Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Их, үҙ еремдә йәшәһәм...
Их, үҙ еремдә йәшәһәм...Бына тағы тыуған яғымдан йән өшөткөс хәбәр алдым: иллеһе лә тулмаған ауылдашыбыҙ яҡты донъя менән хушлашҡан. Бер кемгә зыяны теймәгән, ярҙамсыл, туғансыл, типһә тимер өҙөрлөк әзмәүерҙәй ир сираттағы эсеүенән һуң тора алмаған...

Тыуған төйәгемә ҡайтмағанға ике йылға яҡын ваҡыт үтте. Шул арауыҡта ауылым яғынан “эсеүҙән китеп барҙы...” тигән хәбәрҙе алтынсы тапҡыр ишетәм. Һап-һау, шап-шаҡтай ирҙәрҙе “йәшел йылан” быуып һала ла ҡуя. Нәҫелен дауам итер, тамырҙарының ҡеүәтен арттырыр, аҫаба ерен аяҡ терәп һаҡлар уҙамандарҙы... Эсеп әрәм булғандар араһында ҡатын-ҡыҙҙың да осрауы айырыуса тетрәндергес.
“Хәҙер ауылда йәшәү ауыр, проблема күп. Һиңә ситтән ҡарап аҡыл һатыу рәхәт ул”, – тиер миңә ҡайһы берәү. Юҡ, һис еңел түгел. Тәү сиратта мине күңел ғазабы яфалай. Тыуған еремдә иркен тын алып йәшәү бәхетенән мәхрүмлегем өлкәнәйгән һайын йөрәгемде нығыраҡ “тырнап” ҡанһырата, үкенес тойғоһо иҙә. Эйе, заманында Ватанымды “цивилизациялы тормош”ҡа алмаштырып, ят ерҙә тамыр йәйгән кеше мин. Йәшлек уйһыҙлығы...
“Тамыр йәйгән” тип яҙһам да, ысынында... Балаларыбыҙ әсә телен белмәй үҫте, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ – төрлө милләт вәкилдәре. Уларҙың береһен дә, шулай уҡ иремде лә минең тыуған төйәгем ҡыҙыҡһындырмай, ауылым яҙмышы борсомай, туғандарымдың, яҡташтарымдың көнкүреше, аһ-зары һыҙландырмай. Эйе, иң яҡын кешеләрем күңел кисерештәремде тойорға, хәлемде аңларға, йыуатырға тейеш тә бит... Барыһына ла үҙем ғәйепле. Сит ерҙә йәшәһәм дә, балаларыма туған телемде өйрәтергә, күңелдәренә милли рух һалырға, тыуған яғыма йышыраҡ ҡайтып йөрөргә тейеш булғанмын да бит. Ошо хаталарым өсөн яуап бирәм хәҙер. “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ә мин изге төйәгемде бөтөнләй икенсе ергә алмаштырҙым, өҫтәүенә балаларымды туған теленән яҙҙырҙым...
Ошондай ғазап тойғоһо кисерәм дә Ватанына тоғро ҡалған ҡәрҙәштәребеҙгә көнләшеп ҡуям. Сикһеҙ һоҡланам. Ниндәй бәхетле улар! Тыуған еренең бөтөн ләззәтен тойоп, ниғмәтен татып, иркен тын алып рәхәтләнеп йәшәйҙәр! Ватанында төпләнгәне, тимәк, иманын һаҡлағаны өсөн Аллаһ Тәғәлә уларға бәрәкәтте яуҙырып тора кеүек тойола миңә: үҙ ерендә үҙҙәрен хужаларса тоялар, нәҫелен арттыралар, рухи ҡиммәттәрен һаҡлайҙар, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән туған телендә һөйләшәләр, туғандарына таяналар, милли кәсептәрҙе дауам итәләр...
Ошоноң менән дә ҡәнәғәт булмайынса, ниңә шайтан ҡотҡоһона бирелә икән ҡәрҙәштәребеҙ? Аллаһ Тәғәләнең ниғмәттәренә шөкөр ҡылып, тырышып эшләп, Тыуған илеңде гөлгә күмеп йәшә лә йәшә ине лә бит. Их, мин һеҙҙең урында булһаммы?! Бындай бәхетемә – Ватанымда бәрәкәткә күмелеп йәшәүемә – заманында үҙем аяҡ салдым шул...

З. ДӘҮЛӘТОВА.
Мәскәү өлкәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509