Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҙур ауылдың терәге
Ҙур ауылдың терәгеДинебеҙ ҡанунына ярашлы, мөьмин мосолманға хаж ҡылыу фарыз. Изге сәфәрҙең хәләл хеҙмәттә тапҡан аҡсаға ҡылыныуы мөһим. Кемдәндер алып торорға ла ярамай, киреһенсә, юлға сығыр алдынан барлыҡ бурыстарҙы түләп бөтөрөргә кәрәк.
Фарыз ғәмәлде үтәү бәхетенә өлгәшкәндәр араһында Мәсәғүт ауылынан Рәфҡәт Исламов та бар.


Ул Мәсетле районында дүрт балалы ишле ғаиләлә тыуған. Төҙөүсе һөнәрен алып, уның буйынса бер аҙ эш­ләгәс, Мурманск өлкәһендә хәрби бурысын үтәгән. Артабанғы тормошо Норильск ҡалаһы менән бәйле. 2007 йылда иһә Исламовтар Мәсәғүт ауылына күсеп ҡайтҡан.
– Ҡатыным Тәнзилә Әхмәтсафа ҡыҙы менән ике ул үҫтереп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙыҡ, – ти ир-уҙаман. – Өлкәне Руслан Норильск ҡалаһында йәшәй, ғаиләһендә ике бала буй еткерә. Улыбыҙ ҙа, киленебеҙ ҙә, әл-хәмдү лил-ләһ, дин юлында, намаҙ уҡыйҙар. Кинйәбеҙ Рөстәм иһә үҙебеҙҙең Мәсәғүттә ғүмер кисерә. Ҡатыны Әнисә менән ике бала үҫтерәләр. Бына шулай, Аллаға шөкөр, дүрт ейән-ейәнсәребеҙ бар.
Рәфҡәт Исламов – урындағы “Әл-Ислам” мәсетенең имам-хатибы. Бәләкәйҙән аят-доғаларҙы белеп үҫкән ул. Аҙаҡ, байтаҡ йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, ғәрәпсә уҡырға өйрәнеп, Өфөлә дини ғилем алып, хәҙер өс йыл инде Мәсәғүттә иманға әйҙәп йәшәй. “Ауылыбыҙ ҙур, унда ун бер мең самаһы кеше йәшәй. Әл-хәмдү лил-ләһ, хаҡ юлға ынтылғандар күп”, – ти имам-хатип.
Былтыр сентябрҙә Рәфҡәт хәҙрәт хаж ғәмәлен үтәгән.
– Изге сәфәр әҙәм балаһынан ҙур сыҙамлыҡ талап итә, – ти ул. – Хаждан башҡа кешегә әйләнеп ҡайтҡандай булаһың. Тормош мәшәҡәттәренә, ауырлыҡтарға еңелерәк ҡарай башлайһың. Бөтөн ҡәрҙәштәребеҙгә лә фарыз ғәмәлде үтәргә яҙһын, иншаллаһ.

Дыуан районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 260

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 223

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 347

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 333

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 853

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 461

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 446

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 537

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 404

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 388

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 327

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 597