Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәмәл – уй-ниәт сағылышы
– Оҙаҡ уйға бирелеүемдең аҙағы гел насар тамамлана: кәйефем төшә, ҡулыма эш бармай башлай, донъя бөтөнләй ҡараңғыланғандай тойола. Бындай күңел торошонан көндәлек мәшәҡәттәр араһында саҡ ҡотолам. Доға ла уҡып ҡарағаным бар – ярҙам итмәй...
Йәмилә.


Башҡортостан мосол­мандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Уйҙың ниндәй булыуы әҙәм балаһының күңел торошона бәйле. Миҫалға баланы алайыҡ. Яҙылмаған аҡ ҡағыҙҙай пак күңелле сабыйҙың теләктәре уның һөйләгәндәрендә сағыла: уйлағаны – телендә. Ҙурайған һайын иһә бала йомола бара, уй-теләге лә эскә йәшеренә башлай. Ошондай осорҙа, йәғни үҫмерлек мәлендә, мәғлүм ки, айырыуса иғтибарлы булыу зарур. Насар уй-теләк инеп урынлашып, күңеленә һөрөм яҡмаһын, тормошон боҙмаһын өсөн бала менән даими аралашыу, фекерҙәренә ҡолаҡ һалыу, ышаныс белдереп, яратыуыңды еткереп тороу мөһим. Белеүебеҙсә, изгелектең тамыры – һөйөү, яғымлы йөҙ, йылы һүҙ, яҡшы кәңәш, мөнәсәбәт.
Балалыҡ, үҫмерлек осоронда кешенең эске донъяһы таҙа килеш һаҡланып ҡала икән, ныҡлы нигеҙ бар тигән һүҙ. Үҙенең башҡаларға кәрәкле, яратылған икәнен тойоп үҫкәндең күңеле бөтөн, ынтылыштары, ғәмәлдәре, ниәт-маҡсаттары изге, тимәк, уйҙары яҡты була. Ошо йәһәттән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең байтаҡ хәҙисе бар. Пәйғәмбәребеҙ буй еткереп килгән быуынды һәр яҡлап хәстәрләүҙең киләсәк өсөн ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнен үҙ өлгөһөндә бөтөн өммәтенә еткерергә тырышҡан. Уға бер мәл яңы уңыштың тәүге емештәрен алып килгәндәр. “Илгә бәрәкәт бир, Раббым. Уңыштарыбыҙ мул булһын!” – тип теләп, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм емештең иң яҡшыһын эргәһендә торған сабыйға биргән. Ошо бәләкәй генә ғәмәл дә тормош ысынбарлығын, йәшәү мәғәнәһен асып һала.
Уй һәм ғәмәлдәр бер-береһенән айырылғыһыҙ. Бәғзе мәлдә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡшы ниәтле тип һанаған кешенең дә бөтөнләй икенсе икәненә шаһит булаһың – был ысынбарлыҡ уның башҡарған ғәмәлендә асыла. Мәҫәлән, кемдер һаулығына бәйле тиҙ арала аҡсалата ярҙамға мохтаж, ти. Дуҫтарының береһе килә лә хәлде төпсөнә башлай, кәрәккән-кәрәкмәгән тәҡдимдәрен еткерә, үҙенең матди яҡтан ҡыйынлыҡ кисереүенә зарлана; ә икенсе ҡәрҙәше тиҙ генә аҡса тоттора ла, изге теләктәрен әйтеп, шәбәйәсәгенә ышандырып, китеп бара. Эске тәрбиәлелектең, уй-ниәттең сағылышы был.
“Бәғзе кем тураһында төпсөнөп һорашып, кеше тормошона ҡыҫылып йөрөмәгеҙ, көнләшмәгеҙ. Насар уйҙарҙан һаҡланығыҙ. Туғандар һымаҡ булығыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был хәҙисте уҡыу ғына етмәй, уның буйынса йәшәргә кәрәк. Үҙебеҙҙе тик яҡшы ниәттә ғүмер итергә күнектерергә тейешбеҙ. Бындай ынтылыш бала саҡтан тәрбиәләнмәгән булһа, әлбиттә, өлкәнәйгәс үҙгәрергә тырышыу айырыуса күп көс талап итәсәк. Ә урынына, иншаллаһ, Аллаһ мең бәрәкәтен юллар.
Әйтелгәнсә, насар уй – күңел торошонан. Ә йәнде тәү сиратта изге ғәмәлдәр, хәләл хеҙмәт дауалай. Аллаһтың булышлығына өмөт итеү зарур. Тимәк, “доғалар ярҙам итмәй” тиеү дөрөҫ түгел. Ғәмәлдең нисек башҡарылыуы мөһим, шулай уҡ ваҡыт тигән төшөнсәне лә оноторға ярамай. Доға – теләк. Уның ихлас күңелдән, изге ниәттә уҡылыуы зарур. Даимилыҡ та мөһим. “Уҡып ҡарағаным бар” тигән һүҙҙәрҙә иһә ихласлыҡ түгел, ә тиҙ арала һөҙөмтә көтөү тойолғандай. Шулай ҙа тәүге аҙымын яһаған икән, доғалар бәрәкәтендә, иншаллаһ, барыһы ла яҡшы булыр. Аллаһ Тәғәлә, ҡәрҙәш, үҙеңә сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ бирһен.
Дөйөм алғанда, атай-әсәйеңә рәхмәт әйтеү, уларҙың фатихаһын алыу, ҡайҙалыр йыйынған кешегә хәйерле юл теләү, осрашҡанда хәл-әхүәл һорашыу, ярҙамлашыу, бер-береңдең күңелен күтәреү, йылмайыу һ.б. – барыһы ла доға. Донъяны ошо изге ғәмәлдәр менән нурға күмеп, гелән яҡты уй-ниәттә йәшәйек, иншаллаһ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 156

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 144

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 272

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 267

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 751

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 359

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 356

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 438

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 299

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 293

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 263

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 511