Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике юл сатында
– Эскелек һаҙлығына батып барған ирем махсус медицина ысулы буйынса дауаланғайны. Тәүге көндәрҙә үҙен үҙгәртеп ҡуйған кеүек ине: шул ҡәҙәр хәстәрлекле, ярҙамсыл, яуаплы... Бығаса тотонмаған эштәрен тиҙ арала башҡарып ҡуйҙы, кәртә-ҡураны йүнәтте, хатта балаларҙың спорт ярышындағы сығышын барып ҡараны. Ҡыуанысымдың сиге юҡ ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡапыл кире үҙгәрҙе. Енләнә, ҡысҡырына, ғәйеп өйә... Эсеп кенә ҡуймаһын инде, тип ҡурҡам, көн дә хәүеф уты йотам. Тиҙ генә дин юлына баҫтырырға ине үҙен. Тик ҡалайтып?
Х.Н.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хаҡ юлдан тайпылған әҙәм яҡындарына бына ни тиклем ғазап, әрнеү, ыҙа килтерә... Ниңә ҡатын, йорт усағын һаҡларға, балаларын наҙлап үҫтерергә тейешле гүзәл зат, ошондай һыҡраныуҙар кисереп, ҡурҡып, хәүефләнеп йәшәргә тейеш? Ирмен тигән ир үҙенең баһаһын белергә, ғаиләһен хөрмәт итергә, яҡларға, һаҡларға бурыслы. Был – тотош милләттең, өммәттең, дәүләттең ныҡлығы нигеҙе. Ә харам юлдан китеп, түбәнселеккә төшкән ирҙәр ғаиләһен рухи яҡтан ҡаҡшатҡанын, барлыҡ көслө затҡа кире ҡараш тыуҙырыу, иленең ҡеүәтен төшөрөү ихтималлығын аңлаймы?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡ берәү генә түгел. Миңә мөрәжәғәт иткән ҡәрҙәшебеҙҙең ире, әл-хәмдү лил-ләһ, хаҡ юлға табан боролған. Тәүге аҙым яһалған. Хәҙер инде уға ошо юлға ныҡлы баҫып, алға барыу өсөн көс кәрәк. Бындай ихтыярҙы ҡайҙан алырға? Һис һүҙһеҙ, тәү сиратта эргә-тирәңдә таҙа мөхит булдырыу зарур: яныңда һиңә яҡшылыҡ теләгән, дөрөҫ кәңәш бирә, күңелеңде үҫтерә алған, элекке яман холҡоңдо иҫеңә төшөрмәй, яңы хаҡ шөғөлдәргә, файҙалы ғәмәлдәргә ылыҡтырырға тырышҡан, барыһын да булдыра алырыңа инандырған, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер кешеләр булырға тейеш. Әҙәмде хеҙмәт тәрбиәләй. Ҡул ҡаушырып ултырмай, һәр саҡ хәрәкәттә булыу зарур. Кире осраҡта күңелгә “саң” ҡуна башлауы ихтимал. Донъя – һынау йорто, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Иртән уянған һәр әҙәм балаһының алдында ике юл тора: беренсеһе – Аллаһ рәхмәтенә өлгәшеү, икенсеһе – шайтанға эйәреп ситкә китеү. Иблис бит кешене һағалап ҡына тора: “йомшаҡ” яғын һиҙеү менән үҙ яғына ауҙарырға әҙер. Ә аҙаштырыу юлдары ифрат күп уның: эскелек, хәрәмгә ынтылыу, ғаиләне тарҡатыу, ата-әсәңде, туғандарыңды һанға һуҡмау, бүтәндәрҙе лә хөрмәт итмәү, отош уйындары, тәкәбберлек, уғрылыҡ...
Ошо яманлыҡтарҙан һаҡланырға, тайпылырға көс тапҡан ҡәрҙәшебеҙгә, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә артабан да көс бирһен, үҙ-үҙенә ышанысын арттырһын. Тәүге аҙымды яһағас, уның әле ике юл араһында тороп ҡалған сағылыр. Ошо урында билдәле хикмәттәрҙең береһен иҫкә төшөрәйек. Олатай ейәненә һөйләй икән: “Әҙәм балаһының күңелендә ике бүренең алышына оҡшаш көрәш бара. Тәүгеһе яманлыҡты, харам юлды өҫкә сығарырға теләһә, икенсеһе иман, тыныслыҡ, мөхәббәт, өмөт, дөрөҫлөк, изгелек, тоғролоҡ яҡлы”. Уйға ҡалған ейәне һорап ҡуя: “Ә ҡайһыһы еңә һуң?” Яуап шулай яңғырай: “Ҡайһыһын күберәк ашатһаң – шуныһы”.
Ошо һәм башҡа хикмәттәрҙе, Ҡөрьән аяттарын, Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрен иҫкә алып, ике юл сатында торған кешене һаҡлыҡ менән генә хаҡлыҡ яғына ыңғайлатыу кәрәк. Был, әлбиттә ки, еңел эш түгел, күп көс талап итәсәк. Алда әйтелгәнсә, янында тик изгелек теләгән, барыһын да булдыра алырына ышандырған, тимәк, уны яратҡан, хөрмәт иткән кешеләр тупланыуы, тик яҡшы хәбәрҙәр еткерелеүе, төрлө файҙалы шөғөлгә, хеҙмәткә ылыҡтырылыуы мөһим. Ә “тиҙ генә дин юлына баҫтырырға ине” тигән теләк тормошҡа ашһын өсөн ваҡыт кәрәк. Әҙәм балаһының күңеленә барыһы ла яйлап-яйлап һалына, күл дә бит тамсынан йыйыла. Динебеҙҙә көсләү төшөнсәһе юҡ. Кеше үҙе аңлап, хаҡ мәғлүмәттәрҙе өйрәнеп, хәләл юл менән ризыҡ тапҡан, ғаиләһен, милләтен, өммәтен, илен хәстәрләп йәшәгән өлгөлө ҡәрҙәштәренең тормошонан үрнәк алып, һығымта яһаһа, дөрөҫ йүнәлеш һайлар.
Һәр нәмәнең яҡшы булырына ышанырға, яҡты өмөт менән йәшәргә кәрәк. Миңә әлеге һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙ ҡурҡмаһын, хәүефләнмәһен ине. “Шикләнеп йөрөүҙән ситтә бул, – тип өйрәтә динебеҙ. – Ул сәләмәт кешене лә ауырыуға һабыштыра”.
Динебеҙ ҡушҡан юлдан тайпылмайыҡ, кешелек бурыс­тарыбыҙҙы теүәл үтәйек, яҡшыларға эйәрәйек, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 294

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 255

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 374

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 356

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 893

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 488

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 491

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 573

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 440

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 420

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 351

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 622