Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыналған, ләкин һынмаған
Һыналған, ләкин һынмағанНурын юғалтмаған зәңгәр күҙҙәр, яғымлы йөҙ, зиһен яҡтылығы... Кесе Буҙат ауылынан 92 йәшлек Мөнирә инәй Әхтәмова менән һөйләшкәндә уның һәр яҡлап күркәмлегенә һоҡланып бөтә алманым. Ихлас күңелдән үткән тормошон, хәтирәләрен барлай, шул ыңғайҙа етеҙ рәүештә тиҫбе тарта. Хәрәкәттә – бәрәкәт тигән аҡылдың йәнә бер сағылышы был.

...Ғаиләлә биш бала үҫә. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, көндәрҙең береһендә улар әсәйһеҙ ҡала. Аталары Ғәзиз­йән тырыш, егәрле уҙаман була. Әммә уға ауыр йылдарҙа бәләкәй бала­ларҙы яңғыҙ тәрбиәләү ауырға төшә. Туғандары иргә Тәслимә исемле һылыуҙы димләй. Кескәй бала­ларҙы йәлләгәнгәме, әллә Ғәзиз­йәндең донъя көтөрҙәй булдыҡлы ир икәнен белгәнгәме, ҡыҙ ризалаша. Артабан ғаиләлә тағы ла биш бала тыуа. 1925 йылда донъяға килгән Мөнирә – шуларҙың иң өлкәне.
Ҙур ғаиләне туйындырыу өсөн Ғәзизйән бар көсөн һалып эшләй. Әммә ул осорҙа, мәғлүм булыуынса, “халыҡ дошманы” тигән ҡара мөһөр әллә күпме аҫыл затыбыҙҙың башына етә, тормоштарын пыран-заран килтерә. Хәлле йәшәгән Ғәзизйәнде лә шундай яҙмыш көтә. Һөҙөмтәлә Тәслимә балалары менән яңғыҙ тороп ҡала.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Мөнирәне Силәбе өлкәһенә ағас әҙерләүгә ебәрәләр.
– Ибрай, Айтуған ауылдарынан биш ҡыҙ һәм ике егет инек, – тип хәтерләй инәй. – Шарттар насар. Ҡыш айырыуса ауыр була торғайны. Өҫтә – иҫке кейем, аяҡта – туҙған сабата. Биргән ризыҡтары ауыҙға ҡапҡыһыҙ булһа ла, ашайбыҙ. Ауыр хеҙмәт ныҡ йонсотоп, бөтөн көсөбөҙҙө ала ине.
Түҙмәйенсә, бер нисә егет һәм ҡыҙ ҡасырға булдыҡ. Йәйәүләп нин­дәй­ҙер станцияға тиклем бик оҙаҡ барҙыҡ. Унда тауар вагонына ултыр­ҙыҡ. Ас булғанға һәм ныҡ арығанға күрәлер инде, шунда уҡ йоҡлап кит­кәнбеҙ. Горький ҡалаһы станция­һын­да милиционерҙарҙың төрткө­ләүенә уянып киттек. Һорау алыу башланды. Аҙаҡ беҙҙе төрмәгә яптылар. Бер ай тотҡонлоҡта бул­ған­дан һуң тыуған яғыбыҙға юлландыҡ.
Ләкин тылдағыларҙы ла һуғыш аямай. Мөнирәләрҙең тыуған йорто юҡ. Яҡындары бер туғандарынан икенсеһенә күсеп көн күрә. Кесе Буҙат ауылынан Исмәғил Яппаров кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, Мөнирә ризалаша. Ир Тоцк ҡалаһында һуғышҡа әҙерлек үткән була, ләкин үҙен сәләмәтлегенә бәйле фронтҡа алмайҙар. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы биш бала донъяға килә, әммә береһенең ғүмере үтә иртә өҙөлә. Ире менән дә ете генә йыл йәшәп өлгөрә Мөнирә: ауырыуынан төҙәлә алмаған Исмәғил 1952 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.
Ҡатын колхозда төрлө эштә йөрөй. Балалары Нәзирә, Минетдин, Фәрит, Рәшит әсәләренә ҡулдан килгәнсә ярҙамлаша. Әсәһе Тәслимә лә ғаиләгә ныҡлы терәк-таяныс була.
– Ғәжәп түҙемле ине ҡәҙерлем, – ти Мөнирә инәй. – Оҫта ҡуллы ла булды. Мине аҡыллы кәңәштәренән айырманы. Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ышаныуы йәшәү көсө биргәндер уға, рухын нығытҡандыр. Беҙҙе лә дин ҡанундары нигеҙендә тәрбиәләне. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем, ә ул 107 йәшкә етте, биш тапҡыр намаҙын ҡалдырманы. Өлөшөнә төшкән барлыҡ һынауҙарҙы ҙур сабырлыҡ менән үткәрҙе әсәйем. Берәүгә лә ҡыйынлыҡ килтермәне, кешеләргә гелән изгелек ҡылды. Ошондай йәшәү өлгөһө, ҡиммәтле һабағы өсөн рәхмәтем сикһеҙ ҡәҙерлемә.
Мөнирә инәй менән беҙ Буҙат ауылында йәшәгән улы Минетдин Яппаровтың өйөндә осраштыҡ. Ул балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә йыш ҡунаҡ була, һәр саҡ хәрәкәттә. Туҡһан йәштән уҙһа ла, үҙен гелән яҡшы хис итә, эшһеҙ ултыра алмай: ҡыш ҡулынан бәйләме төшмәй, йәйгеһен иһә дарыу үләндәре, емеш-еләк йыйырға ярата.
Һәр көндө намаҙҙан, Ҡөрьән сүрәләренән башлай Мөнирә инәй. Дини китаптарҙы, шулай уҡ район, республика гәзиттәрен яратып уҡый, илдәге, төбәгебеҙҙәге хәл-ваҡиғалар менән һәр саҡ хәбәрҙар.

Стәрлебаш районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 263

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 226

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 351

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 336

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 857

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 464

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 449

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 541

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 409

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 391

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 330

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 602