауы бурысты икеләтә арттыра. Ошоно күҙ уңында тотоп, республи­кабыҙҙың дини мәғариф учреждениеларында уҡытыу сифатын күтәреүгә, халыҡты үҙенә күберәк йәлеп итеүгә ынтылыш артҡандан-арта. Һөҙөмтәнең артабан тотош йәмғиәттә сағылыш табасағын (мәғлүм ки, шәкерттәрҙең күбеһе киләсәктә иман йорттарында хеҙмәт итәсәк) ныҡлы аңлаған етәкселәр программаны даими байытыу, заман талаптарына яраҡлаштырыу, яңы предметтар индереү йәһәтенән әүҙем эш алып бара, педагогтарҙың ғилемен камиллаштырыуға ныҡлы иғтибар бүлә.
– Дәрестәрҙә, белем менән бер рәттән, һәр яҡлап тәрбиәүи һабаҡ бирергә бурыслыбыҙ, – ти, мәҫәлән, Өфөләге М. Солтанова исемендәге Ислам колледжы директоры Илдар хәҙрәт Малахов. – Беҙҙең шәкерттәр һәр ваҡыт халыҡ араһында, әйҙәүсе бурысын үтәй, тимәк, уларға фекер төйнәп, матур, аңлайышлы итеп һөйләргә өйрәнеү төп талаптарҙың береһе булып тора. Шул уҡ ваҡытта эштә заман технологияларын дөрөҫ файҙалана белеү, маҡсатҡа ярашлы ҡулланыу, һис шикһеҙ, хеҙмәт һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ ҡыла. Ошо һәм башҡа талаптарҙы күҙ уңында тотоп, шәкерттәрҙе һәр яҡлап үҫтерергә, уларҙың белемен, һөнәри оҫталығын камиллаштырырға тырышабыҙ. Мәғлүм ки, беҙҙең уҡыусыларҙың байтағы өлкән һәм урта йәштәрҙә. Улар яңы предметтарҙы, заманса уҡытыу алымдарын айырыуса ҡыҙыҡһынып ҡабул итә, ихлас өйрәнә.
Күптән түгел был колледжда сираттағы сығарылыш тантанаһы үтте: дүрт йыл дауамында белем туплаған егерменән ашыу шәкерткә диплом тапшырылды. Уларҙың барыһы ла тиерлек ауыл мәсет­тәрендә имамлыҡ бурысын атҡара.
– Бөгөндән һеҙ, боронғоса әйт­кәндә, “указлы мулла”. Алған беле­ме­геҙгә нигеҙләнеп, урындарҙағы ҡәрҙәштәребеҙҙең тормошона яңы һулыш өҫтәрегеҙгә, өммәттең терәк-таянысы булырығыҙға ышаныс ҙур, – тине тәбрикләү сығышында Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. – Бөгөнгө имам-хатипҡа динебеҙҙе үҫтереү менән бер рәттән төбәктең киләсәген, именлеген, халыҡтың яҙмышын, хаҡ юлдан барыуын хәстәрләү йәһәтенән ҙур бурыс йөкмәтелгәнен һис ҡасан иҫтән сығармайынса, лайыҡлы хеҙмәт күрһәтерһегеҙ тип ышанабыҙ. Белем алыуҙы, иншаллаһ, артабан да дауам итегеҙ. Өммәтебеҙ уртаҡ маҡсатҡа ынтылған ғилемле белгестәр менән тулылана бара икән, тимәк, уның тамыры нығына тигән һүҙ.
Дипломлы белгестәрҙе шулай уҡ Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Әйүп Бибарсов, колледж директоры Илдар Малахов, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе етәксеһе Ильяс Мөхәмәҙиев тәбрикләп, уңышлы эшмәкәрлек, динебеҙ, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә фиҙакәр хеҙмәт теләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 294

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 255

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 374

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 356

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 893

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 488

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 491

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 573

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 440

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 420

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 351

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 622